Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
13 Ғинуар 2023, 14:47

Зөһрә ханым оҫтаханаһы

Яңы һөнәр өйрәнеп...

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Билдәле булыуынса, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2022 йылды Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы тип иғлан иткәйне. Ошоға ярашлы, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында йыл дауамында төрлө саралар ойошторолдо. Шуларҙың береһе – “Зөһрә ханым оҫтаханаһы” проекты.

Халыҡ шағиры М. Ғафуриҙың ҡатыны Зөһрә Камалетдин ҡыҙы Насирова-Ғафури төрлө ҡул эштәренә бик оҫта була. Музей фондында уның тарафынан ҡайып, сигеп, ырғаҡ менән бәйләп, тегеп эшләнгән ҡул эштәре өлгөләре һаҡлана. Ошоно күҙ уңында тотоп, Зөһрә ханым исемен йөрөткән оҫтахана үҙ ишектәрен асты һәм даими рәүештә төрлө йүнәлештә оҫталыҡ дәрестәре үткәреп тора.

Өфө ҡалаһының ғына түгел, ә республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларында йәшәгән ҡул эштәре оҫталарының, мәҫәлән, дәрестәрен даими ойошторалар бында. Беренсе оҫталыҡ дәресенә Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылы ағинәйҙәре (етәксеһе – Зәкиә Муллағолова) саҡырыла. Улар музей ҡунаҡтарын балаҫ һуғыу серҙәренә өйрәтә, үҙҙәре алып килгән балаҫ, сергетыш, селтәр, янсыҡтар, ултырғыс түшәктәре менән таныштыра. Сарала БР-ҙың Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова, шағирә Тамара Искән­дәриә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы идараһы етәксеһе урынбаҫары Тәнзилә Ҡотлогилдина һәм башҡалар ҡатнашты. Улар сығыштарында Рәсәй халыҡтарының мәҙәни традицияларын, тарихын һәм ҡомартҡыларын, этномәҙәни күп төрлөлөгөн һәм үҙенсәлеген һаҡлау юлдары тураһында әйтеп үтте.

Икенсе оҫталыҡ дәресе Башҡорт­остандың көньяҡ райондарында таралған алмиҙеү түш биҙәүесе буйында үтте. Унда ҡатнашыусылар түш биҙәүестәренең төҙөлөшө, бер-береһенең айырмаһы тураһында белде. Алмиҙеү төрҙәре һәм уны эшләү серҙәренә төшөндө. Оҫталыҡ дәресе барышында музей мөдире Ғәҙилә Бүләкова халыҡ ижадында ҡул эштәренә, милли кейемгә ҡағылышлы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.

Киләһе оҫталыҡ дәресе башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүесе – хә­ситәгә арналды. Унда ҡатна­шыусы­лар “Тамға” халыҡ-ара башҡорт милли кейемдәр конкурсы лауреаты Гөлсөм Хөсәйенованан хәситә эшләү серҙәренә өйрәнде. Ошонда уҡ Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылы айҡанлы тергеҙелгән “Зөһрә ханым оҫтаханаһы”нда милли кейемдәр тегеү һәм биҙәүестәр етештереү оҫталарының ҡул эштәренән күргәҙ­мә-һатыу ойошторолдо. Унда “Хан ҡыҙы” башҡорт милли кейеме һәм биҙәүестәре төркөмө ағзаларының, шулай уҡ республикабыҙҙың башҡа район, ҡала оҫталарының эштәре менән танышырға, уларҙы һатып алырға мөмкин. Тағы ла сарала күренекле әҙибә Гөлнур Яҡупова ҡатнашты. Ул башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының ҡул эштәренә, биҙәүес әйберҙәренә арналған әҫәрҙәре менән таныштырҙы.

Талантлы һәүәҫкәр йырсы, бик күп конкурстар лауреаты Гөлгөнә Ырыҫҡолованың башҡарған башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының гүзәллегенә арналған халыҡ йырҙары, сығышы менән Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылынан Зимфира Хөсәйенованың баян көйҙәре байрам кәйефе өҫтәне.

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы хеҙмәткәрҙәре килә­сәктә, әҙәби кисәләр, яҙыусылар ме­нән осрашыуҙар үткәреү  менән бер рәттән, был юҫыҡта ла эштәрен дауам итергә уйлай. Халҡыбыҙҙың рухи һәм матди мәҙәни мираҫын үҫтереүгә ҙур көс һалынған бындай саралар бик кәрәкле.

Регина Камалова:

– Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында “Тамға” халыҡ-ара башҡорт милли кейемен тергеҙеүсе оҫталар конкурсы еңеүсеһе Гөлсөм Хөсәйенова үткәргән оҫталыҡ дәресендә ҡатнашып, хәситә эшләү серҙәренә төшөндөм. Музей мөдире Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы Бүләкова ошо сараға саҡырғас, әсәйем ҡомартҡы итеп тапшырған боронғо сулпыларҙы, тәңкәләрҙе һалып алдым. Уларҙы кулон итеп ҡуллана инем, милли биҙәүесемде биҙәргә бик ярап ҡалды. Әсәйем 1960 йылдар аҙағында “Ғәлиәбаныу” спектаклен сәхнәләштергәндә уға өләсәһе тегеп биргән һаҡал, хәситәне лә (беҙҙә дәүәт тә тиҙәр) алып барҙым. Гөлсөм Хөсәйеноваға бик ҙур рәхмәтемде еткерәм. Өләсәйҙәребеҙҙең рухы шатланғандыр, уларҙың ҡулы тейгән, улар ҡасандыр тағып йөрөгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәрен тегергә, уларҙы нисек эшләү серҙәренә өйрәтте. Мәҫәлән, тәңкәләрҙе, сәйләнде туҡымаға беркетеүҙең үҙенсәлек­тәре бар икән. “Тамға” ижади берләшмәһенән Флорид Вәхитов та был сараға килде, беҙ унан тәңкәләр һатып алдыҡ. Яҙыусы Гөлнур Яҡупова шиғырҙарын уҡыны, әсәһе менән кис ултырған саҡтарынан хәтирәләре менән уртаҡлашты, Гөлгөнә Ырыҫҡолова йырҙар башҡарҙы. Гөлсөм Хөсәйенова менән Флорид Вәхитов минең боронғо һаҡалым менән ҡыҙыҡһындылар, фотоға төшөрөп алдылар.

Айгөл ИШЕМҒОЛОВА:

– Бер нисә йыл элек күңел түремә оялаған хыялым тормошҡа ашты!

М. Ғафуриҙың йорт-музейында “Зөһрә ханым оҫтаханаһы” эшләй икән. Рузилә Иҫәнбаеваның алмиҙеү тегеү буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнаштым.

Сара экскурсиянан башланды. Ғәҙилә апай Бүләкова М. Ғафуриҙың тормошо һәм ижады тураһында ихлас һөйләне. Шағирҙың тормош иптәше Зөһрә ханымдың ҡул эштәрен күрһәтте.

Артабан Рузилә ябай һәм аңлайышлы итеп алмиҙеү тегеү серҙәрен аңлатты. Алсаҡ, йылы ҡарашлы ҡатын-ҡыҙҙар эргәһендә эш ыңғай барҙы. Шаян апайҙарҙың мәҙәктәре, шаяртыуҙары менән үрелеп барған сәй табыны киләсәктә яҡты хәтирә булыр. Ҡыҙым менән яңы һөнәр өйрәнеп, күңелебеҙ менән ял итеп ҡайттыҡ. Оҫталыҡ дәресен ойоштороу­сыларға ҙур рәхмәт!

-  Рузилә ИҪӘНБАЕВА

Читайте нас: