Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Ғинуар 2023, 20:36

“Аҡбуҙат” – милләтебеҙ киләсәген тәрбиәләгән бишек ул

Журнал хеҙмәткәрҙәренең үҙенсәлекле проекты Рәсәй Хөкүмәте премияһына лайыҡ булды.

“Башҡортостан медиашефлығы – Донбасс балалары” махсус проектын тормошҡа ашырған өсөн “Аҡбуҙат” журналы коллективы ағзаларының Рәсәй Хөкүмәтенең киң мәғлүмәт саралары өлкәһендәге премияһына лайыҡ булыуы хаҡында хәбәр иткәйнек. Күләме бер миллион һум тәшкил иткән был оло баһа һөнәри ҡаҙаныштар өсөн киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә һәм ижади коллективтарға бирелә. Шулай итеп, “Аҡбуҙат” балалар журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, биҙәлеш мөхәррире Майя Ҡәйүмова, яуаплы сәркәтип Миңлегөл Тайсина, рәссамдар Азамат Ғарипов һәм Ирина Әхмәҙуллина РФ Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин ҡулынан премия алыуға һәм шуның менән Башҡортостан матбуғатын тағы бер тапҡыр ил кимәлендә танытыуға өлгәште. Ошо айҡанлы баҫманың баш мөхәррире Лариса Хашим ҡыҙы АБДУЛЛИНА менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

 

– Лариса, “Башҡортостан медиашефлығы – Донбасс балалары” проекты нисек барлыҡҡа килде?

– Барыһы ла көтмәгәндә булды, тип әйтергә мөмкин. Был изге эш былтыр июнь айында журналис­тарҙың Өфөлә үткән “Медиайыйын”ында башланғыс алды. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Шулай уҡ Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығының матбуғат секретары Алена Алексеева ла саҡырылған ине. Түңәрәк өҫтәл барышында, “Аҡбуҙат”тың баш мөхәррире булараҡ, уға “Һеҙҙә ниндәй балалар баҫмалары донъя күрә? Улар нисә йәштәге уҡыусыларға тәғәйен­ләнгән?” тигән һорау бирҙем. Алена Александровна: “Беҙҙә ундай баҫмалар юҡ”, – тип яуап бирҙе. Залда тәрән тынлыҡ урынлашты... Шул ваҡыт республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов Донбасс балалары өсөн махсус журнал әҙерләп сығарыу тәҡдимен әйтте. Белеүегеҙсә, бөгөн Азат Шамил улы үҙе лә ошо төбәктә, ул үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланды. Журналдың беҙҙең тарафтан эшләнгән концепцияһын ул шәхсән раҫланы, йөкмәткеһен байытыу йәһәтенән кәңәштәрен бирҙе. Бына шулай итеп “Аҡбуҙат” журналының Донецк Халыҡ Республикаһы балаларына арналған махсус һаны донъя күрҙе. Беҙ Түбәнге Новгородта, Сочиҙа үткән Журналистар форумында ла, Мәскәүҙә лә исем туйын үткәрҙек. Әйткәндәй, Сочиҙа балалар матбуғатын күрһәтеүгә юл асҡан Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡовҡа рәхмәт. Миңә ҡалһа, тап шул сарала беҙҙе халыҡ-ара кимәлдәге коллегалар танып, белде.

 

– Махсус һан нисек әҙер­ләнде? Мәҫәлән, һин үҙең ниндәй хис-тойғолар кисерҙең?

– Һәр ваҡыт Алена Александровна менән бәйләнештә булдым. Ундағы хәл-торошто үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ, шуға күрә уға беҙгә ярҙам итеү еңелдән булманы. Балаларға тәғәйенләнгән баҫма булғас, унда мотлаҡ уларҙың ижад емештәре – шиғырҙары, һүрәттәре, яҙмалары урын алырға тейеш, тип уйланым. Әйткәндәй, 30 йылдан ашыу башҡорт телендә донъя күргән “Аҡбуҙат”ты тәүге тапҡыр рус телендә нәшерләнек.

Еңел булманы: күпмелер материалды алып өлгөрөп, әҙерләргә тотонһаҡ, унда биләмәне утҡа тотоу башлана һәм... элемтә өҙөлә. Беҙ белгән доғаларыбыҙҙы уҡып, уларға именлек һорайбыҙ. Күпме­лер ваҡыттан эш тағы ялғана. Бына шулай, был проект һәм Мәскәүҙәге бүләкләү тантанаһы – күҙ йәштәре, тулҡынланыу, яныу-көйөүҙәр аша яуланған шатлыҡ ул. Беҙҙә – журнал ҡайғыһы, ә бит уларҙа һуғыш бара... Шуға күрә әгәр баҫма ДХР балаларына  уҡыу йылы башына барып еткән икән, был Хоҙайҙың да бүләге, тип әйтер инем.

Журналды әҙерләгән саҡта До­нецктағы бер мәктәптең уҡыусыһы Екатерина Ярошевичтың “Донбасс фәрештәһенең юлъяҙмалары”н уҡып, бөтә коллектив иланы... Махсус һанды балаларҙың һүрәттәре биҙәне, өлкәнерәк класс уҡыусы­ларының шиғырҙарын да индерҙек. Улар Донецктың матурлығы, халҡы тураһында яҙа. Балаларҙың әҫәр­ҙәрен шағирә-тәржемәсе Кристина Андрианова-Книга мөхәррирләне.

Журналды бер ай эсендә баҫмаға әҙерләнек. Редакция­быҙҙың биҙәлеш мөхәррире Майя Ҡәйүмоваға рәхмәт – ул Донецк Халыҡ Республикаһынан килгән материалдар буйынса һүрәт төшөргән рәссамдарҙы бергә тупланы. Бына шулай итеп, республика Башлығы Хакимиәте ярҙамы менән махсус һан донъя күрҙе.

 

– Ә Донецк балалары журналды нисек ҡабул итте?

– ДХР Журналистар союзы рәйесе Виктор Петренко Сочиҙа үткән форум барышында уҡ шәхсән рәхмәт белдергәйне. Ул видео­мөрәжәғәт эшләне. 12 октябрҙә, Республика көнөнә бәйләп, махсус һандың исем туйын үткәрҙек һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ДХР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Денис Пушилинға журналды шәхсән тапшырҙы. Республикабыҙ гуманитар ярҙам менән бергә мең дана журнал ебәрҙе. Ул төбәктең балалар баҡсаларына һәм мәктәптәренә таратылған. Беҙгә ебәрелгән видеояҙмалар аша балаларҙың йомаҡтарҙы ҡыҙығып сисеүен, һүрәттәрҙе (раскраска) буяуын, комикстар ҡарауын, халыҡ әкиәттәрен яратып уҡыуын күреп ҡыуандыҡ. Әйткәндәй, “Аҡбуҙат”тың ғәҙәти һаны 16 биттән тора, ә махсус һанды 32 битлек итеп нәшерләнек.

 

– Белеүебеҙсә, проектты дауам итеп, артабан Луганск Халыҡ Республикаһы балалары өсөн дә махсус һан әҙерләп сығар­ҙығыҙ. Тимәк, проект дауамлы буласаҡ?

– Эйе. Ул да мең данала баҫылып, гуманитар ярҙам менән алып барып еткерелде. Был изге эштә Башҡортостан Хөкүмәте, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының ярҙамын тойҙоҡ. Шулай уҡ Петровск ҡалаһындағы генерал-майор М. Шайморатов исемендәге 22-се һәм Красный Луч ҡалаһындағы Советтар Союзы Геройы С. Хәсәнов исемендәге 29-сы мәктәптәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләнек.

Был һанды әҙерләүҙә лә балалар ҡатнашты. Беҙ уларға республикабыҙ, мәҫәлән, “Аҡбуҙат” журналының исеме нимә аңлатыуы тураһында һөйләнек. Белеүебеҙсә, “Урал батыр” эпосындағы тылсымлы ат батырыбыҙға Йәншишмәне табырға, кешелеккә яҡшылыҡ, изгелек, йәшәү бүләк итергә ярҙам итә. Беҙ нәшер иткән журналдар ҙа кескәйҙәргә көс-ҡеүәт, иртәгәһе көнгә ышаныс өҫтәһен, Донбасс балалары күңеленә рухи ныҡлыҡ, был бәрәкәтле ерҙәргә тыныслыҡ килтерһен ине. Был балаларҙың ҡайһы берҙәре менән Өфөлә осрашырға насип булды. Минеңсә, улар илһөйәрлек, тыныслыҡ, дуҫлыҡ төшөнсәләренең ҡиммәтен беҙгә ҡарағанда ла яҡшыраҡ, тәрәнерәк аңлай! Улар бөтөнләй икенсе төрлө балалар. Күңел кисерештәре менән минән дә өлкәнерәк булып тойолдо. Ошо болғауыр осорҙоң тиҙерәк үтеүен, йөрәктәрендәге хәүеф-хәтәрҙең, ауыр тойғоларҙың тиҙерәк юйылып, онотолоуын теләйем.

 

– Ә үҙеңдең Донецк һәм Луганск республикаларына ба­рырға теләгең юҡмы?

– Әлбиттә, ул ерҙәрҙе күреү теләге көслө. Осрашыуҙарға саҡы­ра­лар. Мотлаҡ барырбыҙ, тип уйлайым. Махсус һандарҙы әҙерләүгә өлөш индергән балаларҙы күргем килә. Улар бит йөҙгә яҡын кеше! Барыһын да ҡосаҡлап яратып, рәхмәтемде әйтер инем.

 

– Мәскәүҙә, әлеге проект өсөн премия алыу тантанаһы барышында яһаған сығышың бик фәһемле булды. “Афарин, беҙҙең Лариса!” тип ҡараныҡ.

– Рәхмәт! Эйе, сығышымда Хөкүмәткә, Рәсәй Һанлы үҫеш министрлығына һәм Журналистар союзына балалар баҫмаларына ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙем. Ысынлап та, балалар тураһында хәстәрлек күргән дәүләттең киләсәге яҡты булырына иманым камил.

 

– Премияны алыу тантана­һын­­да ниндәй тойғолар кисерҙең?

– Мәскәүгә юлланғанда тәүге Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов­тың вафаты тураһында ауыр хәбәр ишеттек. Ә бит был хәлдән арыу уҡ алда, билеттар алған мәлдә, кол­легаларым менән тағы бер көн Мәскәүҙә булып, 13 ғинуар ҡай­тыр­ға, тигән уй ҙа булғайны. Ниңә­лер күңел тартманымы, әллә берәй төрлө һиҙенеү булдымы, тантана көнөнә – 12 ғинуарға иң һуңғы рейсҡа билеттар алдым. Уның ҡа­рауы, хөрмәтле шәхесебеҙҙе оҙа­тыуға ҡайтып өлгөрҙөк. Мәскәүҙәге тантана мәлендә Хөкүмәт Рәйесе Михаил Мишустин бүләк иткән раузаларға ҡарап, ҡасандыр Мортаза Ғөбәйҙулла улының миңә Бабич премияһы һәм ап-аҡ раузалар гөлләмәһе тапшырған көндө иҫләп, күңелем тулды. Ул шул тиклем балаларҙы яратты!

Ә беҙҙең журнал лайыҡ булған был бүләк – тотош Башҡортостан матбуғатына баһа!

 

– Әңгәмәне балалар баҫмала­рының әһәмиәте тураһында һорау менән йомғаҡлайыҡ. Һин уларҙың төп тәғәйенләнешен, ҡиммәтен нимәлә күрәһең?

– Балалар баҫмалары бәләкәс­тәрҙә Тыуған илгә, йәнтөйәккә, туған телгә һәм мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләй. Беҙ һәр һанда мотлаҡ әкиәт һәм йыр бирәбеҙ. Балалар ныҡ әкиәт ярата. Уның аша беҙ, яҡшылыҡҡа өндәү менән бер рәттән, туған телдә уҡырға ла өйрәтәбеҙ. Йыр ҙа туған мәҙәниәт менән таныштыра. Үҙем нәнәйем­дең әкиәттәрен, әсәйемдең йырҙарын тыңлап үҫтем. Улар баланы үҫтергән, осорға мөмкинлек биргән ике ҡанат кеүек.

Балалар баҫмаһы аша кескәй­ҙәрҙә китап уҡыу мәҙәниәтен дә тәрбиәләйбеҙ. Үкенескә ҡаршы, бөгөн был ҡиммәт юғалып бара, уны тергеҙеү, һаҡлау зарур. Ошо изге эшкә сыға башлағандан алып “Аҡбуҙат” журналы, һис шикһеҙ, тос өлөш индереп килә. Кескәй башҡорт Ер шарында үҙ милләтенән тыш, башҡа халыҡтар барлығын белеп үҫә, ул ата-бабалары  кеүек зыялы асыллы булһын өсөн уның башҡаларҙың барлығын белеп кенә түгел, башҡа милләттәр араһында тиң тойоп тәрбиәләнеүе мөһим!

 

– Ҙур еңеүегеҙ менән ҡотлап, артабан да ижади уңыштар, яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ. Миллә­тебеҙ киләсәген тәрбиәләгән “Аҡбуҙат”ҡа – аҡ юлдар!

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

Читайте нас: