Яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” повесы буйынса тулы метражлы нәфис фильмын төшөрә башлайҙар. Был хаҡта Башҡортостан кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева хәбәр итте.
Проектты Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында Әмир Абдразаков исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы башҡара. Фильмдың режиссеры - Вилүрә Иҫәндәүләтова. Уны ғинуар аҙағында төшөрә башлаясаҡтар.
Ошо йәһәттән кастинг иғлан ителде. Унда 11-14 йәшлек малайҙар, 11-13 йәшлек ҡыҙҙар ҡатнаша ала, рус телен белеү талап ителә. Кастинг видеояҙмалар буйынса алып барыласаҡ. Ғаризалар республиканың бөтә райондарынан һәм ҡалаларынан ҡабул ителә.
Ҡатнашырға теләүселәр үҙҙәре менән таныштырырға – фамилияһын һәм исемен, йәшен, буйын/ауырлығын әйтергә һәм үҙҙәре тураһында һөйләргә йәки ҡыҫҡа шиғыр уҡырға тейеш. Видеояҙма 2-3 минуттан артмаҫҡа һәм уны яҡшы яҡтыртылған урында төшөрөргә кәрәк. Бәйләнеш өсөн телефон номерын күрһәтергә онотмағыҙ. Видеояҙмаларҙы электрон почтаға ебәрергә кәрәк: [email protected].
Йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” тип аталған автобиографик китабында балалар йортондағы тормош тураһында һүҙ бара. Повесть күп телдәргә тәржемә ителгән, уҡыу программаһына индерелгән, бестселлер тип иғлан ителгән. Башҡортостан, Татарстан, Бүрәт, Тыва, Ҡалмыҡ республикалары һәм Ҡаҙағстан театрҙарында ошо әҫәр буйынса спектаклдәр уңышлы ҡуйыла.
Фото: vk.com