Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
19 Ғинуар 2023, 17:30

Ҡылҡумыҙҙа – боронғоноң ауазы

20 ғинуарҙа "Башҡортостан" дәүләт концерт залында ҡылҡумыҙ оҫтаһы Зәлиә Ғәниәтуллинаның "Дала ҡыҙымын мин" тип аталған концерты була.

Ҡылҡумыҙҙа – боронғоноң ауазыҠылҡумыҙҙа – боронғоноң ауазы
Ҡылҡумыҙҙа – боронғоноң ауазы

"Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбле ағзаһы, Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зәлиә Ғәниәтуллина ике тиҫтә йыллап боронғо музыка ҡоралын тергеҙеү, популярлаштырыуға күп көс һала.

Этно-шоу – музыканттың тәүге яңғыҙ концерты. Бында боронғолоҡ менән замансалыҡ ҡушылып, тыңлаусылар онотолмаҫ тәьҫораттар солғанышында ҡалыр, сөнки программала боронғо халыҡ йырҙары ла, хәҙерге композиторҙарҙың көйҙәре лә урын ала.

Ҡылҡумыҙҙа борон, ҡайһы бер башҡа төрки ҡәбиләләрендәге кеүек үк, башҡорттар ҙа уйнаған. "Заятүләк менән Һыуһылыу" эпосында ҡылҡумыҙ тураһында телгә алына. Милли мәҙәниәтебеҙҙә ҡасандыр мөһим урын биләгән музыка ҡоралы менән ныҡлап таныштырыуға иң ҙур өлөш индергән оҫталарҙың береһе – ул Зәлиә Ғәниәтуллина. Ижад кисәһендә хеҙмәттәштәре – "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбленең оркестры, талантлы вокалсы Алена Завьялова, "Хазина" этно-проекты, ҡурайсылар Юлай Ҡасимов, Юнир Һағынбаевтар ҙа ҡатнаша.

Тамаша алдынан Зәлиә Ғәниәтуллина менән бәйләнешкә сыҡтыҡ.

– Ижадымдағы тәүге соло концерт, әммә айырыуса тулҡынланыуым бындай тамашаның Башҡортостанда беренсе тапҡыр үткәрелеүенә нығыраҡ бәйлелер. Республикабыҙҙа, төрки халыҡтар йәшәгән ҡайһы бер башҡа тарафтарҙағынан айырмалы, ҡылҡумыҙ моңдарынан торған концерт булғаны юҡ ине, – тине ул.

Ҡылҡумыҙ оҫтаһына уңышлы, илһамлы сығыш теләйбеҙ!

Фотолар З. Ғәниәтуллинаның социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһенән.

Ҡылҡумыҙҙа – боронғоноң ауазы
Ҡылҡумыҙҙа – боронғоноң ауазы
Ҡылҡумыҙҙа – боронғоноң ауазы
Ҡылҡумыҙҙа – боронғоноң ауазы
Ҡылҡумыҙҙа – боронғоноң ауазы
Ҡылҡумыҙҙа – боронғоноң ауазы
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас