Яңы йыл алдынан Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылы халҡы өсөн иҫтәлекле көн - мәктәп бинаһы нигеҙендә яңыртылған, заманса йыһазландырылған мәҙәниәт усағы асылды. Был хаҡта урындағы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙған.
"Халыҡ менән уртаҡ фекергә килеп, бөгөнгө шарттарҙа клуб мәсьәләһен хәл итеүҙә ошо вариант иң ҡулайы тип табылды. Был эштәр Хәйбулла районында эшмәкәрлек алып барған "Полиметалл" ойошмаһының спонсор ярҙамы менән тормошҡа ашырылды. Ғәлиәхмәттәрҙең ҡыуанысын республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов та уртаҡлашты. Ихлас күңелдән бағыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, ә ауыл халҡын тағы ла бер тапҡыр ҡотлайым. Яңы ерҙә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ең һыҙғанып эшләргә, ауыл халҡына кинәнеп ял итергә яҙһын", - тигән Рөстәм Динислам улы.
Ғәлиәхмәт ауылы халҡының оло ҡыуанысын уртаҡлашабыҙ, киләсәктә мәҙәни усаҡ гөрләп торһон, ауыл халҡы өсөн оҙаҡ хеҙмәт итһен!
Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.