Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
13 Ғинуар 2023, 14:50

Йырҙарҙың йыртығы юҡ

culture.ru
Фото: culture.ru

Уларҙы беҙ, йырлаған кешеләр (табын артында ғына түгел бит әле), “йыртабыҙ”, йәғни боҙабыҙ. Был теманы мин бер тапҡыр күтәреп ҡарағайным да, иғтибар итеүселәр бик аҙ булды. Бөгөн шул һорауымды тағы һүҙмә-һүҙ ҡабатлай алам һәм һеҙҙең фекерҙәрегеҙҙе көтәм.

Йырҙы үҙҙәре яҙмаған йырсылар уның һүҙҙәрен нисек өйрәнәләр икән? Мәҫәлән, “Осраттым мин һине тормошом юлында” тип башланған (ысын исеме нисек икән әле был йырҙың? Бер урында ошо тәүге ике юлын исем итеп ҡуялар, икенсе ерҙә “Яратам” тип атайҙар) йырҙың ҡушымтаһын бөтәһе лә: “Ишетһен БАР ДОНЪЯ, донъяны яңғыратам...” тип йырлай – Сибәғәтуллин да, Ғиззәтуллин да, йәштәре лә, ҡарттары ла, башҡорто ла, татары ла. Минеңсә, йыр һынлы йыр яҙған, үҙен шағирмын тигән кеше бер һөйләм эсендә бер үк һүҙҙе ике тапҡыр ҡабатламаҫ. Был осраҡта “донъя” һүҙен. Хәтерләүемсә, тәүҙә ул ошолай яңғыраны: “Ишетһен БАРЫҺЫ ЛА, донъяны яңғыратам...” Шунан ҡайһы аралалыр “барыһы ла” “бар донъя”ға әйләнде лә китте. “Боҙоҡ телефон” тигән уйындағы һымаҡ. Ә бит шағир, барыһы ла ишетһен өсөн донъяны яңғыратам, ти. Әллә улай түгелме? Әйткәндәй, ҡайһы бер йырсылар “ә һинең яҙмышың башҡаның ҡулында” тигәнде “ә һинең яҙмышың БАШҠАЛАР ҡулында” тип йырлай. Нисек инде ул “башҡалар ҡулында”?

Артабан киттек. Мин Зифа Нагаеваның барлыҡ йырҙарын да яратам. Шул иҫәптән уның Хәлимә Ғәббәсова башҡарыуындағы “Бурандарға ҡаршы барам” (ысынлап та шулай аталамы икән?) тигән йыры – иң яратҡан йырҙарымдың береһе. Был йыр нәҡ ошо йырсы өсөн яҙылғандыр кеүек тойола. Йырсының да тауыш шәп, шунан ундағы баян тауышын ишетеү өсөн дә көнөнә бер нисә тыңлап алам был йырҙы. Әммә...

Әммә, тыңлай-тыңлай, йырҙың һүҙҙәрендә нимәлер етмәй, нимәлер дөрөҫ әйтелмәй һымаҡ тойола башланы. Асыҡлыҡ индерергә кәрәк, тип Гуглдан йырҙың тексын һораным. Ә ул миңә ошоно ғына табып бирҙе:

Бәхет, тинем, бәхет эҙләнем,

Кемдәр белмәй бәхет кәрәген.

Йөрәгемде шәлгә урап,

Һағыш йырҙарымды йырлап,

Урамдарҙа яңғыҙ киләмен.

Үтәһеләр инде үтелгән,

Ярты ғүмерем һинһеҙ үтелгән.

Үҙем өсөн әрней күңел,

Һин дә бит бәхетле түгел,

Кемдәр булғанбыҙ һуң, беҙ кемдәр?

Бурандарға ҡаршы барамын,

Һине барыбер эҙләп табырмын.

Ғүмерем булып, етһә көсөм,

Үҙем түгел, һинең өсөн

Яҡты йондоҙ булып янырмын.

Уҡып сыҡтығыҙмы? Шунан? Бер нәмәгә лә иғтибар итмәнегеҙме? Ә мин уҡып сыҡтым да, бында нимәлер етмәй, тип яңынан төрлөсә эҙләп ҡараным, әммә әлеге текстан башҡаны тапманым.

Ә был текста бер нәмәгә иғтибар итмәнегеҙме, тип һорауым шул: тәүге ике юлды яңынан уҡып ҡарағыҙ әле: “нормальносы”, тиерһегеҙ. Түгел шул. Шағир түгелмен, әммә был ике юл ошолай яңғырарға тейештер, минеңсә:

Бәхетлеләр бәхет эҙләмәй,

Кемдер белмәй бәхет ҡәҙерен.

Икенсе куплеттың һуңғы юлы: “Кемдәр булғанбыҙ һуң, беҙ кемдәр”. Нисек инде ул “беҙ кемдәр булғанбыҙ”? Ә бит йырҙа ошолай ишетелә:

КӘмдәр булғанбыҙ һуң беҙ КЕМДӘН, – тип яңғырарға тейеш, йәғни, беҙ кемдән кәм булғанбыҙ һуң, ти.

Өсөнсө куплеттың беренсе юлы “бурандарға ҡаршы барамын” тип түгел, ә БАРЫРМЫН тип йырланырға тейеш. Быны шиғыр, йыр ҡанундары, ябай итеп әйткәндә, рифма талап итә: барырмын – табырмын. Етмәһә, автор быны “барыбер” тип көсәйтеп ебәрә – буранға ҡаршы барырмын, барыбер һине табырмын, ти.

Бына шулай. Һәм мин үрҙәге һорауымды йәнә ҡабатларға мәжбүрмен: йырсылар йырҙы нисек өйрәнә икән: текст һәм нотаға ҡарапмы, әллә икенсе берәүҙән ишетепме?

Бында мин ике генә йырҙы телгә алдым, ә бит боҙолған, йыртылған, йырсы нисек теләй шулай йырланған йырҙар әҙ түгел. Мәғәнәһеҙ текслы йырҙар тураһында әйтмәйем – улары икенсе тема. Ә нәҡ боҙолған йырҙар тураһында.

Әгәр мин дөрөҫ түгелмен икән, әйтегеҙ. Тағы ниндәй “үҙгәртеп” йырланған йырҙарҙы беләһегеҙ?

-  Фәрит РӘМОВ
     Йылайыр районы

Читайте нас