Хәниә Фәрхиҙең йыры яңы һулыш алды. “Юлдаш плюс” милли йәштәр фестивалендә Ильяс Батыргәрәев “Үпкәләһәң, әйҙә, үпкәлә” йыры менән “Йыл ремейкы” номинацияһында еңеү яуланы.
“Был йыр миңә ныҡ тәьҫир итте, йөрәгемдә тәрән эҙ ҡалдырҙы. Ул тәүге ремейкым. Был йырҙы әҙерләү бик ҡатмарлы булды. Мин профессиональ йырсы түгел, ә үҙаллы өйрәнеүсе генә. Әлеге йырға тотонғанда уҡ уны башҡарыр өсөн ентекле әҙерләнергә кәрәклеген аңланым. Студияла яҙҙырыр алдынан уҡытыусы менән бер айҙан ашыу ныҡлы эшләнек.
Йыр көслө, тәрән мәғәнәле, үҙенең тарихы бар. Йөкмәткеһенә тап килеп, яҡшыраҡ булырға мәжбүр итә. Мин башҡарған версия йырҙың төп нөсхәһен яратҡандарҙың күңелен ҡырмаҫ, тип ышанғы килә. Йырҙы боҙмай ғына яңы һулыш бирә алғанмындыр, тип ышанам”, – тине Ильяс Батыргәрәев.
Фото: "Юлдаш плюс".