Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Ғинуар 2023, 11:00

Маныштылар септә үрә

Септә үреү халҡыбыҙҙың боронғо кәсебе ул. Бигерәк тә урман башҡорттары араһында таралыу алған

Маныштылар септә үрәМаныштылар септә үрә
Маныштылар септә үрә

Белорет районының Манышты ауылында “Ирҙәр ҡоро” ойошмаһы әүҙем эшләй. Уның ағзалары йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә тос өлөш индерә, шулай уҡ халыҡ кәсепселеген тергеҙеү буйынса ла эш алып бара.

Уҙған йылдың декабрендә Манышты мәктәбендә “Мөһим һөйләшеү” сараһында ҡатнашырға тура килде. Унда ауылдың оҫталары ҡул эштәре күргәҙмәһен ойошторғайны. “Ирҙәр ҡоро” ойошмаһы ағзалары Вилдан Абдрахманов менән Юнир Ғилманов септә үреү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте.

Септә үреү халҡыбыҙҙың боронғо кәсебе ул. Бигерәк тә урман башҡорттары араһында таралыу алған. Мәҫәлән, һалабаштан әҙерләнгән септә менән аттың өҫтөн ябалар.

– Септә һуғыу өсөн төп материалды – һалабашты әҙерләү өсөн йүкә ағасы кәрәк. Уны әҙерләүгә ике ай самаһы ваҡыт китә. Һалабаш әҙер булғас, септә кеүек әйберҙәр үрә башлайбыҙ. Был кәсепселек менән шөғөлләнеү бик оҡшай. Балаларҙы өйрәтәбеҙ, төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнашабыҙ. Һатып алырға һорағандар ҙа бар, – ти уртаҡлашты Вилдан Абдрахманов.

Автор фото һәм видеояҙмаһы (“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” социаль төркөмөндәге сәхифәһендә ҡарай алаһығыҙ).

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас