Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Ғинуар 2023, 20:00

"Ике бабай" шатландырҙы ла, һағышландырҙы ла...

Сәхнә оҫтаһы Зәйнетдинде ҡасан беренсе Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов янына бейергә саҡырғандар?  

"Ике бабай" шатландырҙы ла, һағышландырҙы ла...
"Ике бабай" шатландырҙы ла, һағышландырҙы ла...

Башҡортостандың Милли музейында фоторәссамдар Вячеслав Стрижевский һәм Рәйеф Баҙыҡовтың “Ике бабай” тип исемләнгән күргәҙмәһе асылды.

Был сарала Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Алмас Сәйетов та ҡатнашып, фоторәссамдәргә артабан да сағыу ижад юлы теләне. Күргәҙмә өс аҙна самаһы дауам итәсәк, унда һәр авторҙың 20-ләп эше ҡуйылған.

Асыу тантанаһынан һуң килгән ҡунаҡтар фотоһүрәттәр менән танышты, авторҙар менән аралашыу мөмкинлеге лә булды. Рәйеф Баҙыҡов әлеге күргәҙмәгә төрлө йылдарҙа төшөрөлгән 23 фотоһүрәте ҡуйылыуын белдерҙе. Улар араһына конкурста еңгәндәре лә бар.

- Ниндәйҙер хис-тойғоларҙы, хәрәкәтте тотоп ҡалырға тырыштым үҙемдең фотоһүрәттәремдә, - тип һөйләне 1970 йылдан ошо һөнәрҙе атҡарған ижадсы.

Авторҙың эштәре бик үҙенсәлекле. Мәҫәлән, әле билдәле сәхнә йондоҙо Заһир Зәйнетдинов дүрт йәшлек сағында Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың инаугурацияһы мәлендә бейегән фотоһүрәте бар. Ул күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

Күргәҙмәгә Зәйнетдин үҙе лә килгәйне. Тамашасыларға ул ҡурай моңдарын бүләк итте. Беҙҙең менән әңгәмәһендә автографлы фотоһүрәт алыуына рәхмәтле булыуын әйтте:

- Был фотоһүрәттә миңә дүрт йәш. Мәсетленән Өфөгә сығыш яһарға алып килгәйнеләр. Ошо матур костюмды бүләк иткәндәрен дә хәтерләйем. Ул әле миндә ҡәҙерле иҫтәлек булып һаҡлана. Элек ошо фотоһүрәтте Ленин урамындағы күргәҙмәлә күреп, ҡайҙан алырға була икән, тип уйлана торғайным. Яңыраҡ Рәйеф Баҙыҡов шылтыратып, күргәҙмәгә мин төшкән фотоһүрәттең дә ҡуйыласағын хәбәр итте. Һәм бөгөнгө сараға шатланып килдем. Был фотоһүрәтте авторҙың үҙ ҡулынан алыу бәхетенә өлгәштем, - тип һөйләне билдәле музыкант.

Күргәҙмәләге төрлө йылдарҙа төшөрөлгән фотоһүрәттәргә баҡһаң, һәр береһе уйға һалырлыҡ. Уларҙа - тарихыбыҙ, бөгөнгөбөҙ, барлыҡ йәшәйешебеҙ...

Автор фотолары.

"Ике бабай" шатландырҙы ла, һағышландырҙы ла...
"Ике бабай" шатландырҙы ла, һағышландырҙы ла...
"Ике бабай" шатландырҙы ла, һағышландырҙы ла...
"Ике бабай" шатландырҙы ла, һағышландырҙы ла...
"Ике бабай" шатландырҙы ла, һағышландырҙы ла...
"Ике бабай" шатландырҙы ла, һағышландырҙы ла...
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: