Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
14 Ғинуар 2023, 06:50

Бүздәктәр матур ял теләй

Был тарафта йәшәүселәрҙең үҙ ынйылары бар

Бүздәктәр матур ял теләйБүздәктәр матур ял теләй
Бүздәктәр матур ял теләй

 

Бүздәк районынына командировка мәлендә Иҫке Таулар, Уран, Ҡаңны-Төркәй ауылдарында булдыҡ. Был тарафтарҙа аяғында ныҡлы баҫып торған, дәүләттән ярҙам алып үҙ эшен киңәйткән, шул уҡ ваҡытта ауылдары үҫеше, халҡы яҙмышына битараф булмаған фермерҙар менән күрештек. Ҡул эшенә оҫта, төрлө ижади конкурстарҙа еңеүсе гүзәл заттар менән дә осраштыҡ. Күңелдәребеҙгә рухи көс биреүсе йыр-моң  ансамблдәре лә төбәктә аҙ түгел. Иҫке Таулар ауылындағы мәҙәниәт йортонда эшләп килгән Әлфиә Ғәзизова етәкселегендәге “Мираҫ” татар халыҡ фольклор коллективына сәнғәткә битараф булмағандар тупланған. Улар үҙҙәренең музейҙарын да булдырған. Боронғо музыка ҡоралдары, көнкүрештә ҡулланылған һауыт-һаба, һуғыштан ҡайтҡан һалдаттың ағас сумаҙаны, хатта 300 йыл элекке һөлгөләр ҙә һаҡлана. Гәзитебеҙ конкурсы еңеүсеһе Ришат Ғәйнетдиновтың атаһының йәш сағындағы гармуны ла изге ҡомартҡы.“Мираҫ” тар  сығыштары менән байрамдарҙа ауылдаштарының ялын биҙәй, конкурстарҙа урындар яулай. Бөгөн улар үҙҙәренең музыкаль бүләген “Башҡортостан” гәзитенең Бәйләнештә төркөмөндәге уҡыусыларына юллап,  һәммәгеҙгә матур ял көндәре теләй.

Автор фотолары һәм видеолары.

Бүздәктәр матур ял теләй
Бүздәктәр матур ял теләй
Бүздәктәр матур ял теләй
Бүздәктәр матур ял теләй
Бүздәктәр матур ял теләй
Бүздәктәр матур ял теләй
Бүздәктәр матур ял теләй
Бүздәктәр матур ял теләй
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас