Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Ғинуар 2023, 17:35

Мәҙәниәт өлкәһендә быйылға бурыстар билдәләнде

Андрей Назаров рәйеслегендә 2023 йылға мәҙәниәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙҙы.

Мәҙәниәт өлкәһендә быйылға бурыстар билдәләнде
Мәҙәниәт өлкәһендә быйылға бурыстар билдәләнде

Башҡортостан Хөкүмәтендә республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә 2023 йылға мәҙәниәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙҙы.

– 2022 йылда был өлкәне бюджет финанслауы 13 миллиард һум самаһы тәшкил итте. Һөҙөмтәлә республика мәҙәни сараларға йөрөү иҫәбе буйынса (Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан ҡала) Рәсәй төбәктәре араһында өсөнсө урынды һаҡлап ҡалды, - тип билдәләне Андрей Назаров. - Беҙ “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” республика программаһы сиктәрендә мәҙәниәт белгестәренә ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәбеҙ. Былтыр 30 белгестең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 500 мең һум аҡса йүнәлтелгән, - тине Премьер-министр.

Мәҙәниәт өлкәһендәге эш һөҙөмтәләре һәм алда торған бурыстар тураһында доклад менән төбәктең мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сығыш яһаны. Уның һүҙҙәренсә, тармаҡҡа һиҙелерлек ярҙам бөтә сараларҙы тормошҡа ашырырға һәм дәүләт программалары, шулай уҡ "Мәҙәниәт" милли проекты буйынса күрһәткестәрҙең план күрһәткестәренә өлгәшергә мөмкинлек биргән.

- 2022 йылда ғына "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә 23 мәҙәниәт объектына капиталь ремонт үткәрелде. Улар араһында бәләкәй ауыл клубтары, 4 балалар сәнғәт мәктәбе, 2 музей, китапхана һәм Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейы, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы кеүек ҙур учреждениелар бар. Башҡорт ҡурсаҡ театры реконструкциялана. 17 балалар сәнғәт мәктәбе заманса ҡорамалдар һәм музыка ҡоралдары менән йыһазландырылған. Башҡортостан – яңыртылған кинозалдар һаны буйынса илдә лидерҙарҙың береһе. 2022 йылда – 10, милли проект тормошҡа ашырыла башлағандан алып (2019 йылдан) 29 кинозал астыҡ, - тип билдәләне Әминә Шафиҡова.

Мәҙәниәт министры әйтеүенсә, яңыртыу республикаға мәҙәни сараларға йөрөү һаны буйынса тәүге өсәү иҫәбендә ҡалырға мөмкинлек бирә. Бөгөнгә был һан 84,8 миллион кеше тәшкил итә.

- Мәҙәниәткә инвестицияларҙың төп ағымы – “Пушкин картаһы” программаһында ҡатнашыу. 439 мәҙәниәт ойошмаһы республикаға 318,5 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп иткән. 2022 йылда 260 меңдән ашыу йәш кеше карта мөмкинлегенән файҙаланған, бушлай спектаклдәр, концерт программалары ҡараған, - тип билдәләне ведомство етәксеһе.

2023 йылда төп саралар Башҡортостан халыҡтарының милли мәҙәниәте нигеҙендә илһөйәрлек контентын өҙлөкһөҙ булдырыуға һәм уға ярҙам итеүгә йүнәлтелә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Әминә Шафиҡова. Бөтә мәҙәни саралар һәм ижади конкурстар илһөйәрлек рухы менән һуғарыласаҡ. Республика муниципалитеттарында бренд сараларына, шулай уҡ Башҡортостан төп театрҙарының яңы театр тамашаларына дәүләт ярҙамы тәүге тапҡыр күрһәтеләсәк. Рәсәйҙең Ҙур театрында Н. Римский-Корсаковтың “Садко” операһын күрһәтеү күҙаллана.

– 2023 йылдағы мөһим, имидж һәм юбилей саралары араһында Федоров Шаляпин һәм Сергей Рахманиновтың тыуыуына 150 йыл тулыу, Дауыт Юлтый менән Иван Урядовтың 130 йыллығы, яҙыусы-фронтовиктар Муса Ғәли, Хәким Ғиләжев, Ғилемдар Рамаҙановтың 100 йыллығы була, – тип хәбәр итте Әминә Шафиҡова.

Мәҙәниәт үҫеше йомғаҡтары һәм 2023 йылға бурыстар тураһында мәсьәләне ҡарауҙы тамамлап, Андрей Назаров бер нисә йөкләмә бирҙе.

- Мәҙәниәт министрлығына федераль бюджет аҡсаһын әүҙемерәк йәлеп итергә кәрәк. Мәҙәни инфраструктураны яңыртыуҙы ла дауам итергә кәрәк, шул иҫәптән “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә, – тине Премьер-министр.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/19950/

Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: