Бөгөн Башҡортостанда мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү советы ултырышы үтте. Был хаҡта республика Башлығы социаль селтәрҙәргә яҙма ҡуйҙы.
"Бөгөн күп ҡыҙыҡлы, шул иҫәптән сәнғәт ярҙамында ысын патриоттарҙы нисек тәрбиәләү тураһында фекерҙәр яңғыраны. Мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү буйынса совет булдырыуҙың маҡсаты ла – ул профессиональ эксперт майҙансығына, яңы идеялар тыуған һәм мөһим ҡарарҙар ҡабул ителгән үҙәккә әүерелергә тейеш ине. Беренсе ултырыш уңышҡа өлгәшеүебеҙҙе күрһәтте.
Тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ, әхлаҡи ҡиммәттәребеҙ беҙҙең өсөн нигеҙ булды һәм булып ҡала килә. Беҙ ижади коллективтарға, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ярҙам иттек һәм артабан да ярҙам итәсәкбеҙ, мәҙәниәт йорттары төҙөйәсәкбеҙ, ремонтлаясаҡбыҙ, республика халҡы араһында, айырыуса йәштәр тарафынан ихтыяж менән файҙаланған яңы сәнғәт әҫәрҙәрен булдырасаҡбыҙ.
Яңы ярҙам саралары араһында – 2023 йылдан Башҡортостан ҡалалары һәм райондары үҙҙәренең визит карточкаһына әйләнгән саралар һәм фестивалдәр өсөн 500 мең һум аҡса аласаҡ. Мәҫәлән, Бөрө районындағы "Керәшен һыуыҡтары", Әбйәлилдәге "Ҡомартҡы", Дүртөйлөләге "Туған тел", Ауырғазы районындағы "Уяв" кеүектәр.
Башҡорт, рус һәм татар театрҙарына яңы күләмле постановкаларға йыл һайын 10-ар миллион һум аҡса бүләсәкбеҙ.
Совет йылына ике тапҡыр йыйылыр, тип уйлайбыҙ. Көсөбөҙҙө ҡайҙа йүнәлтергә һәм был мөһим өлкәгә тағы нисек ярҙам итергә кәрәклеген аңларға кәрәк", – тип яҙҙы республика етәксеһе.
Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov