Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Ғинуар 2023, 23:45

Тарихи-мәҙәни үҙәкте ҙур үҙгәрештәр көтә

Республика етәксеһе 2025 йылда Башҡортостан удмурттарының сираттағы съезын үткәрергә тәҡдим итте.

Тарихи-мәҙәни үҙәкте ҙур үҙгәрештәр көтә
Тарихи-мәҙәни үҙәкте ҙур үҙгәрештәр көтә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  Тәтешле районына эш сәфәре барышында Яңы Тәтешлеләге милли-мәҙәни үҙәктә һәм Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Удмурт тарихи-мәҙәни үҙәгендә булды.

Республика етәксеһе рәссам Менсаҙыҡ Ғариповтың экспозицияһын, декоратив-биҙәү сәнғәте күргәҙмәһен, удмурттарҙың  Хәтер залын  ҡараны.  Район етәксеһе Фәнүр Шәйхисламов  Удмурт тарихи-мәҙәни үҙәгенең яңыртылған бинаһының концепцияһын презентацияланы. Радий Хәбиров проектты финанслау мәсьәләһен эшләргә ҡушты. Үҙгәртеп ҡороу 2025 йылға тамамланырға тейеш.

Аҙаҡ Башҡортостан Башлығы милли-мәҙәни үҙәк әүҙемселәре  – ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, белем биреү вәкилдәре менән осрашты. Республикала йәшәгән удмурттар мәҙәниәтен һәм традицияларын һаҡлау буйынса фекер алыштылар. Тәтешле районында удмурт телен тәрән өйрәнеү буйынса полилингваль мәктәп асыу мөмкинлеге ҡаралды.

Республика етәксеһе удмурт үҙәге менән бергә ауыл мәҙәниәт йортон үҙгәртеп ҡороу планы тураһында һөйләгәндән һуң 2025 йылда Башҡортостан удмурттарының сираттағы съезын үткәрергә тәҡдим итте.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Тарихи-мәҙәни үҙәкте ҙур үҙгәрештәр көтә
Тарихи-мәҙәни үҙәкте ҙур үҙгәрештәр көтә
Тарихи-мәҙәни үҙәкте ҙур үҙгәрештәр көтә
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: