Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Ғинуар 2023, 16:27

Тормош сөңгөлдәренә төшөп

Әмир Әминев – милли әҙәбиәттең йөҙөн билдәләрлек хикәйә оҫтаһы.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әмир Әминев үҙенең 70 йәшлек юбилейын ҙур ҡаҙаныштар, ижади уңыштар менән ҡаршы ала. Уның китаптары Өфө, Ҡазан, Мәскәү ҡалаларында донъя күргән. Айырым хикәйәләре һәм повестары “Дружба народов”, “Наш современник” кеүек үҙәк журналдарҙа, “Современная литература народов России” антологияһында, Татарстандың “Казан утлары”, Мари Иленең “Ончыко”, Ҡалмыҡстандың “Теегин Герл”, Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһының “Менги Тау”, үҙебеҙҙең “Бельские просторы” журналдарында баҫылды. Әмир Әминев халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллиндың “Тыуған тупһа янында” (1994), “Тау артында ниҙәр бар” (1997), “Һин аҡ ҡайын янында тора инең” (2007) китаптарын, А.Платонов, В.Белов, В.Распутин, К.Йыһаншин, Ш.Хәжиәхмәтов һәм башҡаларҙы башҡорт теленә тәржемә иткән. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014), “Ҡытай-город” китабы өсөн Рәсәйҙең Ҙур премия лауреаты (2012).

Әмир Әминев ижады күп ҡырлы, төрлө-төрлө, ләкин яҙыусы, миңә ҡалһа, милли әҙәбиәттең йөҙөн билдәләрлек хикәйә оҫтаһы булып ҡала. Шуға ла юбилярҙың бер нисә хикәйәһенә туҡталып китһәк, яҙыҡ булмаҫ.

 “Сөңгөл” хикәйәһенең сюжеты бай һәм бик үҙенсәлекле. Яҙыусы Шамил (Шамбы) образының ҡат­марлы күңел кисерештәрен, кеше булмышының трагик мәлдәрен, бөгөнгө ауылдағы йәштәрҙең хафалы, тетрәндергес яҙмыштарын тасуирлай. Шамил әрме хеҙмә­тенән ҡайтҡан, әсәһенең күҙ терәп торған берҙән-бер таянысы. Ниәттәре лә изге генә, юғары уҡыу йортона уҡырға инергә әҙерләнә. Тик ғәҙәти ауыл тормошо — ҡунаҡҡа саҡырылып “һыйла­ныуҙар”, “зәмзәм һыуы” менән мауығыу, шунан килеп ирһеҙ ҡатын Мәрйәмдең ҡосағында булыу – ниәттәрен пыран-заран килтерә. Хатта тәҡдиренең һуңғы нөктәһенә лә әүерелә. Автор сюжет һыҙыҡ­тарын йәнәш ойоштора. Был иһә характерҙың асылына төшөнөргә ярҙам итә. Шамил йылғаны кисеп сығып, Мәрйәмгә ҡунырға йөрөй. Кисеүҙән аҫтараҡ ҡына сөңгөл урын, унда төшһәң – эш харап. Тәбиғәт сөңгөлө һәм кеше күңелендәге сөңгөлдәрҙе яҙыусы һәр саҡ йәнәш үҫтерә. Шамилдың Мәрйәмгә өйләнеүе, уның ҡыҙы Гүзәлде мыҫҡыл итеүе кешелек сифаттарын юҡҡа сығара бара.

Шамил баҫҡан яңылыш юл бик хәтәр. Мәрйәм өйҙән ҡыуып сығарғас, уның уйынса: “...Үҙенә тиклем башҡаларҙың йөрөгәнен ишеткәйне бит, уға ла бер аҙ файҙаланырға ла ташларға кәрәк булған. Шуны эшләй алманы Шамил, көсө, характеры етмәне, Мәрйәмдең сөңгөлөнә батты ла ҡуйҙы”.

Гүзәл менән йәшәй башлағас та аралары өҙөлмәй Шамил менән Мәрйәмдең. Тап шул кисеү аҫтын­дағы сөңгөл дә, Шамилдың киҫек­һеҙлеген туҡтатыр өсөн, ғүмерен ала. Ә Гүзәлде ошо мәлдә балаға тулғаҡ тота башлай. Яҙыусы Шамил характерының көсһөҙ яҡтарын төрлө-төрлө ваҡиғалар аша ныҡлы асып биргән. Ҡатмарлы образ уйландыра ла, һағайта ла. Т.Ғиниә­туллиндың “Баҙ” хикәйәһендәге Барыйға бик яҡын, икеһе лә – тормош сөңгөлөндә батып ҡалған кешеләр.

Ә.Әминев хикәйәләренең күбе­һендә әхла­ҡи-этик проблемалар ята. “Бүре балалары” әҫәрендә был проблема ике юҫыҡта: кеше­ләр һәм хайуандар донъяһында бөрөләнә. Әммә улар бер-береһе менән бик яҡын, хатта бәйле лә. Автор кеше һәм тәбиғәт мөнәсә­бәттәренең бәйләнештәрен ғәҙәти генә күренештәрҙән башлап ебәрә лә артабан улар араһындағы ҡаршылыҡтарҙы ҡырҡыулаштыра. Яҙыусы халыҡтың милли йөҙөн, рухи башланғысын юғалта барыу кеүек үтә лә ҡырҡыу һәм көнүҙәк мәсьәләне тормошсан ваҡиғалар аша һүрәтләй. Хикәйәләге ауылда яңғыҙ ҡалған Сәкинә менән кәнтәй эттең яҙмышында уртаҡлыҡ бар, һәм уны автор бик оҫта уйната. Бүреләр менән командировкаға килеп киткән Иван араһында ла психологик бәйләнештәр әҫәрҙе уҡымлы иткән. Халҡыбыҙҙа “бүрене бүреккә һалһаң да, урманға ҡарай” тигән мәҡәл бар. Әҫәрҙең идеяһы ла шуға ҡайтып ҡала. Сәкинә күҙ нурындай тәрбиәләп үҫтергән улы Альбертты Тамбовҡа атаһына алып китәләр. Көсөктәре бүреләргә эйәреп киткән, ә үҙе шым ғына солан аҫтында ятып ҡалған кәнтәй генә Сәкинәнең хәлен аңлай кеүек. Үкенес, әммә был ҡәтғи ысын­барлыҡ.

“Ҡар кешеһе” хикәйәһендә әхлаҡи-этик һәм мифологик проблемалар бер үҙәккә бәйләп бирелгән. Ысынбарлыҡ һәм ижади хыял аша яҙыусы йәшәйеше­беҙҙәге экологик мәсьәләнең ҡырҡыу яҡтарын сағылдыра. Автор ҡарт һунарсы Йомағол һәм ҡар кешеһе образдарын тәрән психологик күренештәрҙә генә һүрәтләп ҡалмай, ә мәсьәләне улар ярҙа­мында бар тулылығында асыуға өлгәшә. Хикәйәлә ҡулланылған композицион алымдар (төш, иҫләү­ҙәр, юрауҙар) әҫәрҙе һәр яҡлап байыта, ә ҡуйылған мәсьәләнең ҡырҡыулығын күтәрә. Ә.Әминев “Ҡар кешеһе”ндә өр-яңы форма табыуы – ижадының яңы баҫҡысы. Был юҫыҡтағы эҙләнеүҙәре образлы фекерләүҙең яңы үҙенсәлек­тәрен күрһәтеп кенә ҡалмай, ә новаторлыҡ киңерәк даирәне яулай барыуы хаҡында ла һөйләй. Донъя әҙәбиәтендә С.Айытматовтың әҫәр­ҙәрендә лә ошоға яҡын йүнәлеш­тәрҙе күрергә мөмкин.

Ә.Әминевтең “Ҡорт” һәм “Өс ете” хикәйә­ләре Мәхмүт һәм Билал образдарының күңел кисерештәрен сағылдыра. Сюжеттағы динамикалы хәрәкәт персонаждарҙың характер үҙенсәлектәрен, уларға нигеҙләнгән эске ҡаршылыҡты тәрән фекерҙәр аша уҡыусыға еткерә.

“Ҡорт”та ир менән ҡатын ара­һындағы мөнәсәбәттәрҙең бер генә яғы – көнләшеүҙең көлкөлө һәм ҡурҡыныс ваҡиғаларға алып барып сығыуын төҫмөрләйбеҙ. “Өс ете” күберәк фәлсәфәүи уйланыуҙарға, ретроспектив алым аша Билал образының характерына иғтибарҙы туплай. Яҙыусы һандарҙың серлелеген художестволы деталь кимәленә күтәреп, төп герой образын асыуҙа бик оҫта ҡуллана. “Яҙмыштан уҙмыш юҡ” әйтеме лә Билал ҡарт характерына тура килә. Йәшәү һәм үлем араһында кеше­нең уй-кисерештәре, башҡаларға мөнәсәбәттәре йыйнаҡ ваҡиғалар аша сағылып, тос фекерҙәр менән ҡоршалған.

Яҙыусының “Ҡытай-город”, “Усман ташы”, “Танкист”, “Бер кәмәлә”, “Мең дә бер ғазап”, “Һуңлаған бүләк”, “Йондоҙ сәскә” повестары заманыбыҙҙың төрлө проблемаларына арналған. “Ҡытай-город” повесы композицион яҡтан бай алымдары һәм форма йәһәтенән яңылығы менән айырылып тора. Хатта исеме лә традицион түгел, ә һиҫкән­дереп ебәрерлек. Ә.Әминев заманабыҙҙың байтаҡ актуаль проблемаларын повестың нигеҙе итеп ала ла ҡатмарлы характерҙар аша сағылдыра. Композицион яҡтан повесть бик йыйнаҡ, сюжет һыҙыҡтары әллә ни тармаҡланмай, ваҡиғалар бер тирәлә бара. Яҙыусы “Ҡытай-город” повесында тос фекер, сағыу образдар менән эшләп, бик йыйнаҡ, яңы формалағы яңы әҫәр ижад иткән. Ниндәйҙер кимәлдә Б.Рафиҡовтың “Ғәрәп” повесы менән форма яҡынлығы ла бар. “Мең дә бер ғазап” документаль повесының геройы Сәйфулла Мәжитов фашист лагерҙарында ыҙа сиккәндән һуң, ҡасып, Белоруссия партизандарына ҡушылып, артабан көрәшә.

Башта уҡ шуны билдәләргә кәрәк, яҙыусының “Усман ташы” повесының сюжет үҫешендә полифоник ҡараштар ярылып ята.  Улар араһында автор фекере, персонаждар хәрәкәте һәм йәмғиәт ҡарашы айырылып тора. Тап ошо өс ҡараш ерлегендә повестың конфликт ебе төйөнләнә, артабан ваҡиғалар хәрәкәте тәрәнерәк аң даирәһен яулап ала.

Ә. Әминев ошо уҡ алымды үҙенең “Ҡытай-город” повесында ла бик оҫта ҡулланғайны. Ваҡиғалар сылбырын йылдам үҫтереп, үҙәк сюжет һыҙығын тулыландырыусы художестволы деталдәр, йәнәшәлектәр композицияны байытып ҡына ҡалмай, фекер даирәһенең киңлеген һәм тәрәнлеген тәьмин итә. Шуға ла Кострома үгеҙенә бәйле сюжет һыҙығы повестың драматик яғын ҡырҡыулаштыра. Ишара аша төп мәғәнәне тәрәнәйтә. Әйткәндәй, Мостай Кәрим трагедияларында ишараның ғәйәт ҙур роль уйнауы бөтәбеҙгә лә мәғлүм. “Усман ташы”нда персонаждар һаны әллә ни күп булмаһа ла, һәр образдың үҙенә генә хас ҡылыҡ-һыҙаттары, телмәре, булмышы менән әҫәр проблемаһын тейешле кимәлдә яҡтыртырға ярҙам итә.

Автор заман проблемаһын күрһәтерҙәй конфликтты ике йүнәлештә: эске (психологик) һәм тышҡы ваҡиғалар хәрәкәте аша күҙал­лай. Миңә ҡалһа, тәүгеһе күпкә тәрәнерәк һәм уңышлы ла, сөнки повестың төп геройы Рамаҙан ҡарт ғәҙәти ауыл кешеһендәй генә күренһә лә, сабыр холҡо, төплө фекере һәм һәр нәмәгә ныҡлы ҡарашы булған ир-уҙаманды тормош тағы ла бер һынау алдына ҡуя. Эйе, эйе — һынау. Һынауҙың да ниндәйе әле?! Уҡытыусылар башлығындағы ҡатын-ҡыҙҙар делегацияһы сигенер, ситкә тайпылыр урын ҡалдырмағас, нәҫел шәжәрәһен, күңел донъяһын ҡат-ҡат аҡтарырға мәжбүр. Тормош фәлсәфәһе шулай, әҙәм затын йыш ҡына һынауҙар алдына баҫтыра ла, ситтән генә күҙәткән төҫлө. Ә уның артында еңеүме, еңелеүме — билдәһеҙ. Автор ҙа был дилемманы оҫта уйнатып ҡына ҡалмай, ә ысынбарлыҡты художестволы сағылдырыуҙа ярайһы уҡ ҡыҙыҡлы ысулды таба. Шуға ла ваҡиғалар сентименталь ҡараштарҙан алыҫ тора, ә сатирик пафос өҫтөнлөк итә. Яҙыусы үткер социаль, әхлаҡи мәсьәләләрҙе лә күңел һыҡтауҙа­рынан иламһырап түгел (күп кенә ҡәләмдәштәрендә тулып ята), әсе ирония аша ҡабул итергә ярҙам итә.

“Усман ташы” повесының поэти­каһы ваҡиғаларҙың динамик ағышы аша үҙен­сәлекле характерҙарҙы, замандың көнүҙәк мәсьәләләрен художестволы сағылдырыуҙа ғәйәт ҙур роль уйнай. Форма яңылығы, композицион алымдар геройҙарҙың халыҡсан­лығын, образдарҙың тослоғон, социаль-әхлаҡи пробле­ма­ның үткерлеген асып бирергә ярҙам итә. Яҙыусы фекере лә повестың нигеҙенә бәйле психологик йүнәлештә тәрәнәйә бара. Был иһә хәҙерге башҡорт проза­һының юғары кимәлен күрһәтһә, повестың авторы Әмир Әминевтең ижади оҫталығының бер һыҙаты.

Ошо йәһәттән яҙыусының “Танкист” повесы заман проблемаларын бик ҡыйыу күтәреүе, фәлсә­фәүи яҡтан тәрәнлеге, уйланырлыҡ итеп биреүе менән һуңғы йылдар­ҙағы әҫәрҙәренән айырылып тора. Композицион яҡтан йыйнаҡ, әҫәрҙә күтәрелгән мәсьәләләрҙе бер төйөнгә төйнәрлек характерҙы динамикалы хәрәкәттә барлыҡ сюжет ептәре менән бәйләй. Әҫәрҙә йәмғиәт һәм шәхес проблемаһы күберәк ҡыя (вертикаль) яҫылыҡта, кешеләрҙең психологияһы аша динамикалы хәрәкәттә сағылыш таба. Әхлаҡи, социаль мәсьәләләр геройҙың тәрән күңел кисерештәре, драматик ваҡиғалар, үҙ-ара мөнә­сә­бәттәрҙең ҡырҡыу ҡараштарынан туҡыла.

- Зәки ӘЛИБАЕВ

Читайте нас