Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Ғинуар 2023, 22:50

Удмурттарҙың рухи һәм мәҙәниәт үҙәге ул!

Беҙ яңыртылған ауыл мәҙәниәт йортоноң һәм Удмурт тарихи-мәҙәни үҙәгенең туристарҙы йәлеп итеүенә өмөт итәбеҙ...

Удмурттарҙың рухи һәм мәҙәниәт үҙәге ул!
Удмурттарҙың рухи һәм мәҙәниәт үҙәге ул!

Радий Хәбиров Тәтешле районына эш сәфәре барышында Удмурт тарихи-мәҙәни үҙәгендә кисергән хис-тойғолары менән бүлешкән.

“Бөгөн мин Яңы Тәтешлеләге Удмурт тарихи-мәҙәни үҙәгендә булдым. Тап ошо район республика удмурттарының рухи һәм мәҙәниәт үҙәге булып тора. Бында традициялар һәм йолалар, фольклор, үҙенсәлекле көнкүреш әйберҙәре һаҡланған. Быларҙың барыһы ла Рәсәй һәм сит ил ғалимдары өсөн ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

Хәҙер үҙәк урындағы мәҙәниәт йортонда ни бары 34 квадрат метр майҙанды биләй. Киңәйтергә кәрәк, яҡын арала бында үҙгәртеп ҡороуҙар башланасаҡ. Концепцияһы бар, проект-смета документтарын әҙерләйбеҙ, тейешле эштәрҙе ҡуштым. Был – беҙҙең Башҡортостан халыҡтарының мәҙәниәтен һаҡлау буйынса системалы эштең дауамы. Былтыр Мишкә ауылында Мари тарихи-мәҙәни үҙәген астыҡ. Беҙ яңыртылған ауыл мәҙәниәт йорто һәм Удмурт тарихи-мәҙәни үҙәгенең туристарҙы йәлеп итеүенә өмөт итәбеҙ. Яңы Тәтешле ауылы менән эргәләш М-12 Ҡазан– Екатеринбург трассаһы участкаһы сиселеше буласаҡ. Тарих һәм этнография менән ҡыҙыҡһыныусыларға бында танышырға әйберҙәр күп", - тип яҙҙы ул. 

Фото: Vk.com

Удмурттарҙың рухи һәм мәҙәниәт үҙәге ул!
Удмурттарҙың рухи һәм мәҙәниәт үҙәге ул!
Удмурттарҙың рухи һәм мәҙәниәт үҙәге ул!
Удмурттарҙың рухи һәм мәҙәниәт үҙәге ул!
Удмурттарҙың рухи һәм мәҙәниәт үҙәге ул!
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: