Үҙенсәлекле тауышлы йырсы Хәсән Усманов 1975 йылдың 9 ғинуарында Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуған.
1990 йылда Хәсән Урал аръяғы музыка мәктәптәре араһында үткәрелгән йәш музыканттар төбәк конкурсы лауреаты дипломына лайыҡ була.
Йырсы Сибай ҡалаһындағы политехник колледжына уҡырға инә. Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт итә. Армиянан ҡайтҡас, Сибайҙа уҡыуын дауам итә, “Йәнгүзәл” вокаль ансамбле составында сығыш яһай. Өфө сәнғәт училищеһында, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында белем алған һәм уны магистр дәрәжәһендә тамамлаған. 2001 йылдан уҡыу менән бергә республика һәм Рәсәй буйлап гастролдәрҙә йөрөй.
2003 йылда башҡорт музыкаһын пропагандалау һәм йәш йырсыларға ярҙам күрһәтеү маҡсаттарында “Хәсән” ижади студияһын аса.
Башҡорт дәүләт филармонияһы, “Мираҫ” ансамбле солисы була. 2003 йылдан “Хәсән”) ижади студияһы етәксеһе һәм солисы.
Хәсән Усманов - Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы. Уның ҡатыны Зилә лә йырсы. Усмановтар ғаиләһендә Шәүрә исемле ҡыҙ һәм Урал исемле ул үҫә.
Беҙ Хәсән Усмановҡа ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете, уңыштар, шатлыҡ-ҡыуаныстар, яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ.
Фото: k.com/khasanusman?z=photo65464632_457251404%2Falbum65464632_0%2Frev