Ғәбиҙә Вәлиеваның исеме хәҙер милли кейемебеҙ менән ҡыҙыҡһынған һәр кемгә яҡшы таныш. Оҫтабикә Ҡурған башҡорттарына хас кейемде, биҙәктәрҙе тергеҙеү менән мәшғүл. “Тамға” конкурсында әүҙем ҡатнашып, еңеүселәр рәтендә лә булды ул.
Тамбурлы сигеү – икенсе төрлө ҡайып сигеү, элмә сигеү һәм башҡа төрлө лә атайҙар – Ғәбиҙә апайҙың яратҡан алымы. Оҫтабикәнең күлдәктәре, алъяпҡыстары, таҫтамалдары, хатта өҫтәл ябыуҙары ла ошо ысул менән биҙәлгән. Халыҡтың традицион кейеменә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уғата көсәйгән мәлдә оҫта ҡуллы ханымға теге йә был кейемде, көнкүрештә ҡулланылған милли әйберҙәрҙе һорап мәрәжәғәт итеүселәр күп. Береһенең дә үтенесен кире ҡаҡмаҫҡа тырыша ул. Йортондағы эш бүлмәһендә ниндәй генә өлгөләр юҡ! Ейәндәре был бүлмәне шуға ла “өләсәйҙең музейы” тип атай.
Беренсе каналдың “Доброе утро” тапшырыуына сюжет эшләргә кәрәккәс, Ғәбиҙә Ғибаҙулла ҡыҙына үҙебеҙҙең “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһынан бәйләнешкә сығалар. Ул тапшырыуҙа эфирға сығарыр өсөн таҫтамалға биҙәк сигеп күрһәтә. Эш барышы, әлбиттә, камераға төшөрөлә. Әйткәндәй, Ғәбиҙә апайға ҡоҙағыйы Нәфисә Нәҙерғолова, ейәнсәре Рузана ҡушылған. Таҫтамал сигеп кенә түгел, ойоштороусыларҙың үтенесе буйынса, малайҙар күлдәгенә Ҡурған биҙәген дә һалып күрһәтә егәрле апай.
Тынғыһыҙ оҫта башҡорт милли кейеменең боронғо өлгөләрен тергеҙеүгә ҙур өлөш индерә. Был уның һүрелмәҫ идеяһына, тормошоноң мөһим мәғәнәһенә әйләнгән, тиергә кәрәк. Элмә сигеүҙән тыш, ул башҡорттарҙа элек киң таралған, Ҡурған яҡтарында һаҡланған “нағыш” биҙәген дә тергеҙеүгә тотонған, артабан күберәк ошо ысул менән эшләргә уйы.
Оҫтабикәнең ҡулдары талыу белмәһен, йөрәгенән дәрт китмәһен. Ә милли кейем оҫтаһы ҡатнашлығындағы сюжетты оҙаҡламай федераль каналдан күрербеҙ, тип ышанабыҙ.
- Рәүилә Ғатауллина