Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Ғинуар 2023, 09:23

“Мин тормошҡа ғашиҡ

Ауылдарҙа мәҙәниәт усаҡтары гөрләй.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Эльза Вәлиева Аҡъяр мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй. Яҡшы ойоштороусы, үҙ эшенә яуаплы ҡараған етәксе, коллегалары менән уртаҡ тел тапҡан, райондың мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәгән, тормошто яратҡан гүзәл заттарҙың береһе ул. Шул уҡ ваҡытта оҫта бейеүсе, хатта ҡурайсы ла. Күптәр уның Сибай институтының музыка факультетының ҡурай бүлегендә уҡыған берҙән-бер ҡыҙ булыуын белмәйҙер ҙә.

Вәлит ауылында тыуып-үҫкән Эльза Хәлит ҡыҙы бала саҡтан сәнғәткә ғашиҡ була, бәләкәйҙән бейергә ярата. Әсәһенең туғаны, олатаһы Юлай Солтанов ҡыҙҙы ҡурайҙа уйнарға өйрәтә. Ҡурай моңон тыңлап үҫкән, артабан үҙе лә уйнарға өйрәнгән Эльза был музыка ҡоралына мөкиббән ғашиҡ була. Сибай гимназия-интернатына уҡырға ингәс, уның директоры Кинйәғол Ғайсин етәкселегендәге ҡурай түңәрәгенә йөрөй.

Йыр-моңдо, бейеүҙе үҙ иткән ҡыҙ мәктәпте тамамлағас та һис бер икеләнеүһеҙ документтарын Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына тапшыра. Музыка факультетының ҡурай бүлегенә уҡырға инә һәм ҡурайсы Нурғәле Кейекбирҙин класында белем ала.

– Төркөмдә берҙән-бер ҡыҙмын, әммә миңә ҡурай буйынса бер ниндәй ҙә ташлама булманы, – тип йылмая әңгәмәсем. – Үҙем дә ҡурай уйнарға яраттым, хатта бейеү түңәрәгенә яҙылһам да, уҡытыусым ҡурай бүлеген тамамларға уйлаһаң, бейеүеңде туҡтатып тор, тине.

Эльза Вәлиева белем алған саҡта “Ете ырыу” ансамбленең саҡ барлыҡҡа килгән сағы була, шулай ҙа ул уҡыу йортоноң театр түңәрәгенә йөрөргә ваҡыт таба. 2002 йылда төркөмдәше, Баймаҡ егете Өлфәт Вәлиев менән ғаилә ҡора. Бер йылдан һуң улдары Әмир донъяға килә. Әйткәндәй, улдары ла ата-әсәһенең юлын дауам итеп, сәнғәтте һайлаған. Ул – район уҡыусылары араһында иң оҫта баянсы, күп тапҡыр төрлө конкурстар еңеүсеһе, республика Башлығы стипендияһына лайыҡ булған уҡыусы ла.

2005 йылда Вәлиевтәр, ҡулдарына улдарын һәм диплом тотоп, иренең тыуған яғына – Баймаҡ районының Байыш ауылына эшкә ҡайта. Йәш һәм дәртле пар балаларға музыка һәм бейеүҙән дәрестәр бирә, уларҙың таланттарын аса. Артабан уларҙы Урғаҙа ауылындағы музыка мәктәбенә эшкә саҡыралар. Уҡыусылары менән бергә үҙҙәре лә төрлө район конкурстарында ҡатнаша, призлы урындар яулай, уңыштары арта бара.

2010 йылда талантлы йәш ғаилә Хәйбулла районының Бүребай сәнғәт мәктәбенә эшкә саҡырыу ала. Ғаилә башлығы Өлфәт Нурислам улы сәнғәт мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә һәм шул көндән алып бөгөнгә тиклем – сәнғәт мәктәбе етәксеһе, йәнә баян һәм ҡурай дәрестәрен алып бара. Эльза Хәлит ҡыҙы менән “Аманат” ижад студияһын асып, йәш һәләттәрҙе үҫтереү буйынса ғәйәт ҙур эштәр башҡара.

– Күңелемдә ҡасандыр йөрөткән хыялымды тормошҡа ашырып, ниһайәт, “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында ҡатнашырға булдым. Дүрт йыл рәттән барып, 2011–2013 йылдарҙа ҡайһылыр турҙан төшөп ҡалып, номинацияла билдәләнеп йөрөгәндән һуң, 2014 йылда II урын алдым. Йәмилә Бикбова миңә махсус рәүештә “Зөлхизә”, “Көтөүсе ҡатыны” тигән бейеүҙәр һалды. Был бейеүҙәр менән Аҡъяр мәҙәниәт йортонда күп тапҡыр сығыш яһаным, тик бейеүҙе бер аҙ туҡтатып торҙом. Бер ситегең булғас, икенсеһен дә ал, тип әйтеүселәр бар. Һуңғы ваҡытта тағы ла сәхнәгә сығырға уй бар, бәлки, йәнә “Байыҡ”ҡа барырмын әле, – тип уйҙарын уртаҡлашты ул.

2017 йылдан Эльза Вәлиева район мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй, барлыҡ ауыл мәҙәниәт йорттары, клуб директорҙары менән берлектә эш алып бара. Һәр ауылдың үҙенә генә хас таланттары, байрамдары, ғөрөф-ғәҙәттәре бар. Мәҫәлән, Әбүбәкер ауылы халҡы – үҙҙәренең дәртле булыуҙары, вәзәмдәр берҙәмлеге менән айырылһа, Маҡан, Степной, Воздвиженка ауылдары коллективтары бар яҡлап талантлы, ти әңгәмәсем.

Әйткәндәй, үткән йыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы һәм Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сиктәрендә районда күп эштәр башҡарылған. Уларҙың һәр башланғысында һәм уны үткәреүҙә Эльза Хәлит ҡыҙының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Ағымдағы йылда ла Аҡъяр мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Эльза Вәлиева яңы пландар, өр-яңы программалар менән сығыш яһарға ең һыҙғанып эшкә тотонған да инде.

Кәримә УСМАНОВА

Читайте нас: