Әйтәйек, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында балаларҙың яратҡан геройҙарының береһе Буратино тураһындағы музыкаль әкиәтте “Алтын асҡыс – REMAKE”/”Буратино” исеме менән сәхнәгә сығаралар, йәғни иҫке әкиәткә яңы ҡараш тәҡдим итәләр.
“Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Яңы йыл фәндәренең тылсымлы академияһы” тигән тамаша ҡуйыла. Спектакль кескәй тамашасылар менән аралашыу тәртибендә бара, унда һәр тамашасы персонаждарға сюжет линияһын һайларға ярҙам итә ала.
Рус драма театры сәхнәһендә «Дюймовочка и принц», «Снежная королева», «Волшебник Изумрудного города» әкиәттәренең персонаждары менән осрашырға мөмкин. “Родина” кинотеатры ла бала саҡтан таныш геройҙарҙы – “Чебурашка”, “Чук и Гек” персонаждарын ҡайтара. Был хаҡта “Сәләм” тапшырыуының русса өлөшөндә республика мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина һөйләп ишеттерҙе.
Ғөмүмән, Республикаға идара итеү үҙәгенән Башҡортостан юлдаш телевидениеһының бөгөнгө "Сәләм" тапшырыуына сыҡҡан тура эфирҙа – башҡортса һәм русса өлөштәрендә – каникулды күңелле һәм файҙалы итеп үткәреү тураһында һүҙ барҙы. Был хаҡта ентеклерәк итеп видеола ҡарарға була.
Республиканың бар ҡала һәм райондарындағы мәҙәниәт учреждениеларының Яңы йыл календарына ингән сараларын «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталында: kulturarb.ru/ru/ng-2023 ҡарарға мөмкин.
Фото: видеонан скриншот.