Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Декабрь 2022, 17:45

“Өмөттәребеҙҙән яҙмайыҡ!”

Тыныс йыл булыр тип көтә.

Яңы йыл еткәндә, ирекһеҙҙән, тыуып килгән йылдың Көнсығыш йондоҙнамәһе буйынса ниндәй билдә икәне менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Әйләнә-тирәбеҙҙәге Йыл хужаларын барлайбыҙ, уларҙың үҙ йылын ниндәй кәйеф менән ҡаршылағанын белешәбеҙ. Гәзитебеҙ биттәренә саҡырған Ҡуяндар араһында Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Рәзифә Динмөхәмәтова ла бар. Һорауҙарға ихлас яуап биреп, Яңы йылға бәйле тәьҫораттары менән уртаҡлашты ул.

– Ҡуян йылын Бесәй йылы тип тә атайҙар. Көнсығыш йондоҙнамәһенә килгәндә, ниндәйҙер һыҙаттарын үҙемдә табам, ҡайһылары менән килешмәйем, тигәндәй (көлә – авт.). Былай йондоҙнамә менән фанат кимәленә етмәй генә ҡыҙыҡһынам, әлбиттә. Мәрәкә ул: ирем – Юлбарыҫ йылы вәкиле, үҙем – Бесәймен, улыбыҙ йондоҙлоғо буйынса – Арыҫлан, шуға исемен дә Арыҫлан тип ҡуштыҡ. “Бесәйҙәр ғаиләһе беҙ” тип көләбеҙ. Шулай булғас, гел аңлашып, дуҫ, татыу йәшәрбеҙ, тип өмөтләнәм.

Киләһе йыл ниндәй булыр тип күҙаллайыммы? Ҡуян йыртҡыс йәнлек түгел бит, шуға ла оло өмөт менән, тыныс, матур йыл булыр тип көтәм. Бөтә теләгем ошо изге уйға ҡайтып ҡала: һуғыш булмаһын, тыныслыҡта, именлектә йәшәргә яҙһын! Әле күңелгә бигерәк ҡыйын, улдарын хәрби хеҙмәткә, илебеҙ һағына оҙатҡан әсәйҙәр урынына үҙемде ҡуйып ҡарайым да, барыбыҙҙың иң оло теләге тыныслыҡ, татыулыҡ икәнен аңлайым.

Икенсе теләгем – яратҡан театрым өр-яңы премьералар менән һөйөндөрһөн, талантлы артистарыбыҙ маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булып ҡыуанһын! Тағы бер теләгем, әлбиттә, улыбыҙға бәйле. Арыҫланға бер йәш тулды. Матур итеп теле асылһын, туған телебеҙҙә, башҡортса асылһын, тип теләйем. Ғөмүмән, яҡындарым, туғандарым, дуҫтарым, хеҙмәттәштәрем, таныштарым – барыһы-барыһы иҫән-һау булһын!

Үтеп барған йылдың иҫтә ҡалырлыҡ, йылы хәл-ваҡиғалары ла етерлек, шөкөр. Ул матур осрашыуҙарға бай булды, йәмле йәйҙә тыуған яҡтарҙа туғандарым, дуҫтарым менән аралашып кинәндем, Аллаға шөкөр. Ошо бәхет күп-күп йылдарға һуҙылһын ине, тип юрайым. Һәр кемебеҙҙең күңеленә йыуаныс алыр урыны, көтөп торған кешеләре булһын.

Яңы йылға бәйле бала саҡ хәтирәләренә килгәндә, шуныһы ныҡ иҫтә: әсәйем менән атайым төнөн шыршы ҡуя ине. Иртән: “Балалар, тороғоҙ, бына төндә Ҡыш бабай килеп киткән, һеҙгә бүләктәр ҡалдырған”, – тип уяталар. Йоҡонан тороуға матур итеп биҙәлгән, уттары янып торған шыршы көтөп тора. Ҡыш бабай ысынлап бар, тип оҙаҡ ваҡыт уйлап йөрөнөм.

Яңы йылды ҡаршылағанда милләттәштәргә, бөтә кешеләргә шулай тип әйткем килә: бер ҡасан да мөғжизәгә ышаныуҙан туҡтамағыҙ! Ауыр мәлдәрҙә иҫтә тотоғоҙ: барыһы ла ваҡытлыса, үтә лә китә – яҡшыһы ла, яманы ла, шуға сабыр булырға, өмөттән яҙмаҫҡа кәрәк. Өмөт кешене йәшәтә.


Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА

Читайте нас