Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Ғинуар 2023, 19:30

Һеҙҙең өсөн - "Башҡорт музыкаһының алтын биттәре”

Милли симфоник оркестр башҡорт милли академик музыкаһының сағыу өлгөләрен күрһәтәсәк.

Һеҙҙең өсөн - "Башҡорт музыкаһының алтын биттәре”
Һеҙҙең өсөн - "Башҡорт музыкаһының алтын биттәре”

2023 йылдың 19 ғинуарында Башҡортостандың Милли симфоник оркестры милли академик мәҙәниәтте үҫтереүгә йүнәлтелгән һәм башҡорт симфоник музыкаһының сағыу өлгөләрен күрһәткән “Башҡорт музыкаһының алтын биттәре” абонементын дауам итә. Программала замандаш композиторҙар – Илдар Хисаметдинов һәм Рафаил Ҡасимовтың әҫәрҙәре тәҡдим ителәсәк.

Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Композиторҙар союзы ағзаһы Илдар Хисаметдиновтың музыкаһы ҡыллы оркестр өсөн “Биш башҡорт көйө” циклы, “I. S. Bach Galaxy” һәм “Азамат” скрипка менән оркестр өсөн концерт пьесалары менән күрһәтелгән. Уны Башҡортостандың халыҡ артисы, оркестр концертмейстеры Илшат Мөслимов башҡарасаҡ. Кларнет композиторҙың яратҡан ҡоралдарының береһе булып тора, шуға күрә концертта кларнет менән оркестр өсөн концерт-рапсодия яңғыраясаҡ. Был әҫәр билдәле Өфө музыканты, профессор Илдар Солтановҡа ихтирам йөҙөнән яҙылған.

Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй һәм Башҡортостан Композиторҙар союзы ағзаһы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, танылған симфонист Рафаил Ҡасимов Икенсе донъя һуғышы тамамланыуға 60 йыл тулыуға арналған 7-се симфонияны, шулай уҡ “Шүлгәнташ мәмерйәһендә” һәм “Азеопаның дүрт куплеты” симфоник картиналарын тәҡдим итәсәк. Был кистә улар Өфөлә тәүгә башҡарыласаҡ.

Дирижеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, оркестрҙың баш дирижеры Дмитрий Крюков.

Концерт “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтә (Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 50). 19.00 сәғәттә башлана.

Фото: “Башҡортостан” дәүләт концерт залы.

Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: