Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
4 Ғинуар 2023, 10:00

"Һеҙгә әсәйең мәкенән ҡусты тотоп алып ҡайтты, мин хәҙер шул бәпәйҙе йыуындырам..."

Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев: "Донъяға тәүге ауаз һалған көнөмдә өйҙә ниндәй мәшәҡәттәр, шатлыҡтар булды икән? ...Был хаҡта үҙенең бала саҡ хәтирәләре менән минең бер туған Фәриғә апайым уртаҡлашты".

"Һеҙгә әсәйең мәкенән ҡусты тотоп алып ҡайтты, мин хәҙер шул бәпәйҙе йыуындырам..."
"Һеҙгә әсәйең мәкенән ҡусты тотоп алып ҡайтты, мин хәҙер шул бәпәйҙе йыуындырам..."

Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев: "Донъяға тәүге ауаз һалған көнөмдә өйҙә ниндәй мәшәҡәттәр, шатлыҡтар булды икән? ...Был хаҡта үҙенең бала саҡ хәтирәләре менән минең бер туған Фәриғә апайым уртаҡлаша".

...Көҙгө аяҙ һалҡын көн. 1959 йылдың 23 ноябре. Ауыл йоҡоға талған. Ғәҙәттәгесә, төпкө бүлмәгә атайым менән әсәйемә, Зиннур ҡустыма һәм Рәхимә һеңлемә урын йәйгәс, алғы бүлмәләге урындыҡҡа Рәхилә һеңлем менән мин дә йоҡларға яттыҡ. Фәриҙә апайымдың Мәмбәттә 5-се класта уҡып йөрөгән сағы, ә Тайба апайым (атайымдың һеңлеһе) күптән йоҡлай.
Рәхилә менән сағыу төҫтәге ҡорама юрғандарыбыҙҙы ябынып ятҡас та, тиҙ генә йоҡоға китә алмай юрғаныбыҙҙың биҙәктәрен барлайбыҙ: быныһы - әсәйҙең күлдәге ише; быныһы - Тайба апайҙыҡы, һинеке, минеке...
Төнөн бала илаған тауышҡа уянып киттем. Башымды ҡалҡытып ҡарайым: төпкө бүлмәлә ут яна. Ул арала унан күлдәк итәктәрен бөрмәһенә ҡыҫтырып, еңдәрен һыҙғанып алған Вәспиямал апай килеп сыҡты. Атай ҙа, әсәй ҙә күренмәй, нимә эшләп йөрөй икән ул беҙҙә төн уртаһында? Мин тороп ултырам.
- Ят, ят, йоҡла, һеҙгә әсәйең мәкенән ҡусты тотоп алып ҡайтты, мин хәҙер шул бәпәйҙе йыуындырам - тип, Кендек әбейе итәктәрен елпелдәтеп, кире инеп китте.
Ҡустымды бик ныҡ күрәһе килә бит әле. Ул арала тыштан атайым килеп инде лә минең аяҡ осона, урындыҡҡа ултырҙы. Уның:
- Рәхмәт, ҡарындаш, һөйөнсөһөнә һиңә күлдәклек, - тигәне ҡолаҡҡа сағылды.
Ниңә атайым үҙе бармағандыр мәкегә? Һыуҙан тотоп алған тап-таҙа бәпесте ниңә йыуындырҙылар инде? Ғәжәп…
Баш осомдағы тәҙрәнән төшкән ай яҡтыһында оҙаҡ ҡына уйға сумып ятам. Йоҡо аралаш, атайымдың юрғанымды йүнәтеп япҡанын һәм ауыр ҡулдары менән һөйөп ҡуйғанын тойоп ҡалдым.
Беҙ йоҡонан торғанда, әсәйем бәпәйҙе имеҙеп ултыра ине, йүгерешеп барып һырып алдыҡ. Күҙҙәре йомоҡ, ә үҙе кинәнеп имә сабый. Бармаҡтарым менән һаҡ ҡына битенән һыйпайым. Ниндәй йомшаҡ! Мин үбергә үреләм, ә еҫе ниндәй тәмле! Ҡулдарыма тотоп ҡарарға теләгәйнем дә, әсәй рөхсәт итмәне. Ул урындыҡ аҫтынан ҡатырға ҡумта сығарып, бәпәй күстәнәсе тип, беҙгә кәнфит, перәниктәр тотторҙо.
Ошо көндән башлап, беҙҙең өйөбөҙ тағы ла йәмләнеп, нурланып киткәндәй булды. Ҡустыбыҙ йоҡоһонан уянғансы, йә иһә үҙебеҙ тыштан уйнап ингәнсе лә һағынып өлгөрәбеҙ, “мин бәүелтәм”, “мин күтәреп йөрөтәм”, тип, талашып та алабыҙ. Иптәштәребеҙ менән үпкәләшһәк, “беҙҙең бәпәйебеҙ бар, ә һеҙҙеке юҡ” - тип еңеп ҡуя инек.
Ул көнө беҙҙән кеше өҙөлмәне: күрше-тирә, тыуған-тыумаса әсәйгә күстәнәс (ҡалъя) ташынылар. Сейәле май, ҡорот, бауырһаҡ, ҡоймаҡ һәм башҡа тәм-том менән өҫтәл тулды. Әсәйем дә уларҙы буш ҡул менән сығарманы, бәпәй бүләге тип, таҫма, һабын, еҫле май өләште.
Төштән һуң атайым менән мал ҡарарға сыҡтыҡ. Минең ярҙам шунан ғибарәт: атай уйып ҡайтҡан мәкегә һыйырҙарҙы ҡыуып алып барып, һуғарып ҡайтам.
Һыйырҙар, һыу эсеп туйғас, ҡайтырға йүнәлде, ә мин боҙ өҫтөнә ятып, мәке төбөнә күҙ һалам, тағы берәй сабый күренмәйме унда, килеп алыусы булмаһа, өшөп ятыр юҡһа. Юҡ, был мәкелә күренмәй, тиҙерәк икенсеһенә йүгерәм, әммә уныһының өҫтө туңған булып сыҡты, аяҡ менән тибеп ҡарайым, боҙ ватылманы, ике аяҡлап мәке өҫтөнә һикерәм һәм уйылып һыуға сумам. Терһәктәрем менән мәке ситенә таянып, тырмашып һыуҙан сығам һәм һыулы быймаларымды көскә һөйрәп, илай-илай өйгә йүгерәм.
Кис, эштән ҡайтҡас, атайым ҡыйыҡ эсенән төшөрөп, төпкө бүлмәгә, мейес янынараҡ түшәмдәге дүңгәләккә сәңгелдәк элеп, матур биҙәкле ҡорған менән ҡаплап ҡуйҙы.
Һуңыраҡ ҡустымды бәүелтеп йоҡлатҡанда, сәңгелдәк өҫтөнә арҡыры ятып, бергә бәүелеүҙәр ҙә, минең ауырлыҡты күтәрә алмай, бау өҙөлөп, бала менән бергә йығылып төшкән саҡтар ҙа булды. Ә әлегә бит остары ҡыҙарып торған һылыу, йәш әсәйем көйләй-көйләй сәңгелдәк бәүелтә. Бишек еленә яулыҡ остары елберләп тора. Өй эсенә моң тула. Ул сәңгелдәктәге сабыйҙы ғына түгел, ә бөтә өйҙө тирбәтә кеүек.
Бер көн мәктәптән ҡайтып инһәм, өйгә ҡунаҡтар йыйылған. Ҡустыма исем ҡушалар. Ҡунаҡтар ултырған бүлмәгә инергә оялып, төпкө бүлмәнең ишегендәге күҙ уйымындай ғына ботаҡ тишегенән урындыҡта теҙелешеп ултырған ҡунаҡтарға күҙ һалам. Сафия, Ғәйшә, Бибиниса, Асия, Шәрифә, Шәмсийыһан инәйҙәрем, Вәспиямал апайымдар, матур күлдәктәрен кейеп, биҙәкле яулыҡтарын яҙып бәйләп, теҙелешеп ултырғандар. Ә иң түрҙән Миннур олатай менән Әхмәтвәли олатай урын алған. Атайым менән әсәйем ҡунаҡтарға ҡаршы яҡта ултыралар. Ә уртала, мендәр өҫтөндә, ап-аҡ йүргәккә төрөлгән бәләкәй ҡустым ята. Әхмәтвәли олатай аҙан әйтеп, бәпәйҙең ҡолағына эйелеп, “Исемең Хөрмәтулла булыр”, тип ҡат-ҡат ҡабатланы. Инәйҙәрем аҡыллы-тәүфиҡлы булыуын, оҙон ғүмер теләп, доға ҡылды. Һуңынан әсәйем саҙаҡа өләште һәм баҫмалы ептәрҙе таратып сыҡты.
Епте баҫмалауҙы оло быуын кешеләре белә инде. Әсәйем бүлмәнең бер мөйөшөнә - мине, икенсе мөйөшөнә Рәхилә һеңлемде ҡуйҙы ла еп оҙата башланы. Ептең бер осон миңә тоттороп, һеңлемдең ҡулына тиклем һуҙып алып барып, тағы миңә әйләнеп килеп, икебеҙҙең арала йөрөй торғас, кәтүк тағатылып бөтә, бер кәтүктән ике баҫма еп сығарабыҙ. Епте беҙҙең ҡулдарҙан ысҡындырып, баҫмалап бәйләп ҡуя ла, икенсе кәтүккә тотона, шулай итеп, биш-алты кәтүкте баҫмалап ҡуйҙыҡ. Был ептәрҙе бөкләнгән урындан, ҡатлы-ҡатлы килеш ҡырҡып, сөйгә элеп ҡуйһаң, энәгә үткәреп тегеүгә әҙер. Ептәр тик аҡ төҫтә ине. Был да, моғайын, тиккә түгелдер, сабыйға аҡ ептәрҙәй аҡ, оҙон ғүмер юлы юрау булғандыр.
Шулай итеп, донъяға Кеше тыуҙы… Хөрмәтулла башланғыс мәктәпте тамамлағас та уйынсыҡ машинаға ҡом тейәп, үҙалдына геүләп-гөрөлдәп, шуны һөйрәтеп уйнай ине. Йәнә бер үҙенсәлекле һыҙаты- бала сағынан уҡ һәр нәмәгә үҙенең ҡарашы, үҙенең фекере булыр ине һәм уны өгөтләп тә, ҡурҡытып та, әрләп тә үҙгәртеп булмай торғайны. “Юҡ” тип әйтә икән, бөттө, тырышма ла. Мин бәләкәй ваҡытта уның был холҡон тиҫкәрелек тип баһалай торғайным, үҫә килә үҙ фекереңде яҡлау, үҙ һүҙеңдә тора белеүҙең ир кешегә бик кәрәкле сифат икәнен аңланым. Һәм ошо һыҙаттар уның характерын билдәләүсе төп сифаттарҙың береһе, бәлки, иң мөһимелер.
Ул - әлеге ваҡытта Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры һәм Өфө сәнғәт институты доценты, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшев.
Мин был мәҡәләмдә ҡәҙерле ҡустымдың ғүмеренең үҙенә билдәле булмаған өлөшөн, уның яҡты донъяға тыуыу мәлен ете-һигеҙ йәшлек бала күҙлегенән сығып тасуирланым".


Автор: Фәриғә Күсәкова.

Фото: vk.com

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: