“Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина беҙҙең менән бергә “ут-һыуҙы кискән” ҡәләмдәшебеҙ, ҡаҙандай ҡайнап торған редакция тормошонда ал-ял белмәй эшләгән “йөк аттарының” береһе булды. Журналист, яҙыусы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика Хөкүмәте премиялары лауреаты, төрки донъя мәҙәниәте халыҡ-ара ойошмаһы премияһына лайыҡ хеҙмәттәшебеҙҙең бөгөн тағы ла киңерәк ҡолас ташлап, яңы идеялар менән янып йәшәүе һөйөндөрә. Ҡайһы саҡ “был хәтлем мәшәҡәттәрҙе атҡарырға, әйләнгән һайын алыҫ командировкаларға сығырға ҡайҙан ваҡыт, көс таба икән?” тип уйлайһың, өҫтәүенә, күңел талабына әүерелгән ижад эше, кескәйҙәр көтөп алған “Аҡбуҙат”ты мауыҡтырғыс итеп сығарыу, әсәлек бурысы...
Беҙ бөгөн эш, донъя мәшәҡәттәре тураһында ауыҙ ҙа асмаҫҡа, ә көс-ҡеүәтле Барыҫ йылынан һуң яҡынлашҡан йомшаҡ, ҡурҡаҡ Ҡуян йылы алдынан кисергән хис-тойғоға ирек бирергә уйлаһаҡ та, килеп сыҡманы – Лариса булған ерҙә ижадһыҙ, хеҙмәтһеҙ әңгәмә булыуы мөмкинме ни?!
– Ҡеүәтле, йылғыр Барыҫ йылы оҙаҡламай беҙҙең менән хушлашып, урынын баҙнатһыҙлығы, ҡурҡаҡлығы менән танылған Ҡуянға тапшырасаҡ. Астрологтарҙың “Барыҫ бер кемгә күңелһеҙләнергә лә, ҡул ҡаушырып ултырырға ла ирек бирмәҫ”, “йылдың энергиялы, үҙгәрештәргә бай һәм һис көтөлмәгәнсә булыуы ихтимал” тигән фаразы дөрөҫкә сыҡты, ахыры. Айырыуса ижад кешеләре өсөн иң уңайлы осор, китап яҙыу, сәхнәгә сығыу өсөн ҡулайлы мәл, тип күҙалланды. Бындай ижади күтәренкелекте үҙеңдә тойҙоңмо?
– Эйе, йыл көтөлмәгәнсә булды. Күтәренкелек тип әйтеп буламы икән уны, белмәйем, әммә һыҙланыуҙары менән һәр кешенең күңелен тетрәндергән, уйландырған йыл ижадсыларҙы урап үтмәне. Бер ҡараһаң, йыртҡыс һаналған Юлбарыҫ, киреһенсә, иң мөҡәддәс төшөнсәләрҙе тәрәндән иҫкә төшөрҙө – ғүмер, мөхәббәт, Ватан, изгелек... Шиғырҙар байтаҡ яҙылды. Быйыл 70 йәшлек юбилейын үткәргән әсәйем дә хикәйәләрен барланы, матбуғат биттәрендә ижад емештәре баҫыла торҙо. Ҡуянды “ҡурҡаҡ” тип һүрәтләү менән килешмәйем, ул да кәрәк саҡта батыр ҙа, сая ла. Яуызлыҡты йылы һүҙ, яҡшы ғәмәл менән дә еңергә була. Йомшаҡ күңелле, нескә хис-тойғоло йәнлектең кешелеккә насарлыҡ, зарар килтереүе мөмкин түгелдер, тип уйлайым, һәр хәлдә, мин йылдың тотороҡло, изгелекле, һәйбәт яңылыҡтарҙың күберәк булырына ышанам. Ҡуяндың иҫ киткес йомартлығы, уның урманға, бесәнгә барған атай-әсәйгә “күстәнәс” биреп ебәреүе хаҡында бәләкәйҙән ишетеп үҫтек тәбаһа.
– Һеҙҙең ғаиләлә өс Ҡуян йәшәгәс, уларҙың холоҡ-фиғелен яҡшыраҡ беләһеңдер...
– Иң кесе улым Азамат та, ирем Айрат та Ҡуян йылында донъяға килгән, үҙем Арыҫлан йондоҙлоғона ҡарағас, “Арыҫлан йөрәкле Ҡуян” булып сығаммы икән инде (көлә – авт.)! Шаяртам, әлбиттә. Ысынында иһә бәләкәй саҡта мине ҡурҡыу тойғоһо ныҡ йөҙәтте, атай-әсәйем айырылышҡас, мин – ике-өс йәшлек ҡыҙ бала, “әсәйем үлеп ҡуймаһа ярар ине”, тип гел хафаландым. Ошо хис-тойғо, һағыш, юҡһыныу, ҡәҙерле кешеңде юғалтыу хәүефе арттан ҡалмай ыҙаланы. Бер саҡ әсәйем ҡаты ауырып түшәккә ятҡас, ололарҙың “Алла бабайҙан иҫәнлек һорарға кәрәк” тигән һүҙен ишетеп, ҡарға теҙләнеп, тулған айға мөлдөрәп ҡарап, теләктәр әйткәнемде әле булһа хәтерләйем. Мәктәпкә барһам, класс ишеге асылған һайын берәйһе инеп, ауыр хәбәр еткермәһә ярар ине, тип ҡурҡып ултырғаным иҫтә. Бәлки, ошо көслө хис-тойғо, тетрәнеүҙәр мине шағирлыҡҡа алып килгәндер ҙә. Әсәйҙәр балаларына теләк теләгән кеүек, балалар ҙа әсәһе өсөн теләк теләргә онотмаһын ине, тимәксемен! Мине Аллаһ Тәғәлә ишетте бит: әсәйем иҫән-һау!
“Мин бер нәмәнән дә ҡурҡмайым” тигән “батырҙар” бар. Бәндәләргә хас ул ҡурҡыу хисе. Минеңсә, кеше ниндәйҙер аҙым яһар алдынан фекер төйнәргә, үҙенең кеше икәнлеген раҫларға, башҡаларҙы рәнйетеүҙән ҡурҡырға, эшемде профессиональ кимәлдә башҡара аламмы, тип уйланырға тейеш, сөнки һәр һөнәрҙең үҙ рәте-сираты бар. Шағирыбыҙ Рәми Ғарипов әйткәнсә: “Һәр эштең була үҙ шиғриәте!”
– Йомшаҡ ҡына, аҡ ҡына ҡуяндарҙың йомарт икәнлеген дә бәләкәйҙән уҡып үҫкәнһеңдер әле...
– Беҙҙең халыҡҡа хас сифаттарҙы һүрәтләгән, фәһемле, йөкмәткеле “Йомарт ҡуян” башҡорт халыҡ әкиәтен иҫкә төшөрҙөгөҙ. Ул хатта Төркиәлә сыҡҡан “Донъя халыҡтары әкиәттәре” йыйынтығына индерелгән. Бөтә ауыл халҡын ҡунаҡҡа саҡырған малай, киң күңелле, ярҙамсыл, күмәк аралашыу ойошторорға әүәҫ Ҡуян образы күңелемә бик яҡын. Мин дә аралашырға яратам: кешенең йәшенә, милләтенә, һөнәренә, социаль хәленә ҡарап тормайынса. “Аҡбуҙат” журналын яҙҙырыу эшендә был холҡом ярҙам итә төҫлө: дуҫтарымды, таныштарымды йөҙәтеп бөтәм. Береһе хатта “минең балалар күмәк, ғүмер буйы “Аҡбуҙат” өсөн генә бағыусы була алмаҫмын ул!” тине. Ҡулымдан килһә, һәр кескәй башҡортто, Башҡортостан гражданын “Аҡбуҙат”лы итер инем. Журнал – ул баҫма ғына түгел бит, уның аша китап уҡыу мәҙәниәте лә, халыҡ рухы, тарихы, тел, йола ла тәрбиәләнә. “Аҡбуҙат”– республиканың бәләкәй балалар өсөн төп баҫмаһы! Республика етәкселеге лә быны таный, сөнки дәүләт иң тәүҙә кескәй граждандарын тәрбиәләргә, хәстәрләргә бурыслы.
Ҡуянға хас артыҡ етеҙлек, тынғыһыҙлыҡ кеүек сифаттар ҡайһы саҡта ҡамасаулап та ҡуялыр инде. Бик яй, ауыр ҡуҙғалған кешенең эшенә ҡарап, ҡулынан тартып алып, үҙем эшләй башлайым. Әйткәндәй, улдарымдың береһе үҫә төшкәс, минең ошо ҡылығымды бәләкәйҙән үҙһенмәгәнен әйтеп, шаҡ ҡатырҙы: “Һин, әсәй, беҙҙе хәрби тәртиптә йәшәттең, ныҡ “сыбыртҡыланың”, – тип уйынлы-ысынлы үпкә белдерҙе. Һәр нәмәлә сама кәрәк икәнен үҙ балаларың ана шулай бер һөйләм менән генә аңғарта ла ҡуя ул!
– Ә кешеләге ниндәй сифаттарҙы иң мөһиме тип иҫәпләйһең?
– Минеңсә, Кеше булыр өсөн әллә ни күп тә кәрәкмәй. “Урал батыр” эпосында мәңгелектең серен асҡан тәрән фәлсәфә ята:
“Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ”.
Рухнамә кеүек быуындан-быуынға күскән эпостың бөйөклөгөн баһалап бөтәбеҙме икән? Унда мәңгелек һорауҙарға яуап бар. Мөхәмәтша Буранғолов, Ғәбит Арғынбаев һәм Хәмит Әлмөхәмәтов кеүек сәсәндәрҙе биргән ил бит беҙ. Сит тарафтарға сыҡһаң, “башҡорттарҙың шундай мәшһүрҙәре бар!” тип күтәрергә генә торалар. Яҡут, бүрәт һәм ҡырғыҙҙар “һеҙ – “Урал батыр”лы милләт!” тип һоҡланыу белдерә. 20 йәше саҡ тулып уҙған Мөхәмәтша Буранғолов ошо мәшһүр әҫәрҙе Ғәбит һәм Хәмит сәсән рухынан, йөрәгенән һеңдереп яҙып алып ҡайта. Мөғжизә бит! Сит илдәрҙә беҙҙе тап Урал батырлы, Зәйнулла ишанлы, Салауат Юлаевлы, Бәшир Рәмиевле, Илдар Абдразаҡовлы булған өсөн хөрмәт итәләр! Ерҙә йәшәгәс, улар һымаҡ үҙ эшеңдең оҫтаһы булып, янып йәшәргә кәрәк. Рәми Ғарипов кеүек! Нәнәйем гел әйтә торғайны: эшлә, эшләгән кешенән эш ҡала, тип. Нисек тә үтә ғүмер, уны хеҙмәт менән уҙғарырға кәрәк.
– Беҙ һинең дә хисле, лирик шағирә икәнлегеңде, ир-егеттәрсә ҙур тәүәккәллек күрһәтеп, Донбасс балалары өсөн “Аҡбуҙат” журналын күҙ йәштәренә төйөлә-төйөлә әҙерләүеңде беләбеҙ.
– Ысынлап та, ҡыҫҡа ғына ваҡытта Донбасс балалары өсөн бүләккә баҫма әҙерләй алдыҡ. Ижади коллективыбыҙ – үҙҙәре балалар тәрбиәләгән әсәләр. Иртән ҡояш сыҡҡанын күргәндәренә шатланып бөтә алмаған кешеләрҙең яҙмышы тетрәнерлек бит, ә Донбасс балаларының йөрәккә үтеп ингән шиғырҙарынан күңелдәр нескәрә, үҙең дә аңламаған тәрән хистәр ялмап ала, яҙмаларын иламайынса уҡый алмайым. Күҙ йәштәрем өсөн һис кенә лә оялмайым. Медиашефлыҡ проектына ярашлы, Башҡортостан Донецк Халыҡ Республикаһына балалар баҫмалары менән тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәтте. “Аҡбуҙат”тың махсус сығарылышы гуманитар йөк менән бергә алыҫтағы балаларға тапшырылды. Луганск Халыҡ Республикаһы балалары өсөн дә журнал әҙер. Бәләкәйҙән илһөйәрлек, Тыуған илгә һөйөү, берҙәмлек тойғоһо тәрбиәләгән баҫмалар бик кәрәк хәҙер.
– Бөтәбеҙ ҙә һинең кеүек киләһе йылға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ, изгелеккә, романтикаға, йылы аралашыуға һыуһағанбыҙ. Тағы шуға ниндәй теләктәреңде өҫтәр инең?
– Кешеләрҙе бер-береһенә яҡынайтҡан аңлашыу, ышандырыу көсө ярҙамында донъяла һиллек урынлашыуын, бөтә балаларҙың да бәхетле булыуын теләйем. Ҡуяндар – йылылыҡ, уңайлыҡ яратҡан йән эйәләре, шулай булғас, йыл да уңышлы, күңел дә тыныс булыр кеүек. Барыбыҙ ҙа иҫән-һау булайыҡ, ғаиләләргә именлек ҡунһын!
Балаларыбыҙҙы, Башҡортостандың кескәй граждандарын, халҡыбыҙ асылына тоғро итеп үҫтерергә яҙһын. Ә инде шағирә булараҡ, мин йәш быуын шағирәләре Гөлназ Искәндәрова, Ләйсән Сәлимова, Айгөл Ғиләжетдинованың китабын ҡулға алһам, был ысын мәғәнәһендә Ҡуян күстәнәсе булыр ине.
Динә АРЫҪЛАНОВА