

Әҙәбиәт ниҙән башлана? Тәүге тапҡыр китап күреүҙәнме? Атай-әсәй уҡып биргән тәүге китаптанмы? Хәреф өйрәнеүҙәнме? Ижекләп уҡыған тәүге һүҙҙәнме? Минең өсөн әҙәбиәт Зәйнәб Биишеваның “Йәнле хәрефтәр”енән, алты йәшлек сағымдан, башланды. Шул китап аша уҡырға өйрәндем, яңы һүҙҙәр оттом, шиғыр ятланым. Һәм ғүмерем буйына уның һүрәтле биттәре иҫкә төшә, күҙ алдыма килеп баҫа. Шул китап күңелемдә китапҡа, нәфис һүҙгә һөйөү орлоҡтары һалды.
Ә башҡортса китаптарыбыҙ уҡылырмы?
Бөгөн балаларыбыҙ китап уҡыймы? Ғаиләлә китапҡа һөйөү тәрбиәләнәме? Сабыйҙарҙың ғүмерлеккә иҫендә ҡалыр китаптары бармы? Әллә улар әле бишектә ятҡанда уҡ экранға төбәлә башлай ҙа, аяғына баҫыу менән, ҡамасаулап йөрөмәһен тип, ҡулына телефон-смартфондар тоттороп ҡуялармы? Ә уларҙа һис юғы башҡорт һүҙҙәре ишетеләме, йәнһүрәттәр, уйындар бармы?
“ВКонтакте” сайты төркөмдәрендә әленән-әле, хатта Бөрйән районының төпкөл ауылдарында балалар русса һөйләшеп йөрөй, тигән яҙмаларҙы уҡып, күңелде хәүеф баҫҡандан-баҫа бара – беҙҙән һуң телебеҙ ҡалырмы, хатта мәктәптә башҡорт телен уҡытҡан хәлдә лә, ул аралашыу теле булып һаҡланырмы?
Мин аңлы рәүештә ижадымды күберәк балаларға бағышланым, мәктәпкә тиклем үк ятлап алырлыҡ шиғырҙар яҙырға тырыштым. Хатта энциклопедик стилдә әкиәттәр ижад иттем. Хеҙмәтемдең бушҡа китмәгәненә йыл башында үткәргән конкурсымда 400-ҙән ашыу бала ҡатнашлығында видеояҙмалар килгәс инандым. Үтәбаев фамилиялы “егеткә” хатта ике йәш тә юҡ ине әле! Бына шундай балаларға өмөтөм ҙур, улар әҙәбиәткә һөйөү менән үҫер, китап уҡыр, телебеҙҙең бәҫен һаҡлар, телебеҙ өсөн көрәшер тигән ышанысым бар.
Союз тарихында беренсе тапҡыр балалар яҙыусыһына юғары исем бирелеүен мин, ниһайәт, балалар әҙәбиәтенә мөнәсәбәт яҡшы яҡҡа үҙгәрер, ҡырҡа боролош башланыр тигән өмөт менән ҡабул иттем. Әлегеләй ҡараш менән балалар әҙәбиәте генә түгел, ололар әҙәбиәте лә юҡҡа сығасаҡ – бәләкәйҙән китап уҡып үҫмәгән кеше ололар китабына тотоноп та ҡарамаясаҡ!
“Китап” нәшриәтендә дәүләттән бүленгән аҡсаның кәмендә яртыһы балалар китаптары сығарыуға йүнәлтелергә тейеш тип һанайым. Ә иң талантлы яҙыусыларыбыҙҙың балалар өсөн дә талантлы әҫәрҙәр тыуҙырыуын теләйем.
Байтаҡ йылдар элек бер шиғыр йыйынтығын тикшергәндә ҡатнашырға тура килгәйне. “Ололар өсөн әле барырлыҡ түгел, балалар йыйынтығы итеп сығарып торорға кәрәк”, – тине шунда бер ҡәләмдәш. Шаҡ ҡаттым! Ололар өсөн барырлыҡ булмағанды балалар өсөн сығарып, әҙәбиәткә һөйөү тыуҙырып, тәрбиәләп буламы?!
Минең яратҡан яҙыусым, ижадымда өлгөм Корней Иванович Чуковский: “Для детей надо писать как для взрослых, только лучше”, – тип әйткән. Шуға күрә уның оҙон-оҙон шиғырҙарын бәләкәс кенә балалар ҙа ятлай һалып ала.
Балалар әҙәбиәте ололар әҙәбиәтен йәшәтә! Шуны онотмайыҡ, ҡәләмдәштәр!
Үҫмерҙәр әҙәбиәте – ул ни хәлдә?
Был йәштәгеләр өсөн әҫәрҙәр баҫылмай ғына түгел, ижад та ителмәй тиерлек! Уларҙы бит интернетта ла табырмын тимә!
Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала тел ғалимдары ҡатнашлығында башҡорт әҙәбиәте тураһында етди һөйләшеү булды. Был сара алдынан республика китапханалары араһында һораулама үткәрелгән. Башҡорт авторҙары китаптарын урыҫсаға тәржемәлә уҡыуға уҡыусыларҙың өстән бер өлөшө тиерлек өҫтөнлөк бирә икән. Китапханасыларҙың онлайн сығышынан алыҫ райондарға яңы китаптар барып та етмәгәне мәғлүм булды. Тираж 1–1,5 меңләп кенә булғас, нисек барып етһен инде! Етмәһә, учколлектор ҙа бөтөрөлгән – балалар китапханаларына элекке фонд менән генә эшләргә тура килә!
Съездан һуң яҙылған фекерҙәрҙе уҡыйым да, һаман совет осоро яҙыусыларын ғына телгә алыуҙарына ҡарағанда, бөгөнгө бик шәп яҙыусыларыбыҙҙы уҡымау ғына түгел, хатта исемдәрен дә белмәүҙәренә аптырайһы түгел, шулай булғас. Шәп яҙыусыларыбыҙ әҙ түгел ул, уларҙың әҫәрҙәре йылдар буйы баҫылып сығыуҙы көтөп ята, сыҡҡанының да тиражы – күҙгә һала торған тамсылар тиклем генә!
Балалар әҙәбиәте бөгөн иң ауыр хәлдә – тираж да әҙ, улар республикалағы китап магазиндарына барып та етмәй, етмәһә, мәктәп йәшендәге балалар өсөн яҙылған проза китаптары юҡ тиерлек. Ә бит балаларҙың уҡыу психологияһындағы тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, улар 10 йәштәргә тиклем генә шиғыр уҡыһа, ятлаһа, урта һәм өлкән синыфтарҙа балалар проза менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына, бигерәк тә мажаралы әҫәрҙәрҙе уҡырға ынтыла башлай, шиғыр менән ҡыҙыҡһыныу тәүге һөйөү хистәре уяныу менән генә яңынан ҡалҡып сыға.
Бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтендә – был йәһәттән бушлыҡ, тип әйтерлек! Улар баҫылмай ғына түгел – ижад та ителмәй! Улар бит интернетта ла юҡ тиерлек! Был бик ҙур проблема бит, минеңсә!
Авторҙарҙы ҡыҙыҡһындырыу, дәртләндереү мөһим. Мин Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премиямды тап шуның өсөн конкурс үткәреүгә һалғайным да. Конкурсҡа әҫәрҙәр күп кенә яҙылғайны. Әммә был эш, бындай иғтибар даими барырға тейеш, шунһыҙ беҙ балаларҙың аңы иң ныҡ формалашҡан мәлендә, күсеш осоронда уларҙы туған телдәге проза әҫәрҙәренән мәхрүм итәбеҙ, тормошта дөрөҫ йүнәлеш табыуға булышлыҡ итмәйбеҙ.
Ҡыҫҡаһы, яҙыусылар алдында был йәһәттән ҙур бурыстар тора, дәүләт яғынан иғтибар артыуы мөһим. Хеҙмәт бит тейешенсә баһаланырға ла, дәртләндерелергә лә тейеш.
- Гүзәл СИТДИҠОВА