Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Декабрь 2022, 07:20

Совет балалығы музейы

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә бик ҡыҙыҡлы музей тураһында яҙған.

Совет балалығы музейыСовет балалығы музейы
Совет балалығы музейы

"Борай районының Борай ауылында совет балалығы музейы бар. Уны урындағы эшҡыуарҙар – Рәйсә һәм Артур Кәлимуллиндар асҡан. Үҙ магазинында улар бинаның бер өлөшөн бүлеп бирә һәм унда музей булдыра.

Музейға инеү бушлай. Уның хужабикәһе Рәйсә Муллайән ҡыҙы үҙе экскурсия үткәрә. Бер үтенес – сәфәр тураһында алдан иҫкәртер кәрәк.

Экспонаттар бөтә Рәсәйҙән – Калининградтан Владивостокка тиклем йыйылған. Ҡурсаҡтар, уйынсыҡтар, ҡурсаҡ кәрәк-яраҡтары һәм СССР осоро көнкүреш әйберҙәре коллекциялары – бөтәһе 600-ҙән ашыу берәмек. Борайҙан да, күрше ауылдарҙан да ҡыҙыҡлы нәмәләр бар.

Кәлимуллиндар ғаиләһенә ошондай изге башланғыс өсөн рәхмәт. Ҡыҙыҡлы һәм файҙалы", - тип яҙған Башҡортостан Башлығы.

Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov

Совет балалығы музейы
Совет балалығы музейы
Совет балалығы музейы
Совет балалығы музейы
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас