Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
19 Ғинуар 2023, 16:35

Бөрөлә “Керәшен һыуыҡтары” фестиваль-конкурсы асылды

Тантана Бөрө бейеү коллективтарының, цирк студияһының һәм неон шоуының ҙур музыкаль сығышы менән асылды.

Бөрөлә “Керәшен һыуыҡтары” фестиваль-конкурсы асылды
Бөрөлә “Керәшен һыуыҡтары” фестиваль-конкурсы асылды

Бөгөн Бөрөлә XXVII “Керәшен һыуыҡтары” Төбәк-ара эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсын асыу тантанаһы үтте.

Тантана Бөрө бейеү коллективтарының, цирк студияһының һәм неон шоуының ҙур музыкаль сығышы менән асылды.

Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының сәләмләү хатын Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Салауат Кирәев уҡып ишеттерҙе. Унда, атап әйткәндә, һуңғы йылдарҙа фестиваль Башҡортостандың ҙур мәҙәни проекттары араһында ныҡлы урын алыуы хаҡында әйтелә.

- "Керәшен һыуыҡтары" - сағыу, онотолмаҫ йәшлек байрамы, йырҙар, музыка, шатлыҡлы осрашыуҙар һәм ижади илһам. Ул республика ҡала-райондарынан ғына түгел, илдең башҡа төбәктәренән дә талантлы музыканттарҙың, башҡарыусыларҙың һәм бейеүселәрҙең яңы исемдәрен аса. Фестиваль ижади коллективтарға ҙур сәхнәгә сығырға мөмкинлек бирә.

Профессиональ сәхнә талантлы йәштәрҙе дәртләндерә, башҡарыу оҫталығы кимәлен күтәрә. Популяр музыка һәм бейеү проектында ҡатнашыусыларҙың ижады һәм һәләте артабан да үҙешмәкәр сәнғәт мәҙәниәтен үҫтереүгә һәм күп милләтле Башҡортостан һәм бөтә Рәсәй халҡын рухи байытыуға ыңғай йоғонто яһар, тип ышанам, - тип билдәләнә мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың ҡотлауында.

Бөгөн, ижади ярыштың тәүге көнөндә, “Эстрада йыры" номинацияһында конкурс ҡарауҙары үтә. Иртәгә, 20 ғинуарҙа, ҡарауҙар “Эстрада бейеүе” һәм “Эстрада музыкаһы" номинацияларында дауам итә. Фестиваль барышында эстрада вокалы һәм заманса хореография буйынса оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.

“Керәшен һыуыҡтары” төбәк-ара эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсы 21 ғинуарҙа Бөрө ҡалаһының мәҙәниәт һарайында гала-концерттар менән тамамланасаҡ, унда йәш музыканттар, башҡарыусылар һәм бейеүселәр үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтәсәк.

- Был фестиваль Башҡортостан Республикаһында мәҙәни ваҡиғалар календарын аса. Халҡыбыҙ өсөн был байрам шатлыҡ, йылмайыу һәм ыңғай тәьҫораттар менән тулы, – тип билдәләне Бөрө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Андрей Плотников.

Быйыл Башҡортостан Республикаһы, Силәбе өлкәһе һәм Дағстан Республикаһының 30 муниципаль берәмегенән 370-тән ашыу кеше проектта ҡатнашыуға заявка биргән.

Фестиваль тарихында Бөрө ҡала мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә Мәскәү, Санкт-Петербург, Һамар, Ҡазан, Еатеринбург, Тольятти, Киев, Силәбе, Төмән, Ырымбур өлкәләре, Пермь крайы ҡалаларынан һәм райондарынан һигеҙ меңгә яҡын йырсы, музыкант, бейеүсе сығыш яһаны.

Проект Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте булышлығында уҙғарыла һәм республиканың муниципаль райондары һәм ҡала округтары мәҙәниәт өлкәһендә йыл һайын үткәрелеүсе төп (бренд) саралар исемлегенә инә.

Ойоштороусылар: Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт Министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөрө районы хакимиәте.

Бөрөлә “Керәшен һыуыҡтары” фестиваль-конкурсы асылды
Бөрөлә “Керәшен һыуыҡтары” фестиваль-конкурсы асылды
Бөрөлә “Керәшен һыуыҡтары” фестиваль-конкурсы асылды
Бөрөлә “Керәшен һыуыҡтары” фестиваль-конкурсы асылды
Бөрөлә “Керәшен һыуыҡтары” фестиваль-конкурсы асылды
Бөрөлә “Керәшен һыуыҡтары” фестиваль-конкурсы асылды
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: