30 декабрҙә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫеше мәсьәләләре буйынса советтың беренсе ултырышын үткәрҙе. Уны ойоштороу тураһындағы Указға аҙна башында ҡул ҡуйылғайны.
Ултырышта министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, сенаторҙар, Рәсәй Дәүләт Думаһы, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, мәҙәниәт өлкәһендәге муниципаль белгестәр, шулай уҡ сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
Сара башында залға тантаналы рәүештә ике ҡурайҙы керттеләр, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы Хакимиәте матбуғат хеҙмәте. Уларҙың береһен 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре Бөйөк Ватан һуғышы осоронда бәреп төшөрөлгән дошман самолеты деталдәренән яһаған, ә икенсеһен Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон яугирҙәре махсус хәрби операция зонаһында пулемет патрондары гильзаларынан эшләгән.
Яҡын арала ҡурайҙарҙы Рәсәйҙең заман тарихы музейына тапшырасаҡтар. Ә 2023 йылдың йәйендә “Донбасс – Рәсәй: тарих һәм заман” экспозицияһы составында Башҡортостандың Милли музейында күрһәтәсәктәр.
Ултырышта рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау, үҫтереү мәсьәләләре, дәүләт мәҙәни сәйәсәт стратегияларын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләштеләр. Башҡортостан Башлығы үҙ сығышында әлеге ваҡытта мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәләрендә өҫтөнлөклө эштәрҙе билдәләне.
- Яңы йыл алдынан Советтың беренсе ултырышын үткәрәбеҙ. Уның составына инеүгә ризалыҡ биргән өсөн мәҙәниәттең һәм сәнғәттең сағыу вәкилдәренә рәхмәт белдерәм. Кәңәшмәләр эксперттар майҙансығына әйләнәсәк. Унда мәҙәниәт үҫеше тәҡдимдәрен эшләйәсәкбеҙ, - тине Радий Хәбиров. – Осрашыу барыһы өсөн дә мөһим ваҡытта үткәрелә. Махсус хәрби операция һәм коллектив Көнбайышҡа ҡаршы көрәш шарттарында илебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлайбыҙ. Күптән түгел Донбасста булдым, башҡорт батальондары яугирҙәре, мобилизацияланғандар менән аралаштым. Улар барыһына ла күп сәләм ебәрҙе. Улар өсөн беҙҙең ярҙам бик кәрәк. Мәҙәниәт буйынса совет был йүнәлештәге көсөбөҙҙө консолидациялар тип уйлайым.
Башҡортостан Башлығы Милли музейға Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальондың шәхси составы ҡул ҡуйған, теләктәрен яҙған флагты тапшырҙы. Ул уны Донбасстан килтергән.
- Үҙ ваҡытында тап мәҙәниәт һәм рухи ҡиммәттәр йәмғиәтебеҙҙең төп нигеҙе булып тора. Был йүнәлештәге эшебеҙҙең төп йүнәлеше – махсус хәрби операцияға, хәрбиҙәребеҙгә һәр йәһәттән булышлыҡ итеү, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. Ул хәрбиҙәргә терәк булған Башҡортостан мәҙәниәте һәм сәнғәте эшмәкәрҙәренә рәхмәт белдерҙе. Ул артистарҙың, ижади коллективтарҙың махсус операция зонаһына командировкаһының хәрбиҙәрҙең хәрби рухын һиҙелерлек күтәреүе хаҡында белдерҙе.
Башҡортостан Башлығы Рәсәй Президенты иғлан иткән Рәсәй халыҡтары мәҙәни мираҫы йылына һығымталар ҙа яһаны. Төбәк етәксеһе иң төп ваҡиғаларҙың береһе тип Бөрйән районыныда “Шүлгәнташ” музей комплексының асылыуын атаны. Тағы генерал Шайморатовҡа башҡорт яугирҙәренә мемориаль комплекс та баш ҡалабыҙҙың мөһим мәҙәни-тарихи объекты булыуы хаҡында әйтте. Был һәйкәл авторы Салауат Щербаков Мәҙәниәт буйынса совет составына инде.
2022 йылда Башҡортостан мәҙәниәте ярҙамға һәм уның үҫешенә дөйөм бюджет 13 миллиард тиерлек тәшкил иткән. Финанслауҙың төп йүнәлеше – айырыуса ҙур ихтыяж менән файҙаланған һәм мөһим объекттарҙы заманлаштырыу. Төбәк етәксеһе ауыл мәҙәниәт йорттарын төҙөүгә, ремонтлауға айырыуса иғтибар бүленеүе тураһында хәбәр итте. Дүрт йылда 78 мәҙәниәт объектын күтәргәндәр һәм яңыртҡандар. Яңыртҡанда модулле конструкцияларға өҫтөнлөк биреләсәк.
Башҡортостан Башлығы республикала “Пушкин картаһы” федераль программаһын тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәлелеге тураһында әйтте. Ул 2023 йылдан төбәктәге башҡорт, рус, татар театрҙарының яңы масштаблы постановкалар өсөн 10-шар миллион һум аласағы хаҡында белдерҙе. Ә республика райондары һәм ҡалалары визит карточкаһына әйләнәсәк мәҙәни саралар, фестивалдәр өсөн 500-шәр мең һум аҡса аласаҡ. Республика етәксеһе “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы буйынса гранттар һанын, суммаһын арттырыу мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.
Сарала Рәсәй мәҙәниәт министры Ольга Любимова видеосәләмләү ебәрҙе. “Башҡортостан – уникаль, үҙенсәлекле мәҙәниәтле төбәк. Был – бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара масштабтағы ваҡиғалар үткәреү урыны. Ҙур федераль проекттарҙа әүҙем ҡатнашаһығыҙ, - тине ул.
Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге закондарҙы камиллаштырыу тураһында һөйләне.
2021 йылда Башҡортостанда беренсе тапҡыр “Юғары музыка ваҡыты” проектын тормошҡа ашырғайнылар. Уны Рәсәй Дәүләт Думаһының Бюджет һәм һалымдар буйынса комитеты рәйесе Наталья Орлова башлағайны. Ул сәләм һүҙендә мәҙәни элитаға ингән Совет составы маҡсаттар, мөмкинлектәр һәм артабанғы эш перспективалары тураһында яҡшы һөйләй тип белдерҙе.
Ултырышта Өфө тарихына һәм республиканың мәҙәни мираҫына ла айырым иғтибар бүленде. Башҡортостандың халыҡ шағиры, филология фәндәре докторы Рәшит Шәкүр төбәктә V – XVI быуатта булған боронғо ҡалаға, “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосы геройҙарына һәйкәлдәрҙе Өфөлә булдырыу тураһында әйтте. Радий Хәбиров был һорауҙар буйынса аналитик эштең барыуы тураһында әйтте, республика Хөкүмәтенә һәм ҡала хакимиәтенә тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
Һөйләшеүҙәргә һығымта яһап, Радий Хәбиров артабан бындай осрашыуҙарҙы йылына ике тапҡыр ойошторорға тәҡдим итте.
- Беҙҙә ҡуйылған мәсьәләләрҙе финанс һәм ойоштороу йәһәтенән хәл итеү өсөн мөмкинлектәр бар. Иң мөһиме – көстө йәлеп иткән йүнәлештәрҙе дөрөҫ асыҡлау. Республика мәҙәниәтенә, сәнғәтенә ҡағылышлы ҡарарҙарҙы ҡабул итеүҙә ярҙам итһәгеҙ, рәхмәтле булыр инем. Һеҙҙең фекерегеҙ беҙҙең өсөн бик мөһим, - тине Радий Хәбиров.
Совет ултырышы аҙағында Рәсәй заман тарихы музейы һәм Башҡортостандың Милли музейы араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Тағы Рәсәй Кинематографистар союзы менән “Башҡортостан” киностудияһы, “Муха” анимация студияһы үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы документҡа ҡул ҡуйҙы.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктәге мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫешенә индергән өлөш өсөн дәүләт наградаларын, шулай уҡ Михаил Нестеров исемендәге һынлы сәнғәт һәм сәнғәтте өйрәнеү дәүләт премияларын тапшырҙы.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/160733.