2005 йылда Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһында (хәҙерге Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалында) хеҙмәт юлымды башлағас, билдәле башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшина музейына яуаплы итеп тәғәйенләүҙәрен яҙмыш бүләге булараҡ ҡабул иттем. Эште әҙибәнең архивын барлау, экспозицияны тулыландырыу маҡсатында уның туғандары, яҡындары, таныштары менән осрашыуҙан башланым. Һөҙөмтәлә Һәҙиә Лотфулла ҡыҙының тормошо һәм ижады буйынса ғәйәт бай материалдар тупланды һәм, бер тәртипкә килтерелеп, музей күргәҙмәһенә ҡуйылды.
Яңыртылған, тулыландырылған музейыбыҙ менән сағыштырмаса бәләкәй аудитория, билдәле бер өлкә кешеләре – юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, студенттар, төньяҡ-көнбайыш райондары уҡытыусылары һәм уҡыусылары, килгән ҡайһы бер ҡунаҡтар таныш. Ә бына киң йәмәғәтселеккә, республика уҡыусыһына Һәҙиә Дәүләтшина тураһындағы әлегә тиклем билдәле булмаған мәғлүмәттәрҙе еткереү, әҙибәнең ғәзиз йөҙө һынландырылған һирәк фотоларҙы күрһәтеү теләге “Һәҙиә Дәүләтшина. Тормошо һәм ижады” китап-альбомын (2010), аҙаҡ “Һәҙиә Дәүләтшина. Ижади мираҫы. Хәтирәләр. Документтар” (2022) китабын төҙөү зарурлығын тыуҙырҙы.
Яҙыусының ижади мираҫының һәм тормош юлының әлегә тиклем аҙ билдәле биттәрен өйрәнгәндә уның ғәжәйеп талантлы һәм көслө рухлы шәхес икәненә ҡабат-ҡабат инана барам. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас эске ғорурлыҡ, тыныслыҡ, рухи халәтен саф килеш һаҡлаған әҙибәнең яҡты образы күҙ алдында асыҡ һынлана.
Һәҙиә апайҙың әллә күпме ҡайғы-хәсрәт, хаҡһыҙ рәнйетелеүҙәрҙән һуң да рух көсөн, күңелен, юғары булмышын һаҡлап ҡала алыуы – һоҡланғыс күренеш. Быға тиклем киң йәмәғәтселеккә таныш булмаған шиғырҙары яҙыусының ижади һәм шәхси биографияһын күҙ алдына баҫтырыуы менән ҡиммәтле. Ихтыяр көсөн, эске ныҡлыҡ тәрбиәләүҙә уның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Тап ошо әҫәрҙәр – Һәҙиә Дәүләтшинаның башланғыс ижады менән аҙаҡтан яҙып бөтөләсәк, камиллаштырыласаҡ “Ырғыҙ” романын тоташтырып килгән рухи күпер, әҙибәнең тәжрибә мәктәбе, роман яҙырға әҙерләнгән, материал туплаған осорон күҙалларға ярҙам итеүсе ҡомартҡы.
Һәҙиә Дәүләтшинаның әҙәби мираҫы, документтары, фотоһүрәттәре, яҡындарының уның хаҡындағы хәтирәләре архивтарҙа, ғаилә альбомдарында, ғөмүмән, халҡыбыҙҙың күңел дәфтәрендә һаҡланып ҡалыуы – үҙе бер мөғжизә. Уларҙы бер баш аҫтына туплаған “Һәҙиә Дәүләтшина. Ижади мираҫы. Хәтирәләр. Документтар” китабы һеҙҙең күңелдәргә юл ярыр, хөрмәтле яҙыусыбыҙҙың тормош юлы һәм ижады буйынса байтаҡ мәғлүмәт бирер, тигән ышаныстамын. Халҡыбыҙҙың һөйөклө ҡыҙының яҡты иҫтәлеген халҡыбыҙға ҡайтарыуға үҙ өлөшөмдө лә индерә алыуыма шатмын.
Г. ҠАСҠЫНОВА