Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
9 Ғинуар 2023, 16:30

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейына - 75 йыл

Музей хеҙмәткәрҙәрен ихлас ҡотлап, был йорттан артабан да халыҡ өҙөлмәҫ тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейына - 75 йылМәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейына - 75 йыл
Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейына - 75 йыл

Теүәл 75 йыл элек Өфөлә Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы асылған. Ул Гоголь урамы, 28/1 адресы буйынса урынлашҡан. Был йортта М. Ғафури 1923 йылдан 1934 йылға тиклем йәшәгән.

Бында әҙип "Ҡара йөҙҙәр" (1927), "Тормош баҫҡыстары" (1928), "Шағирҙың алтын приискыһында" (1930) повестарын, "Ҡыҙыл йондоҙ" (1925) драмаһын, "Эшсе" операһының шул уҡ исемдәге поэмаһы мотивтары буйынса либреттоһын һәм бик күп шиғырҙарын яҙған.

Был йорттоң хужалары ҡунаҡсыллығы менән айырылып торған. Унда А. Таһиров, Д. Юлтый, Ш. Хоҙайбирҙин, Б. Ишемғол, С. Ҡудаш, Ғ. Ғүмәр, йәш яыусылар С. Кулибай, Ғ. Әмири, М. Тажи, Ғ. Сәләм, С. Агиш һәм башҡалар Мәжит Ғафуриға үҙҙәренең яңы әҫәрҙәрен уҡып ишеттергән, халыҡ шағирының кәңәштәрен тыңлаған.

1948 йылдың 10 ғинуарында мемориаль йорт-музейҙы асыу тантанаһы үтә. Музей бинаһы – 19-сы быуат архитектура ҡомартҡыһы.

Хәҙерге ваҡытта музейҙың ете залы бар. Дүртәүһендә шағирҙың тормошо һәм ижады тураһында документаль экспозиция урынлаштырылған, ә ҡалған өсәүһендә Мәжит Ғафуриҙың һәм уның ғаиләһенең мемориаль фатиры тергеҙелгән. Ысын экспонаттар милли әҙәбиәт классигы йәшәгән мөхитте һәм ваҡытты тергеҙә. Йорт-музейҙың баһалап бөткөһөҙ ҡомартҡылары Мәжит Ғафуриҙы шағир ғына түгел, ә һоҡланғыс атай, ир, дуҫ булараҡ та күрһәтергә ярҙам итә. Музей фондында 2000-дән ашыу экспонат һаҡлана.

Хәҙерге көндә Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы баш ҡаланың ғына түгел, тотош республикабыҙҙың әҙәби-мәҙәни усаҡтарының береһе булып тора. Музей мөдире - филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы Бүләкова етәкселек иткән музейҙың ғилми хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың тәүге халыҡ шағирының ижади мираҫын артабан да һаҡлау, өйрәнеү, халыҡҡа еткереү өҫтөндә эшләү менән бергә, хәҙерге милли әҙәбиәтебеҙҙе үҫтереүгә тос өлөш индергән яҙыусылар менән осрашыуҙар, китап уҡыусылар конференциялары, ижад кисәләре, әҙәби конкурстар, башҡа төрлө сараларҙы йыш үткәреп тора. Хәҙер инде был музейҙың үҙенә генә хас традициялары ла барлыҡҡа килгән. Әйтәйек, 2022 йылдың Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылы тип иғлан ителеүен иҫәпкә алып, музей янында "Зөһрә ханым оҫтаханаһы" тип аталған клуб ойошторолоп, унда билдәле һүҙ оҫталары ҡатнашлығында байтаҡ оҫталыҡ дәрестәре үтте. Музей хеҙмәткәрҙәрен юбилейҙары менән ихлас ҡотлап, артабан да был йорттан халыҡ өҙөлмәҫ тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Фотолар: Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы төркөмө.

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейына - 75 йыл
Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейына - 75 йыл
Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейына - 75 йыл
Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейына - 75 йыл
Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейына - 75 йыл
Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейына - 75 йыл
Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейына - 75 йыл
Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейына - 75 йыл
Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейына - 75 йыл
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас