Әминә Яхинаның исеме әҙәбиәт һөйөүселәргә, бигерәк тә театр яратыусыларға күптән таныш. Уның әҫәрҙәре Сибай, Салауат драма театрҙарында, республиканың күп кенә халыҡ театрҙары тарафынан сәхнәләштерелде. Ул шулай уҡ балалар өсөн әүҙем ижад итә. Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Бер нисә китап һәм тиҫтәләгән пьеса авторы.
Яңы йылдың тәүге көнөндә Әминә Яхина үҙенең күркәм юбилейын ҡаршыланы. Юбилейы менән ҡотлап, драматург һәм яҙыусы менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
– Әминә Миңлеғол ҡыҙы, белеүебеҙсә, һеҙ әҙәбиәткә бик һуңлап килеп индегеҙ тиһәк тә була. Етмәһә, һөнәрегеҙ буйынса нефть институтын тамамлағанһығыҙ. Һеҙ үҙегеҙҙә яҙыу һәләтен ҡасан тойҙоғоҙ?
– Мәктәптә уҡығанда теүәл фәндәргә өҫтөнлөк бирҙем, математика, физика, химия дәрестәре еңел бирелде. Бигерәк тә химия уҡытыусыһы Гөлсара Искәндәр ҡыҙы мине үҙ юлынан ебәргеһе килгәс, уҡыуҙы тамамлағас, бер төркөм класташтарым менән июль башында Өфө ҡалаһына юл тоттоҡ. Документтарымды Башҡорт дәүләт университетының химия бүлегенә тапшырып торғанда, ул бүлектә әҙерлек курсы булмауын әйттеләр. Әсәйемдең былай ҙа күмәк балаһының ауыҙынан йолҡоп алған аҡсаһына теге-был яҡҡа йөрөй алмайым бит инде, етмәһә, көн ауышып килә, ҡалала туғаным түгел, хатта баш төртөр танышым да юҡ, баҙап ҡалдым. Шул саҡ ике Баймаҡ егете осрап: “Әйҙә беҙҙең менән нефть институтына”, – тигәс, шуларға эйәрҙем дә киттем. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, уҡырға индем.
Әҙәбиәткә килгәндә, мин бала саҡтан китап уҡырға әүәҫ булдым. Бер класс алда уҡыған Буранбай Исҡужин мәктәптә үк ярайһы шиғырҙар ижад итте, төртмәле шиғырҙары стена газеталарында йыш баҫыла ине. Класташым Ринат Мөхәмәтйәнов шиғырҙар яҙып, һәр яҙғанын миңә күрһәтә торғайны. Ринат бик талантлы ине, тик ғүмере ҡыҫҡа булды, шиғырҙары бер йыйынтыҡта баҫылды аҙаҡтан, тик үҙенә күрергә насип булманы. Уға эйәреп мин дә яҙыша инем, тик яҙғандарымды бер кемгә лә күрһәтмәнем. Рус теле уҡытыусыһы Мәүжидә Рахманғол ҡыҙы Айытҡолованың мин яҙған иншаларға һәр ваҡыт юғары баһа биреүе лә юҡҡа булмағандыр. Әҙәбиәткә ныҡлап 45 йәшемдә килдем тиһәм, яңылыш булмаҫ. Мин үҙем тарихҡа бай Темәс ауылында тыуып үҫтем, артабан Баймаҡ ҡала интернатында белем алдым. 1979 йылда тыуған яғыма эшкә ҡайттым. Баймаҡ үҙе әҙәби, мәҙәни мөхит бит ул. Йыл һайын район кимәлендә бик күп саралар уҙғарылып, район мәҙәниәт йорто гөрләп тора ине. Шуларҙың береһе – ойошма, ауылдар араһындағы спектаклдәр конкурсы. Ул ваҡытта Буранбай Исҡужиндың Сибай театры сәхнәһендә “Һуңғы аҡсарлаҡ” спектакле ҙур уңыш менән барған сағы. Мин үҙем бик сәмле кеше, шуға күрәлер инде, “ниңә Буранбай яҙғанды, миңә лә пьеса яҙып ҡарамаҫҡа”, тигән уй килде. Шулай итеп, ҡәләмгә тотоноп, Наил Ғәйетбайҙың “Пьеса нисек яҙыла?” тигән китабын ҡат-ҡат уҡып, “Ҡайырылмаһын ҡанаттар” исемле тәүге пьесамды яҙҙым.
– Ысынлап та, күптәр һеҙҙе драматург булараҡ яҡшы белә. Әҫәрҙәрегеҙ ниндәй театрҙарҙа сәхнәләштерелде?
– “Ҡайырылмаһын ҡанаттар” исемле беренсе пьесам 2000 йылда күренекле режиссер Сәлихйән Әфләтүнов тарафынан Сибай башҡорт дәүләт драма театрында сәхнәләштерелде. Аҙаҡтан ошо уҡ театрҙа “Бабайға кәләш кәрәк!” исемле трагикомедия, “Йән һөйгәнем һин генә” комедияһы сығарылды. Салауат башҡорт драма театрында “Аҡҡошом минең”, “Еҙ беләҙек” пьесалары ҡуйылды. Сибай ҡалаһының “Сулпан” балалар театрында “Яңы йыл мажаралары”, “Юл ҡағиҙәләре әлифбаһы”, “Синьор светофор”, “Етем төлкө” исемле пьесаларым балалар өсөн сәхнәләштерелде. Бик күп халыҡ театрҙары әҫәрҙәремде репертуарына алды. Яңыраҡ Редик Ғәниев тигән режиссер шылтыратып, Краснокама районында “Йәйғор ҡалҡҡанда” исемле пьесам өҫтөндә эш алып барғанын хәбәр итте.
– Бөгөн ниндәй режиссерҙар менән хеҙмәттәшлек итәһегеҙ? Башҡортостандан тыш ниндәй республикала пьесаларығыҙ сәхнәләштерелде?
– Ижад кешеһенең төрлө ваҡыттары була, мин дә улымды юғалтҡас, бик ауыр депрессияға бирелдем, хатта был тормошта йәшәүҙең мәғәнәһен дә юғалттым, тиһәм дә була. Байтаҡ ваҡыт үткәс кенә аңыма килеп, тағы ижадҡа тотондом. Күберәк Сибай, Салауат ҡалаһы режиссерҙарына мөрәжәғәт итәм, уларға бер нисә яҙмамды тапшырҙым.
Силәбе өлкәһе Арғаяш халыҡ театры “Аҡҡошом минең” исемле пьесамды сәхнәләштереп, Силәбе ҡалаһында гран-при яуланы, шул уҡ театрҙа “Йәйғор ҡалҡҡанда” спектаклем ҙур уңыш менән барҙы.
– Әҙәбиәт донъяһына драматург булып инһәгеҙ ҙә, һуңғы ваҡытта проза өлкәһендә лә әҫәрҙәрегеҙ күренә. Был күңел талабымы, әллә пьесаларығыҙҙа әйтә алмаған, уларға һыймаған ижадмы?
– Проза менән драматургия жанр буйынса бер-береһенән ныҡ айырыла. Пьеса яҙғанда үҙ фекереңде әйтеү генә аҙ, унда һүҙ бәрелеше аша хәрәкәт бара. Үҙенә күрә яҙылыш ҡағиҙәләрен дә күҙ уңында тотоп эш итер кәрәк. Наил Ғәйетбай әйткәнсә, ул шахмат уйыны кеүек. Шуға күрә пьесала бер артыҡ һүҙ булырға тейеш түгел, сөнки һәр һүҙ сәхнәнән артист тарафынан тамашасыға еткерелә.
Беренсе хикәйәмде гәзиттә ойошторолған конкурсҡа яҙып ебәрҙем, күп тә үтмәй, баҫылып сыҡты. Унан һуң бер нисә хикәйә яҙҙым, улар район, республика гәзиттәрендә донъя күрҙе. Прозала уй-фекерҙәреңә иркенлек күберәк, тик мин филолог булмағас, был өлкәлә үҙемде бик иркен тоймаған кеүекмен. Быйыл “Күктәргә осто йәнем” исемле повесым “Ағиҙел” журналында баҫылды, мин уны Ноғман Мусин исемендәге конкурсҡа ебәргән инем. Һөҙөмтәһе нисек булыр, ваҡыт күрһәтер.
– Һеҙҙең өсөн ижад нимә ул?
– Ижад – минең өсөн күңел талабы. Бер кем дә мине көсләп яҙҙырмай. Көн дә яҙышып та ултырмайым, бигерәк тә йәйҙәрен. Ә бына ҡышҡы кистәрҙә күңелемдән сыҡҡан хистәрҙе ҡағыҙға теҙергә яратам. Яҙышам тигәс тә, бер пьеса яҙыр өсөн әллә күпме уйланаһың, хатта кәрәкле мәғлүмәттәр эҙләп, әллә күпме журнал, китаптар аҡтарып сығаһың. Һәр әҫәрҙең башын, аҙағын уйлағас ҡына ҡәләмгә тотонаһың. Башлап ташлаған саҡтар ҙа була. Башҡаса ҡәләмгә тотонмайым тигән ваҡыттар ҙа булып китә, яҙыу бит килемле эш түгел, күп ваҡытты ала. Тик ижад тигән нәмә наркотик кеүек, бер ағыуланһаң, ташлап булмай икән.
– Ҡуйылған бөтә маҡсаттарығыҙға ла өлгәшә алдығыҙмы?
– Минең хеҙмәт стажым – 45 йыл, һәр ваҡыт эш араһында ғына яҙыштым. Шул уҡ ваҡытта мин ир ҡатыны, әсә кеше, өс балаға ғүмер биреп, уларҙы тәрбиәләп, ҡулдан килгәнсә белем биреп, үҙ аллы тормошҡа оҙаттым. Инде балалар башлы-күҙле булды тип ҡыуанһаң, ейән-ейәнсәрҙәр хасил була. Уларға ла ваҡыт бүлергә кәрәк. Ир-ат яҙыусыларға рәхәтерәк, улар үҙҙәрен башҡуллай ижад эшенә арнай. Ә ҡатын-ҡыҙға ауырыраҡ. Ярай әле ирем мине аңлай, үҙ яйыма ҡуя, һәр ваҡыт ярҙам итә.
Аллаға шөкөр, пьесаларым сәхнәләрҙә күренде. Пьесалар тупланған өс китабым донъя күрҙе, һуңғыһы балалар өсөн ине, ул башҡорт һәм рус телендә сығарылды. Быйыл проза йыйынтығын туплап, “Китап” нәшриәтенә тапшырҙым. Ул да донъя күрер тигән өмөттәмен.
Ижад буйынса мин алдыма ҙур маҡсаттар ҡуйғаным юҡ, була икән була, булмай икән, ҡайғырмайым. Хоҙайым ғүмер бирһен, тием. Әйткәндәй, ижадҡа тормош ҡамасауламай, йылдан-йыл тәжрибә туплана, ҡәләм дә үткерләнә барған кеүек тойола.
– Әминә Миңлеғол ҡыҙы, һеҙгә бер аҙ Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһын да етәкләргә тура килде. Әле төбәк яҙыусыларын бергә туплап, уларҙың ижадын пропагандалау буйынса ла эш алып бараһығыҙ. Бөгөн төбәк әҙәбиәте бармы ул, ижадсылар ижад итәме? Йәштәр әҙәбиәткә киләме?
– Сибай төбәк яҙыусыларын ике йыл етәкләнем, шул ваҡытта Сибайҙа ғына ҡырҡлап башҡорт һәм рус телендә яҙышҡан ҡәләмдәштәремде туплап, үҙнәшер юлы менән махсус гәзит сығарҙыҡ. Шул йылдарҙа уларҙың ун бишләгән китабы донъя күрҙе, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, финанс мөмкинлектәр булмау сәбәпле, 2015 йылдың аҙағында Әҙәбиәт йылы үткәс, республикала бер нисә төбәк ойошмаһы ябылды.
2018 йылда яҙыусылар ойошмаһын тергеҙеү ниәтендә тағы ла был эшкә тотондом. Хәҙерге ваҡытта алты кеше республика яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы булып тора. Иң күп ижад иткән яҙыусыбыҙ Хәйҙәр Тапаҡов, уның әҫәрҙәрен халыҡ яратып уҡый. Бик әүҙем ижад иткән шағирҙарыбыҙ Насип Һаҡмаров менән Мотал Рәмовтың ижады күптән түгел шиғриәт секцияһында тикшерелеп, ижадтарына ыңғай баһа алды. Фәрүәз Сәйфуллин былтыр үҙнәшер юлы менән “Сәбәбе бар” исемле алтынсы китабын сығарҙы. Таңһылыу Йәнтүринаның “Бәйге ғүмер” китабы күптәрҙең күңеленә хуш килде. Интернет селтәрендә Таңһылыу Ғәйнуллинаның әҫәрҙәре, Мансур Рәхимғоловтың үҙенсәлекле ижады халыҡ һөйөүен яуланы. Хәлил Һөйөндөков республика матбуғатында йыш яҙыша. Барлыҡ әҙәби конкурстарҙа ҡатнашҡан Әлнисә Алдырханова яулаған үрҙәре менән һөйөндөрә. Шулай уҡ һуңғы осорҙа Рәмилә Торомтаева, Рүзидә Үтәшеваның әүҙемләшеүе ҡыуаныслы. Йәштәрҙән Әлфиә Вилданова менән Сәриә Ҡотлоәхмәтованың ижады күңелгә ятышлы.
Быйыл үҙәкләштерелгән китапхана хеҙмәткәрҙәренең “Йәш әҙәбиәтселәр” грантын яулауы бик матур күренеш булды. Был грант шарттарында 10 – 20 йәштәге 40 әҙәбиәтсене туплап, уларға биш ай дауамында күренекле яҙыусылар, журналистар шиғыр, проза, драма, очерктар яҙыу серҙәрен өйрәтте. Мин ун баланы туплап, уларға нисек пьеса яҙыу тураһында йүнәлеш бирҙем. Балаларҙың әҙәбиәтте үҙ итеүе мине шатландырҙы, улар ижад иткән шиғырҙар, хикәйәләр, ҡыҫҡа пьесалар, очерктар тупланып, китап булып сығыуы йәштәргә ҡанат үҫтерҙе, киләсәктә ижад итеүгә дәрт бирҙе.
– Яңы йылда һеҙҙең күркәм юбилейығыҙ булды. Юбилярҙың ижади пландары нисек? Тормошоғоҙҙан һәм ижадығыҙҙан ҡәнәғәтһегеҙме?
– Юбилейҙар булып торһон, ул үткән тормош юлдарын барлау өсөн бик яҡшы ваҡиға. Онотолоп барғанда, ошо юбилей ыңғайы менән күптәр һине иҫенә төшөрөүе лә насар түгел. Ошо йәшкә етеп, күңелемдә йәшәү дәрте, ижад ҡомары һүнмәүенә шөкөр ҡылам. Ҡаланың йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашам, минең башланғыс менән ҡала кимәлендә ойошторолған “Йөрәктән йөрәккә” шиғыр бәйгеһенең йылдан-йыл үҫешеп, бөтә республика әҙәбиәт һөйөүселәрен туплауы шатландыра, был бәйгене үткәреүҙә ҡала хакимиәте ихлас ярҙам итә. Әлиә Яхина һәм Зиннур Сөләймәнов етәкләгән “Драматургия һәм режиссерлыҡ үҙәге”ндә әүҙем эш алып барам, яңыраҡ “Урал халыҡ әкиәттәре” конкурсында ҡатнаштым, алдағы көндәрҙә бер төркөм фекерҙәштәрем менән Хәйбулла районына экспедицияға юл тоторға йыйынам.
Тормоштан һәм үҙемдең күңелемә ятҡан ижадымдан йәм һәм илһам алып йәшәүемә тамашасыларымдың һәм уҡыусыларымдың ижадыма битараф булмауҙары дәрт өҫтәй, тағы ла илһамланып ижад итергә көс бирә. Барығыҙға ла рәхмәт!
- Кәримә УСМАНОВА
Сибай ҡалаһы