Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһының Милли йәштәр театры артисы Рушанна Бабич Ҡуян йылында тыуған, шуға ла ул быйылғы йылға ҙур өмөт бағлай.
– Мин үҙемде бесәйгә яҡыныраҡмын, тип уйлайым. Ҡуян да, бесәй ҙә – бер үк йылдың символдары, әммә миндә бесәйгә хас һыҙаттар өҫтөнлөк итә. Өләсәйем Нурания Шәйхелислам ҡыҙы ла Ҡуян йылында тыуған. Холҡом да уныҡына оҡшаған. Ул Дәүләкән ҡалаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытты. Баҫалҡы, тыныс, йомшаҡ күңелле ине. Был – бесәйҙәргә лә, ҡуяндарға ла хас һыҙат.
Ҡуяндар дипломат була белә, шуға ла 2023 йыл килешеүҙәр йылы булыр, тип ышанам. Ҡуян да, бесәй ҙә йортта бөхтәлекте ярата, шуға ла ғаиләләргә именлек теләйем, иң мөһиме – тыныслыҡ булһын.
Ҡуяндар ҡурҡаҡ тиҙәр, әммә ғәмәлдә улар ҡыйыу йөрәкле, – тине Рушанна Юрьевна.
Ысынлап та, Рушанна Бабичтың тормош юлына күҙ һалһаң, уның тыныс, әммә ҡыйыу ҡатын-ҡыҙ икәнен аңлайһың. Ул һәләтле артист ҡына түгел, республиканың ижтимағи-сәйәси тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты ла.
Рушанна Юрьевнаның яҙмышы башҡорт мәҙәниәте менән тығыҙ бәйләнгән. Ул юғары исемдәргә һәм ҡаҙаныштарға эйә: Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы.
Рушанна Бабич, ата-бабаларының иҫтәлеген һаҡлап, уларҙың идеалдарын хөрмәт итеп, үҙ халҡына фиҙакәр хеҙмәт итә. Ул ижади ғаиләлә үҫкән. Әсәһе – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Даһи ҡыҙы. Атаһы – Юрий Фролович Комков, Башҡорт телевидениеһы директоры була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рушаннаға ни бары 12 йәш булғанда ул яҡты донъянан киткән.
Рушанна Юрьевнаның олатаһы ла, атаһы яғынан олатаһы ла хәрбиҙәр була. Ватанды һаҡлап, Камчатка, Сахалин, Пермь ҡалаларында хеҙмәт иткәндәр.
Бабичтар ғаиләһе үҙенең мәғрифәтселәре һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән билдәле. Улар араһында мәшһүр шағир һәм социаль-сәйәси эшмәкәр Шәйехзада Бабич, Силәбелә беренсе мосолман китапханаһына нигеҙ һалған Нурислам Бабичев та бар.
Рушаннаны тәрбиәләүгә өләсәһе Нурания Шәйхелислам ҡыҙы Вафина ҙур йоғонто яһаған. Ул Дәүләкән районының Мерәҫ ауылында тыуып үҫкән, XVIII быуаттың билдәле ғалим-дин белгесе Ғәбдрәхим Үтәзи Имани әл Болғари ғаиләһенән. Дәүләкән ҡалаһының 3-сө урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән.
1995 йылда “Быяла пассажир” фильмын төшөргәндә Рушанна Юрьевна буласаҡ ире, режиссер Булат Йосопов менән таныша. Шул ваҡыттан алып улар тормошта ла, ижадта ла бер-береһенә ярҙам итә. Рушанна Юрьевна менән Булат Тимербай улы Дауыт исемле ул тәрбиәләйҙәр.
Рушанна 1995 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлай һәм Йәштәр театры сәхнәһенә сыға, унда 20 йылдан ашыу эшләй. 2000 йылда Мәскәүҙә Рәсәй театр сәнғәте академияһының режиссерлыҡ бүлеген (РАТИ-ГИТИС) тамамлай. Сәхнәлә милли, рус һәм сит ил драма спектаклдәрендә 40-тан ашыу роль башҡара. Уның эшмәкәрлеге театр тәнҡитселәре тарафынан юғары баһалана һәм тамашасыларҙың һөйөүен яулай.
Рушанна Бабич киноға ла әүҙем төшә. Ул концерттар, телетапшырыуҙар, ҙур саралар алып барыусы булараҡ та билдәле, шулай уҡ ике тапҡыр ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-фатиры сәхнәһендә, Рәсәй илселегендә һәм Берлиндағы, Истанбулдағы һәм Анкаралағы “Рәсәй йорто”нда республикабыҙ исеменән сығыш яһай. Ҡырғыҙстанда һәм Нидерландта Башҡортостан мәҙәниәте көндәренең алып барыусыһы була.
Рушанна Юрьевна — актриса ғына түгел, ә Өфөлә Константин Хабенский нигеҙ һалған “Хахачу” балалар ижади үҫеш студияһы уҡытыусыһы ла. Студия уның хәйриә фонды менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Әйтәйек, 2017 йылда Өфө студенттары һәм уҡытыусылары Швейцарияның Лозанна ҡалаһында “Рәсәй хазиналары” хәйриә балын әҙерләп үткәрә, унан алынған килем баш мейеһе яман шешенән яфаланған балаларҙы дауалауға йүнәлтелә.
2018 йылда Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау кампанияһында Рушанна Юрьевна Владимир Путиндың ышаныслы кешеһе була. 2018 йылда иһә уға, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты булараҡ, яуаплы бурыс йөкмәтелә.
Ғөмүмән, уның ошондай бай ижади һәм ижтимағи-сәйәси тормош юлына ҡарап, Ҡуян йылында тыуғандарҙың ҡыйыу йөрәкле булғанына инанаһың.
Рәмилә МУСИНА