Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
13 Ғинуар 2023, 11:39

Тыуған яғың тураһында шиғыр яҙып... республика конкурсының еңеүсеһе була алаһың

vk.com/wall-217591175_244vk.com/wall-217591175_244
Фото:vk.com/wall-217591175_244

“Атайсал” проекты һәм Башҡортостанда Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылына бағышлап, тыуған яҡҡа арнап яҙылған “Атайсал” республика шиғырҙар конкурсы иғлан ителә. Был хаҡта проект үҙ төркөмөндә хәбәр итә. Конкурсты республиканың Милли китапханаһы, муниципаль берәмектәр советы, Композиторҙар, Яҙыусылар союздары ойоштора.

Конкурсты үткәреү – билдәле композитор Рим Хәсәновтың идеяһы. “Атайсал билдәһе аҫтында иң яҡшы шиғырға конкурс ойоштороу уйы тыуҙы. Ул “атайсал” һүҙенең мәғәнәһен, уның ғүмерҙең нигеҙе, башы һәм дауамы икәнен тәрән аңлауға булышлыҡ итер, тип уйлайым”, – ти композитор.

Конкурстың маҡсаты – башҡорт һәм рус телдәрендә яҙған, әҙәби ижадҡа һәләтле авторҙарҙы асыҡлау.

Ҡатнашыуға йәш буйынса сикләүҙәр юҡ.

Шиғырҙарҙы ике дәүләт телен­дә – башҡортса һәм русса – яҙырға мөмкин, уларҙы “Атайсал” төркөмөнә йәки проекттың телеграмм-каналдағы чат-ботына: https://t.me/ataysalrb ебәрергә була. Еңеүсе һәм призерҙар һәр йәш төркөмөндә айырым билдәләнә.

Конкурстың положениеһы менән “Атайсал”дың “Бәйлә­нештә”ге төркөмөндә –  vk.com/atay­salrb – танышырға мөмкин.

- Р. СУЛПАНОВА

Читайте нас