Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
18 Ғинуар 2023, 23:00

Мәскәүҙә илһамлы йәштәребеҙ күп!

Илебеҙҙең баш ҡалаһында башҡорт йәштәре "Ҡоҙаса" спектаклен ҡуйған. Театрҙың ойоштороусыһы, режиссеры - Мәҙинә Илһамова

Мәскәүҙә илһамлы йәштәребеҙ күп!
Мәскәүҙә илһамлы йәштәребеҙ күп!


  Мәскәүҙә бына инде һигеҙенсе йыл "Илһам" башҡорт халыҡ театры эшләй. Уның етәксеһе – Мәҙинә Илһамова. Ул Мәскәү ҡала хакимиәте ҡарамағындағы Милләт мәсьәләләре буйынса совет ағзаһы ла булып тора. Театр Мәскәүҙә башҡорт театр сәнғәтен пропагандалау менән әүҙем шөғөлләнә. Бөтә спектаклдәр ҙә башҡорт телендә бара, ә тамаша барышында заманса технологияларҙы ҡулланыу башҡорт театр сәнғәтенең сағыу үҙенсәлеген тулыраҡ асырға мөмкинлек бирә.


  Үткән йылды "Илһам" театры матур итеп йомғаҡлаған – Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә башҡорт театры классикаһына ингән "Ҡоҙаса" музыкаль комедияһын ҡуйған (Б.Бикбай пьесаһы, композитор - З.Исмәғилев). Спектаклдә ролдәрҙе Мәскәүҙә юғары белем алып йөрөгән Башҡортостан студенттары башҡарған. Әҫәрҙе әҙерләү, сәхнәләштереүҙә Башҡортостан студенттары һәм аспиранттарын берләштергән ассоциацияның күп кенә әүҙемселәре ҡатнашҡан.
Төп героиня - шат күңелле, хыялланырға яратҡан Наза ролен - Алтынай Заһитова, Яппарҙы - Динислам Ниғмәтуллин, Әхмәтте - Урал Әхмәтов, романтик күңелле Басирҙы Кәрим Миһранов уйнаған.


  - Спектаклде икенсегә ҡуйҙыҡ, беренсе тапҡыр 2015 йылда сығарғайныҡ, - тип бәйән итә театрҙың етәксеһе, режиссеры Мәҙинә Рәйес ҡыҙы. - Театрҙа уйнаусы состав яңырҙы, яңы йәштәр килде, шуға ла спектаклде икенсе төрлө һулыш менән, ҡабаттан ҡуйырға булдыҡ. Апрель, май айҙарында уны тағы ҡарарға мөмкин, - ти ул.


  Әйткәндәй, "Илһам"дар 2019 йылда "Рәсәйҙең иң яҡшы коллективтарынан топ-100" исемлегенә ингән. Был ижади коллективтың оҫталығы, үҙенсәлеге тураһында күпте һөйләй. Спектаклдәр әҙерләүҙән тыш, театр ағзалары башҡорт милли кейемен өйрәнә, тергеҙә, дефилеһын ойоштора, бынан тыш, концерттар ҙа ҡуя. Милли кейемгә бағышланған саралар халҡыбыҙҙың традицион кейеменең тарихын өйрәнеүсе Нәркис Мөхәмәтшин булышлығында атҡарыла.


  Мәскәүҙәге әүҙем, рухлы милләттәштәребеҙҙең халҡыбыҙ традицияларын һаҡлау, үҫтереү, милли мәҙәниәтебеҙҙе билдәле итеүгә булған ынтылышы, был юҫыҡтағы фиҙакәр хеҙмәтенә һоҡланыуҙан башҡа сара юҡ. "Илһам"дарға уҡыуҙа ла, хеҙмәттә лә, ижади тормоштарында ла уңыштар ғына юлдаш булһын!

 

Фотолар: М.Илһамованан. 

Мәскәүҙә илһамлы йәштәребеҙ күп!
Мәскәүҙә илһамлы йәштәребеҙ күп!
Мәскәүҙә илһамлы йәштәребеҙ күп!
Мәскәүҙә илһамлы йәштәребеҙ күп!
Мәскәүҙә илһамлы йәштәребеҙ күп!
Мәскәүҙә илһамлы йәштәребеҙ күп!
Мәскәүҙә илһамлы йәштәребеҙ күп!
Мәскәүҙә илһамлы йәштәребеҙ күп!
Мәскәүҙә илһамлы йәштәребеҙ күп!
Мәскәүҙә илһамлы йәштәребеҙ күп!
Мәскәүҙә илһамлы йәштәребеҙ күп!
Мәскәүҙә илһамлы йәштәребеҙ күп!
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: