Ошондай фекерҙә “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары, 30 йылға яҡын ғүмерен йәштәр гәзитенә арнаған тәжрибәле журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Әлфиә Хәмитова.
Көнө-төнө гәзит сығарыуға көс түккән журналистарҙың исем-шәрифтәренә уҡыусылар өйрәнеп тә бөтә. Тора-бара таныш, яҡын кешеһенә әүерелә. Ләкин гәзит уҡыусыларына был авторҙың эске донъяһы, уй-маҡсаттары тураһында белеү ҙә ҡыҙыҡлы булыр ине. Рәсәй матбуғаты көнө алдынан тап ошондай мөмкинлек тыуҙы. Быйыл үҙенең 100 йәшлек юбилейын билдәләгән “Йәшлек” гәзитенең иң тәжрибәле журналисы, баш мөхәррир урынбаҫары Әлфиә ХӘМИТОВА менән әңгәмәбеҙ һеҙгә лә ҡыҙыҡлы булыр. Киләсәктә үҙенең ниндәй һөнәр эйәһе булырын ул өсөнсө класта уҡығанда уҡ күҙаллай. “Үҫкәс мин кем булам?” тигән темаға яҙылған иншаһында яҙыусы булырға хыялланыуы тураһында әйтә. Йылдар үткәс, тәжрибәле журналист булып киткәс, был хаҡта уҡытыусыһы иҫенә төшөрә.
– Әлфиә Солтанғәле ҡыҙы, журналистикаға ҡыҙыҡһыныу һеҙҙә ҡасан барлыҡҡа килде?
– Ул ҡыҙыҡһыныу китап уҡыуҙан башланды, тиһәм дөрөҫ булыр. Хәреф таный башлағас та, ныҡлап уҡырға тотондом. 3-сө класта Зәйнәб Биишеваның “Яҡтыға” трилогияһын уҡып, әсәһе үлгән бәләкәй Емеште йәлләп илағаным хәтерҙә. Башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Роза Зәки ҡыҙы Ишмөхәмәтова мәктәпкә балалар китаптары алып килеп, аҙна һайын бер уҡыусыны китапханасы итеп ҡуйып, уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятты.
Ауылыбыҙҙа бәләкәй генә китапхана булды. Шунда ҙур теләк менән йөрөй торғайным. Китапханасы Бикә инәй Ғиззәтуллина, яңы китаптар килһә, тиҙ генә хәбәр итә.
Бер ҡыҙыҡлы ваҡиға иҫкә төштө. Китап уҡырға яратҡан ауылдашым Мырҙағәле ағай, китапханасынан һорашып, бер айҙа 33 китап уҡыуым тураһында белешкән дә, “мин уны барыбер ҡыуып етәсәкмен” тип ярыша-ярыша уҡыны. Шулай уҡ өйгә килгән барлыҡ гәзит-журналдың да береһен дә ҡалдырмай уҡып барҙым.
Атай-әсәйем ябай ғына колхозсылар булһа ла, Башҡортостанда сыҡҡан барлыҡ матбуғат баҫмаһын, хатта Татарстанда баҫылған “Азат хатын” журналын да алдырҙы. Үҫә төшкәс, “Башҡортостан пионеры” гәзитенә мәҡәләләр ебәрә башланым. Тәүге мәҡәләләрем мәктәп тормошо тураһында булды, райондан һуңлап та барып еткәндер инде улар, күрәһең. Редакциянан Зөһрә апай Ҡотлогилдинаның, “күңелеңде төшөрмә, яҙышып тор” тигән хаттары дәртләндереп ебәрҙе. Улар әле лә үҙемдә иҫтәлек булып һаҡлана. Шулай ҙа журналистикаға башланғыс нигеҙҙе үҙемдең тыуған ауылым Яуымбайҙан һуң Байназар мәктәбендә алдым. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларым Әхмәт Шагаев, Фәрхәнә Сураҡова, яҙыу эшенә һәләтемде тойоп, үҫергә юл асты. Шул осорҙа “Ленинсы” гәзитенең “Йәш журналист” мәктәбен тамамлап, был өлкәлә тәжрибәмде нығыттым.
– Хәбәрсе булараҡ тәүге хеҙмәт юлығыҙ ҡайҙан башланды?
– Мәктәптән һуң эшкә үҙебеҙҙең Бөрйән районының “Таң” гәзитенә барҙым. Ул осорҙа коллективты етәкләгән баш мөхәррир Юлай Маннаповҡа, Фәрит Бәшәровҡа, Зәйтүнә Шәмиғоловаға, Илсур Йәһүҙингә тәжрибәләре менән уртаҡлашҡандары, коллективҡа үҙ итеп ҡабул иткәндәре өсөн бик рәхмәтлемен. Әйткәндәй, БДУ-ны тамамлап, диплом алғанда, Илсур ағай университетҡа килеп, сәхнәгә сығып, шиғыр менән ҡотлап, ҡулымды ҡыҫты. Ошондай яҡшы кешеләрҙән фатиха алғас, нисек тырышмайһың инде?! Шул осорҙо әле лә күңел йылылығы менән хәтергә алам.
– Өфө, “Йәшлек” гәзите менән яҙмышығыҙ нисек бәйле?
– Юғары белем алырға тигән теләк һәр ваҡыт булды. Шуға Башҡорт дәүләт университетының яңы асылған журналистика бүлегенә уҡырға юлландым. 1-се курстан һуң “Йәшлек”тә практика үткәс, ул саҡтағы баш мөхәррир Батыр Наҙарғолов мине эшкә саҡырҙы. Беҙҙең журналистика кафедраһы мөдире, профессор, филология фәндәре докторы Миҙхәт Ғәйнуллин: “Һеҙ – беҙҙең тәүге ҡарлуғастарыбыҙ. Көндөҙгө бүлектә уҡып бөт. Эшкә аҙаҡ урынлашырһың”, – тип ризалыҡ бирмәне. Шуға ла йәштәр баҫмаһына уҡып бөткәс кенә эшкә килдем. Ике йыл эшләгәндән һуң, баш мөхәррир Нияз Сәлимов мине, һин булдыраһың, тип, ай-вайыма ҡуймай, хаттар бүлегенән яуаплы сәркәтип итеп күсерҙе. Шунан урынбаҫар булып киттем. Былтыр октябрҙә “Йәшлек”тә эшләүемә 28 йыл тулды. Бер урында оҙаҡ эшләп ялҡманыңмы, тип һораған кешеләр бар. Юҡ, ялҡманым, сөнки яратып һайлаған һөнәрем һис ялҡытмай. Гәзит конвейерында эшләүгә шул хәтлем күнегеп киткәнмен, хатта ауырырға ла ваҡыт юҡ. Ошо 28 йылда ни бары өс тапҡыр ғына “больничный”ҙа булдым. Быға, моғайын, йәштәр гәзитенең ыңғай аураһы ла йоғонто яһайҙыр. Мин эшемә, коллективыма шул тиклем өйрәнгәнмен, башҡа баҫмаларҙан тәҡдимдәр булһа ла, ҡайҙалыр күсеү тураһында уйлағаным да юҡ. “Йәшлек”тең патриоты булдым һәм булып ҡаласаҡмын.
– Был һөнәр һеҙҙе нимәһе менән йәлеп итә?
– Беҙҙең һөнәр нимәһе менән ҡыҙыҡлы – бөгөн башҡарған эш иртәгә ҡабатланмай. Көн һайын һинең тормошоңа яңы темалар, яңы кешеләр, яңы ваҡиғалар инә. Бер көндөң икенсеһенә оҡшамауы, өр-яңы тәьҫораттар биреүе менән йәлеп итә мине был һөнәр. Әлбиттә, көтөлмәгән ваҡиғалар ҙа була, ҡыҙғаныстары ла осрай. Шуға беҙҙең эштә төрлө хәлгә әҙер булырға кәрәк.
– Әгәр журналистика юлынан китмәһәгеҙ, ниндәй һөнәр һайлар инегеҙ?
– Әгәр журналист булмаһам, минән бик яҡшы агроном йәки ашнаҡсы сығыр ине. Сөнки баҡса үҫтерергә, ерҙә соҡонорға яратам. Шамонин ауылында йәшәгән йортобоҙ участкаһының бер генә ҡарышы ла буш ятмай. Һәр төрлөһөн үҫтерәбеҙ. Алмағас, сейә, ҡарағаттар мул уңыш менән һөйөндөрә, башҡа йәшелсәнең дә, уңмай ҡалғаны юҡ. Былтыр кәбеҫтә күсәненең ауырлығы хатта 15 килограмға тиклем етте. Ғөмүмән, ерҙең буш ятҡанын яратмайым.
Ғаиләбеҙ ҙур түгел. Шуға баҡсабыҙ емештәрен туғандарға, таныштарға ихлас таратам. Туғандарымдың, ҡулыңдың ҡото бар, һин ергә ботаҡ ултыртһаң да үҫер ине, тиеүҙәренән дә күңелем үҫеп китә. Ауылда бәләкәйҙән ерҙә эшләп үҫеүем дә быға йоғонто яһамай ҡалмайҙыр.
Тағы ла бер күңел ятҡан шөғөлөм – ризыҡтарҙы төрләндереп бешерергә, яҡындарымды һыйларға яратам. Яңы рецепттар өйрәнәм, үҙем белгәнем менән дә ихлас уртаҡлашам.
– Журналистикаға яңы килгән йәштәргә ниндәй теләктәр әйтерһегеҙ?
– Был һөнәрҙе һайлағас, туҡтауһыҙ уҡырға, өйрәнергә кәрәк. Үҙемә килгәндә, журналистикала 30 йыллап эшләһәм дә, көн һайын яңы нәмәгә өйрәнәм. Мөмкин тиклем донъяға ҡарашыңды киңәйтеү өҫтөндә эшләргә кәрәк.
Башҡорт журналистикаһында үрнәк алырҙай өлкән коллегаларыбыҙ байтаҡ. Билдәле журналист-публицистарҙан Рәүеф Насиров, Ғәзим Шафиҡов, Марсель Ҡотлоғәлләмов, Рәшит Солтангәрәев, Сәлимйән Бәҙретдиновтарҙы йәштәргә өлгө итеп ҡуям. Уларҙың яҙғандарын уҡып, күп нәмәгә өйрәнергә була.
Журналист һөнәрен һайларға ниәтләгәндәргә тағы ла шуны әйтер инем – беҙҙең эш билдәле сәғәткә генә көйләнмәгән. Әлеге заманда гәзиткә лә, сайтҡа ла эшләп өлгөрөү зарур. Был иһә журналистарҙан тырышлыҡ, түҙемлек, стрестарға ҡаршы тора белеүсәнлек сифатын талап итә. Ғөмүмән, журналист төрлө ситуацияға ла әҙер булырға тейеш. Мәҫәлән, көтмәгәндә ҡалаға Мәскәүҙән йәки башҡа төбәктәрҙән рәсми делегация килеп төшөүе, төндә аэропортҡа барырға кәрәк булыуы мөмкин. Һалдат кеүек ҡушылған бурысты үтәргә әҙер булһағыҙ, тормоштоң, ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнарға теләһәгеҙ, журналистикаға рәхим итегеҙ, тип әйтер инем ошо һөнәрҙе һайларға йыйынған йәштәргә.
– Хәҙерге заманда гәзит, баҫма варианты менән бер рәттән, социаль селтәрҙә лә эшмәкәрлек алып бара. Һеҙгә ҡайһыһы яҡыныраҡ?
– Икеһенә лә тигеҙ ҡарайым. Сөнки тиҙлек заманы, ҡайһы бер ваҡиғаларҙы гәзиткә ҡарағанда сайтҡа тиҙерәк биреп була. Интернет шул яғы менән һәйбәт. Йәштәрҙең күбеһе интернетта, уларҙы ылыҡтырыу яғынан да отошло. Замандан артта ҡалып булмай. Шулай ҙа үҙемде булмышым менән гәзитсе тип һанайым. Баҫма вариант өсөн ныҡ борсолам, бөтә көсөмдө баҫмабыҙҙы уҡымлы итеүгә һалам.
– Кеше тыуған яғынан көс алып йәшәй. Тыуған яғығыҙ, ғаиләгеҙ, яҡындарығыҙ тураһында ла белге килә.
– Мин тыумышым менән Бөрйән районының Яуымбай ауылынанмын. Ауылыбыҙ бала саҡта бәләкәй генә ине, хәҙер бер нисә тапҡырға ҙурайҙы. Хатта өй һалырға урын юҡ. Йәштәр тыуған төйәгендә күп ҡала. Фермерлыҡ менән булышып, балалар үҫтереп, матур итеп донъя көтөүселәр күп. Ауылда тиҙҙән 84 йәшен тултырырға йыйынған әсәйем йәшәй. Булған ялдарым тыуған яғымда үтә. Сит илгә барырға мөмкинлек булһа ла, әсәй иҫән саҡта ауылға юл өҙөлмәй. Бесән эшләшеп, утын әҙерләшеп, ярҙам итеп китәбеҙ. Әле Яңы йылда ла ҡайтып, ҡар көрәшеп, әсәйҙең күңелен күрҙек.
Ирем менән Башҡорт дәүләт университетының журналистика бүлегендә уҡығанда таныштыҡ. Ул Әбйәлил районы егете. Йәш сағында БДУ-ның география факултетында киске бүлектә уҡып та, эшләп тә өлгөрҙө. Минең эшемдең үҙенсәлектәрен бик яҡшы аңлай. Эше буйынса физик булһа ла, күңеле менән лирик. Бында уҡытыусыһы Зөһрә апай Фәйзуллина унда әҙәбиәткә һөйөү уятҡан. Башҡорт, урыҫ, сит ил әҙәбиәтен бик һәйбәт белә, күп шиғырҙы яттан һөйләй. Ғөмүмән, Әбйәлил районында Хәмитовтар нәҫеле абруйлы, өлгөлө ғаиләләрҙең береһе һанала. Бында мәрхүмә ҡәйнәм Роза Әүхәҙи ҡыҙының өлөшө ҙур. Ул 38 йәштә береһенән-береһе бәләкәй алты бала менән тол ҡалып, улдарының барыһына ла дөрөҫ тәрбиә биреп, аяҡҡа баҫтырған көслө башҡорт ҡатыны ине. Ҡайнаға-ҡәйнештәрҙең барыһы ла – өлгөлө ғаилә башлыҡтары, тырышып донъя көтәләр. Үҙ-ара татыу йәшәйбеҙ, аралашып ғүмер итәбеҙ.
Шәхси тормошомда бәхетлемен, мине аңлаған яҡындарым булыуы күңелемде үҫтерә. Улыбыҙ хәҙер үҙаллы инде. Был да ҙур ҡыуаныс.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!
Әйткәндәй, Әлфиә Хәмитоваға күптән түгел “Йәшлек” гәзитенең 100 йыллығы һәм күркәм юбилейы уңайынан Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәтенең Рәхмәт хаты тапшырылды. Уны ошо күркәм наградаһы менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да хеҙмәтенән кинәнес алып эшләүен һәм йәшәүен теләйбеҙ!
- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА