Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Декабрь 2022, 18:05

Ихлас, йомарт ҡуяндар

Журналистар союзы, Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры (был маҡтаулы исемгә әҙибә Яңы йыл алдынан ғына лайыҡ булды), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы, Баязит Бикбай, Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, билдәле шағирә һәм журналист Зөһрә Ҡотло­гил­дина Ҡуян йылында тыуған. Килә­һе йылға ул ниндәй өмөттәр бағлай, ниндәй уй-ниәт менән йәшәй икән?

 

Ҡуян менән оҡшашлығым бармы?

 

Апрелдән алып октябргә тиклем баҡсаға йүгереп йөрөүҙәремде иҫәпкә алғанда, бәлки, барҙыр, әммә үҙемде ҡуян кеүек ҡурҡаҡ тип әйт­мәҫ инем. Кәрәк ерҙә ҡыйыу ҙа була беләм. Ысы­нында мин йәнһүрәттәрҙәге ҡуянға оҡшаш­мын­дыр. Улар йылғыр ғына түгел, отҡор ҙа, яр­ҙам­сыл да, изгелекле лә, тапҡыр ҙа, батыр ҙа, ҡыйыу ҙа, йомарт та. Сифаттарҙың һәр ҡайһы­һынан ниндәйҙер кимәлдә миңә лә әҙ генә булһа ла өлөш тәтегәндер, тим.

 

Ҡуян итен ашағаным бармы?

 

Бала саҡта Мәләүез ҡалаһындағы туғандарға барғанда улар менән бергә таныштарында ҡунаҡта булырға тура килде. Шунда тәүге тапҡыр ҡуян итенән бешерелгән бәлеште ауыҙ иттем.

Һуңынан, ғаиләле булғас, кемдер күстәнәс итеп килтергән ҡыр ҡуянын тормош иптәшем Нияз оҙаҡ ҡына итеп ҡаҙанда бешерҙе. Барыбер ҡаты булғас, өлөштәргә бүлеп, төрлө тәмләт­кестәр ҡушып, табаға һалып, газ плитәһе мейесенә тығып, тағы байтаҡ ҡына тотоп алды. Шунда тәмләп ҡарарға тура килде, әммә миңә әллә ни оҡшаманы. Ҡыш ит йәрминкәләрендә туған тейешле ҡусты үҙҙәре аҫраған тотош бер йорт ҡуян түшкәһен тәҡдим итеп ҡараһа ла, баш тарттыҡ, сөнки уға тиклем үҙҙәрен һуйырға әҙерләнгәнен белгән йәнлеккәй­ҙәрҙең кеше шикелле илауын, субырлап аҡҡан күҙ йәштәрен тәпәйҙәре менән һөртөүен һөйләгән­дәренән һуң уның итен ашарға йән тартманы.

 

Яңы йылдан нимә көтәм?

 

Һәр кеше Яңы йылға яҡты өмөттәр менән баға. Киләһе йыл үтеп барғанына ҡара­ғанда именерәк тә, тынысыраҡ та, мәрхәмәтлерәк тә, изгерәк тә, уңышлыраҡ та, сәләмәтерәк тә, ҡыуаныслыраҡ та булһын ине.

Читайте нас