Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Ғинуар 2023, 21:20

Ришаттың гармуны саҡыра...

Шулай тиҙәр “Мираҫ” фольклор коллективына йөрөгән талант ынйылары.

Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә” төркөмөндә һәүәҫкәр гармунсылар араһында иғлан ителгән “Тынмаһын гармун моңо” конкурсында 3-сө урын яулаған Ришат Ғәйнетдинов менән күрешеү, уға еңеүсе дипломын тапшырыу маҡсатында Бүздәк районының Яңы Таулар ауылына юл тоттоҡ. Иҫке Таулар ауылы мәҙәниәт йортонда беҙҙе бик дәртле, һәләтле “Мираҫ” татар халыҡ фольклор коллективы ҡаршы алды. Йыр-моңға ғашиҡтар төбәгенең яңы һәләттәрен асты Бүздәккә сәфәребеҙ.

 

Күңел йыуанысы

 

Ансамблдең аккомпаниаторы Ришат Риан улы гармунда бик оҫта һыҙҙырһа ла, 30 йылдан ашыу ул Нижневартовск ҡалаһында нефть ойошмаһында машинист булып хеҙмәт иткән. Армиянан ҡайтҡас, бер аҙ ғына ситтә эшләп ҡайтайым тигән маҡсат менән Себергә сығып китеүе шулай оҙаҡ йылдарға һуҙыла. Гармундан тыш, йәштән тағы ла бер күңел һалып башҡарған шөғөлө була Бүздәк егетенең – гер спортын үҙ итә. Һабантуйҙарҙа ҡатнашып, һәр ваҡыт 1-се, 2-се урындарҙы яулай. Ҡырҡ йәштәргә тиклем ошо спорт менән шөғөлләнә. Артабан инде ул һабантуйҙарҙа гармун моңо менән халыҡ һөйөүен яулай.

Бары тик әсәһе ауырып киткәс, 2018 йылда ғаиләһе менән тыуған нигеҙенә ҡайтып төпләнә.

– Әсәйем һәр ваҡыт төп йортта тормош дауам итеүен теләне. Ситтә төпләнгән улдарының бере­һенең булһа ла ҡайтырына өмөт итте. Шуға ла ошо ҡарарға килдем, – тип серен асты Ришат Риан улы.

Гармунға килгәндә, был музыка ҡоралына ҡыҙыҡһыныуы бәләкәй­ҙән. Был йәһәттән уға атаһы өлгө була.

– Атайыбыҙҙың “Һарытау” тальян гармуны бар ине. Уның “Шахта”, “Иҙел”, “Сарман” көйҙәрен уйнаға­нын тыңлап үҫтек. Бала саҡтан күңелгә һеңгән был моңдар. Атайым олоғайып, һуңғы көндәренәсә гармунын ҡулынан төшөрмәне. Балаларында гармунға һөйөүҙе үҙе­нең өлгөһөндә тәрбиәләне. Ғаиләлә  биш малайҙың барыһы ла ошо музыка ҡоралын үҙ итте, – тип атаһын да йылы хәтирәләр менән иҫкә алды Ришат Ғәйнетдинов.

Әйткәндәй, атаһының йәш саҡта уйнаған гармуны әлеге көндә коллективтың музейында һаҡлана. Заманында ул уны малын һатып алған булған. “Был гармунды яҡшы хәтерләйем. Бала саҡта тәгәрәтеп уйнай инек”, – тине ул изге ҡомарт­ҡыны күрһәтеп. Ғөмүмән, Ғәйнет­диновтар нәҫелендә гармунсы­ларҙың күп булыуы тураһында ла белдек конкурс еңеүсебеҙ менән әңгәмә барышында.

Өйҙә атаһына ҡарап гармун тартырға өйрәнһә, мәктәптә йыр уҡытыусыһы, оҫта баянсы, йырсы Дамир Вәлиев тә уға был музыка ҡоралының серҙәрен асырға ярҙам итә. Оҙон тәнәфестәрҙә лә рәхәт­ләнеп гармунда һыҙҙыра һәләтле егет. Һуңғараҡ күрше ауылдарҙа концерттар ҡуйып йөрөү ҙә йәшлек­тең матур хәтирәһе булып ҡалған.

Гармун – шатлыҡта ла, һағышта ла күңел йыуанысы. Ришат Ғәйнет­динов ғүмер буйы уны ҡулынан төшөрмәй, әле лә ул уның тоғро дуҫы. Геройыбыҙҙың төрлө кон­курс­тарҙа яулаған уңыштары ла аҙ түгел. Мәҫәлән, Саҡмағошта уҙғарылған гармунсыларҙың “Моңдар керһен һәр бер күңелгә” асыҡ конкурс-фестивалендә юғары башҡарыу оҫталығы өсөн II дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булған. Республика кимәлендәге Ф. Иҡса­нов исемендәге “Моңға бай гармун байрамы”нда ла III дәрәжә диплом менән бүләкләнгән. Киләсәктә лә Ришат Ғәйнетдиновтың исеме еңеүселәр рәтендә яңғырар әле.

 

Ауылдаштары өсөн ғорурлыҡ

 

Ришат Ғәйнетдиновты “Мираҫ” фольклор коллективынын айырып яҙыу мөмкин дә булмаҫ ине, сөнки хәҙер нисәмә йылдар улар бер сәхнәлә халыҡҡа рухи байлыҡ өләшә. 

1991 йылда ойошторолған “Мираҫ” коллективы 2003 йылда халыҡ исемен яулаған. Уларҙың төп маҡсаттары – онотолоп барған йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тер­геҙеү. Һуңғы йылдарҙа ғына улар “Яңы тыуған сабыйҙы ризыҡлан­дырыу”, “Нигеҙ ҡотлау”, “Наурыҙ ашъ­яулығы йәйеү” һәм башҡа юға­лып ҡалған йолаларҙы тергеҙгән­дәр. Былтыр Туймазыла уҙғарыл­ған “Йырлайыҡ әле” төбәк-ара татар фольклор коллективтары бәй­геһендә “Сабыйҙы ризыҡ­ланды­рыу” йолаһын күрһәтеп, беренсе урын яулағандар. Коллектив ағзаһы Айгөл Рамазанованың районда үт­кәрелгән “Бүздәк ынйылары” гүзәл­лек конкурсында уңышлы сығыш яһап, гран-приға лайыҡ булыуы ла ауылдаштары өсөн ғорурлыҡ.

Ололар ғына түгел, “Мираҫ” фольклор коллективында балалар һәм үҫмерҙәр ҙә яратып шөғөлләнә. Инәй-бабайҙарҙың йырлы-бейеүле йәшлек уйындарын ихлас өйрәнеп байрамдарҙа сығыш яһайҙар.

Тағы ла бер үҙенсәлектәре ме­нән һоҡландырҙылар – коллектив­тың үҙенең музейы ла бар. Бында килеп инеү менән алтышар быуынға тапшырылып килгән, туҡылған һәм сигелгән һөлгөләрҙе, алъяпҡыстарҙы күрергә мөмкин. Хатта 300 йыллыҡ тарихы булған һөлгөләр һаҡлана. Ике быуат элек сыҡҡан китаптар, 1752 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем ваҡытты үҙе эсенә алған шәжәрәләр, ауыл тарихы тураһында материалдар – былар барыһы ла күп йыллыҡ эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһе. Һуғыш йылдары иҫтәлеге булған фронто­виктарға бүрек тегеү ҡалыбы, үгеҙ һәм һыйыр еккән ҡамыттар, таҡтанан яһалған сумаҙан, снаряд ярсығы тейгән каска – былар барыһы ла тарихты өйрәнеүселәргә ҡыҙыҡлы экспонаттар. Музейҙа балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн дә саралар уҙғарылып килә.

Ҡырҡ йыл ғүмерен мәҙәниәткә арнаған “Мираҫ” коллективы етәк­сеһе Әлфиә Ғәзизованы ла коллективы яратып, хөрмәт итеп тора. Әйткәндәй, күптән түгел ул Бөтә донъя татар конгресының “Татар мил­ләтенә күрһәткән оло хеҙмәт­тәре өсөн” миҙалы менән бүләк­ләнгән.

Коллективтың күңелдәренән моң ташып торған гүзәл заттары ла үҙҙәренең фекерҙәре менән ихлас бүлеште. Был яҡҡа Ҡырмыҫ­ҡа­лынан килен булып төшкән Фәни­сә Сабитова 10 йыллап фольклор коллективына йөрөй. “Бында килге килеп тора. Әлфиә Миннур ҡыҙы сәхнәгә сығарып, беҙҙе йәшәртеп ҡайтара”, – тине ул ихлас рәхмәтен белдереп. Педагогия хеҙмәте ветераны Рәсимә Арыҫланова ансамблдең уға ҡартайырға ирек бирмәүен, унда ҡыҙының, ейәнсәр­ҙәренең дә йөрөүе тураһында һөйләне. Коллективтың тағы ла бер ағзаһы Рәйлә Мөсәлимованың был яҡҡа килен булып төшөүенә лә 47 йыл. Сит телдәр уҡытыусыһы булып эшләгән ханым тәүҙә “Һомай” башҡорт фольклор ансамбле ағзаһы булған. Унда заманында Таулар ауыл биләмәһенә 11 райондан төшкән башҡорт ки­лендәре шөғөлләнгән. Ул коллектив тарҡалғас, Рәйлә Мөсәлимова “Мираҫ”та йырлай башлай.

Ҡатындарының ансамблдә шө­ғөлләнеүенә өйҙә тормош иптәш­тәре лә ҡаршы түгел. Киреһенсә, хуплап, кәрәккәндә ярҙам итеп торалар. Бында күрше ауылдарҙан да килгәндәр бар. Репетицияға килтереп, аҙаҡ көтөп ултырған ирҙәренә рәхмәтле ансамблдәге гүзәл заттар.

...Ҡайғыларҙа күңелдәрҙе баҫ­ҡан, шатлыҡтарҙа дәртлән­дергән гармун моңо иҫ киткес ҙур көскә эйә. Һағышландырыусы ла, моң­ландырыусы ла, күңел көсө өҫтәүсе лә ул гармун. Ошо моңдо һаҡлаған, тирә-йүнгә таратҡан, күңел­дәребеҙҙе сафландырған халыҡ ынйылары – гармунсы­ларыбыҙға рәхмәт.

- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Читайте нас: