Алдан хәбәр итеүебеҙсә, "Беренсе канал"дың “Аш бүлмәһендә бөтә ил менән йырлайбыҙ” тигән проектында Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнашты һәм еңеү яуланы. Улар – Бөрө ҡалаһынан 91 йәшлек Валентина Петровна һәм Кулагиндар ғаиләһе. Ғаилә “Калинушка” тигән фольклор ансамбле булдырған. Еңеүселәр 3 миллион һум аҡса отто.
Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров еңеү яулаған коллективты республика кимәлендә билдәләргә ҡушты.
– Уларға рәхмәт әйтергә, билдәләп үтергә кәрәктер. Улар республикабыҙҙы илгә танытты, – тине Радий Хәбиров һәм мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.