Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
4 Ғинуар 2023, 13:30

Мортаза ағай минең туғаным...

Ошо хәлдән һуң директор миңә иң яҡын дуҫ кеүек булды ла ҡуйҙы

Мортаза ағай минең туғаным...
Мортаза ағай минең туғаным...

Яңы директор килһә, уға һәр кем үҙенсә ”объектив” хәлдәрҙе һөйләп, ошаҡлап, уны дошмандарына ҡаршы ҡуйыу оҫталығыбыҙ бар. Беләм, Әсинә минең хаҡта нәмәлер һөйләгән, сөнки директор минең менән йүнләп һаулашмай ҙа, һөйләшмәй ҙә.

Һәҙиә Дәүләтшинаның яңы ғына типографиянан сыҡҡан “Ырғыҙ” тип аталған китабын һатып алдым һәм уның иң беренсе аҡ битенә: “Юнир ҡустым, туған көнөң менән ҡотлайым, имен-һау йәшә. Ҡотлап: ағайың Мортаза Рәхимов” тип яҙҙым. Гәзиет-журналдарҙа сыҡҡан ҡултамағаһына оҡшатып, ҡул ҡуйҙым да, уны тотоп директорға индем. Кәрәкле мәсьәләмде әйтеп, 10–15 минут тирәһе һөйләшеп ултырғандан һуң, китабымды онотҡан булып, сығып киттем. Бер аҙна уҙғас, ул мине кабинетына саҡырып алды ла:

– Юнир Хаевич, бына китабығыҙҙы онотоп ҡалдырғаныһығыҙ. Әйткәндәй, Мортаза ағай һеҙгә ҡайһы яҡлап туған була, – тип һораны.

–Олатайым, Әүжәндән Мәләүезгә тиклем һал ағыҙғанда, ун өс йәшлек кенә оләсәйемде кәләш итеп алып ҡайтҡан. Өләсәйем, Мортаза ағайҙың атаһы менән бер туғандар. Мин егет саҡта, Мортаза ағай атаһының ҡушыуы буйынса, оләсәйемдең хәлен белергә туған яғына ҡайтышлай беҙгә инеп сыға ине, – тинем. 

Ошо хәлдән һуң директор миңә иң яҡын дуҫ кеүек булды ла ҡуйҙы, ә Мортаҙа ағайҙың миңә бер туғанлығы ла юҡ.

(Уйынлы-ысынлы мажаралар).

Автор: Юнир Салауатов.

Фото: mkset.ru 

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: