Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Ғинуар 2023, 21:35

Йолаларҙы ла тергеҙәләр, “Башҡортостан”ға ла яҙылалар!

“Димкәй” этно-фольклор төркөмө үткәндәрҙе киләсәк менән бәйләй

“Димкәй” ансамбле архивынан.
Фото:“Димкәй” ансамбле архивынан.

Боғҙан ауылында эшләп килгән “Димкәй” этно-фольклор төркөмөнөң эшмәкәрлеге күп яҡлы булһа ла, маҡсаты бер – халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, уларҙы йәш быуынға өйрәтеү. Төркөм ағзалары башҡа төрлө йәмәғәт сараларының да уртаһында ҡайнап йәшәй. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә кис ултырып ойоҡбаштар бәйләп тә ауылдаштарына матур өлгө күрһәттеләр. Тап ошондай кис ултырыу мәлендә  апайҙар боронғо башҡорт халыҡ йырҙарын да, таҡмаҡтарын да өйрәнә. Уларҙы артабан халыҡҡа, балалар иғтибарына сығара. “Димкәй” төркөмөн төрлө кимәлдәге  конкурстарҙа ла йыш осратырға мөмкин. Улар унда даими рәүештә алдынғы урындарҙы алып килә. Шулай уҡ Боғҙан уңғандарының балаҫ һуғыуға ла оҫта булыуын беләбеҙ.

Был төркөмдөң тарихы  үткән быуаттың һикһәненсе йылдарынан башлана. Ул осорҙа колхоз һәм партияның көслө сағы. Ауыл  клу­бына төрлө-төрлө бейеү костюмдары ҡайтарыла. “Ҡыҙыл байраҡ” колхозы көсө менән  мәҙәниәт йортонда ремонт эштәре башҡарыла. Мәҙәни сараларҙың гөрләп торған сағын “Димкәй”ҙең элекке етәксеһе, педагогия ветераны Зәлифә Янышева хәтергә төшөрҙө:

– 1980 йылда ауыл мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып йәш белгес Зөлфиә Тимерова эшләй башланы. Ул оҫта бейеүсе, дәртле, яҡшы ойоштороусы булды. Тормош иптәше, клуб мөдире Илдар Тимеров менән бик тырышып эшләнеләр. Мәҙә­ниәт усағында музыкаль инструменттар ансамбле төҙөлдө, театр түңәрәге  яңы һулыш алды. Зөлфиә Тимерова  ауылдың пенсия йәшендәге инәйҙәрен йыйып, ҡатын-ҡыҙҙар фольклор ансамбле ойошторҙо, ул “Алтын мираҫ” тип  исемләнде. Йырға-моңға  маһир өлкән йәштәге апайҙар, өләсәйҙәре һәм инәйҙәренән һорашып, үҙҙәренә сәхнә өсөн  матур күлдәктәр, алъяпҡыстар текте. Халыҡ йырҙарын, үҙебеҙҙең  Дим буйы төбәгенә  хас булған таҡмаҡтарҙы, дәртле бейеүҙәрҙе, боронғо уйындарҙы, йолаларҙы тамаша­сыларға күрһәттеләр. Фольклор төркөмө эш башлағанда  Мөкәрәмә Мифтахова, Гөлшат Рәфғетдинова, Әминә Зиязетдинова, Сәғүрә Рәхмәтуллина, Гөлйыһан Шафиҡова, Кәбирә Латипова, Фәһимә Мифтахова, Мәҙинә Ғәзизуллина апайҙар ҡатнашты. Йылдар үтеү менән уларҙы Лена Ғөбәйҙуллина, Клара Ноғманова, Розалия Баһауетдинова, Миңлегөл Таһирова, Һәҙиә Хәбибуллина, Рәмзиә  Саттарова апайҙар алмаштырҙы. Артабан  төркөмгә яңы ағзалар йәлеп ителде. Әлеге көндә  төркөмдә ун ҡатын-ҡыҙ, ике  ир-егет шөғөлләнә, – тип  төркөмдөң тарихына байҡау яһаны Зәлифә Фәтих ҡыҙы.

Һуңғы йылдарҙа ауылдағы һәр сара тиерлек “Димкәй” фольклор төркөмө ҡатнаш­лығында уҙа. Бөгөнгө көндә уға Айһылыу Солтанова етәкселек итә. Үткән йылдың “Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫы йылы” булып исемләнеүе апайҙарға тағы ла әүҙемлек өҫтәй. Бер-бер артлы “Бураҙна байрамы”, “Умырзая күреү”, “Балан байрамы”, “Балаҫ йыуыу йолаһы”, “Ҡабаҡ байрамы”,“Ҡаҙ өмәһе “, “Ҡуҙғалаҡ байрамы” йола-уйындарын тергеҙәләр. Ауылдың уртаһында тирә-яҡҡа нур сәсеп ултырған мәсеттә йәштәрҙең Никах туйҙарын үткәреүҙә лә ағинәйҙәр ҡатнаша.   Йыш ҡына киске уйындар ойоштороп,  “Ҡарабай”,  “Дүртле”, “Өслө”, “Наза”, “Сербиянка” кеүек дәртле бейеүҙәрҙе йәштәргә өйрәтеүҙәре лә йәш быуында милли йолаларыбыҙға ҡыҙыҡһыныу уятырға булышлыҡ итә. Быйыл йәй һарыҡ йөнөнән юрған һырыу, кейеҙ баҫыу кеүек эштәрҙе күмәкләп өмәгә йыйылып башҡарғандар.  Боронғо, онотолған йолаларға ошо рәүешле йән өрәләр.

 Тиктормаҫ, уңған  апайҙар бер-береһенә хөрмәт менән  “ҡыҙҙар” тип өндәшә, ә ауыл халҡы уларҙы ағинәйҙәр тип йөрөтә. Улар үҙ аҡсаларына бына тигән сәхнә костюмдары тектергән. Дим буйының Меңле ырыуына хас булған һаҡал һәм ҡашмауҙар  эшләгән­дәр. Был эштә Боғҙан урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы  Клара Ноғманова ярҙам күрһәтә. Ул –  ҡашмау һәм һаҡалдар оҫтаһы, унда өләсә­һенән ҡалған көмөштән генә эшләнгәне лә  һаҡлана. Инәйҙәр түшелдерек һәм ҡашмау эшләргә ауылдың йәшерәк килендәрен, мәктәп балаларын өйрәтә. Фольклор төркөмө гүзәл заттары  барыһы ла  төрлө ҡул эштәре оҫтаһы:  сигә,  бәйләй беләләр, бер нисәһе балаҫ һуғыу оҫтаһы, машина менән тегеүселәр бар.

Былтырғы йыл да фольклор төркөм өсөн уңыштары менән иҫтәлекле. Май айында Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында үткәрелгән район­дың төрлө телдәге фольклор коллектив­тарының   фестивалендә  “Димкәй” ике йола (“Балаҫ йыуыу” һәм “Фронтҡа бүләк”) күрһәтеп, маҡтаулы “халыҡ” исемен алыуға өлгәшкән. Яҙын  Дәүләкән ҡалаһында  “Халыҡ ижады ынйылары” фестиваль-конкурсында I дәрәжә диплом  яулағандар.

Миәкә районында үткән төрлө телдәрҙәге  фольклор коллективтарын туплаған “Дим биҙәктәре” байрамында ла боғҙандар Гран-приға лайыҡ булған! Уңышлы һүҙ-таҡмаҡтар, күтәрелгән теманың көнүҙәклеге, йыр-бейеү­ҙәрҙең оҫта башҡарылыуы жюри ағзаларын таң ҡалдыра. Этно-фольклор төркөмгә маҡтаулы “халыҡ” исеме юҡҡа бирелмәгәнен йәнә раҫлай улар.

Йолаларҙы үҙҙәре генә өйрәнеп ҡалмай­ҙар, уларҙы башҡа ауылдарға ла сығарып күрһәтәләр. Тирә-яҡтағы Йәнәби-Урсай, Мәнәүезтамаҡ ауылдарында таҡмаҡ, йыр-бейеүҙәр, йола-уйындар менән сығыш яһайҙар. Күрше Бишбүләк районында үткән “Балаҫ байрамы”нда ла булып, сараға сағыу биҙәк индергәндәр. 

Был коллективҡа йөрөүсе һәр ҡатнашыу­сының һәләте, оҫталыҡтары тураһында айырым-айырым яҙырға мөмкин булыр ине. Төркөмдөң  элекке етәксеһе, таҡмаҡтар ижад итеүсе, әҙәби әҫәрҙәр яҙыусы Зәлифә Янышева курсташы Мостафа Ишҡолов менән “Ғүмер һуҡмаҡтарын үткәндә” тигән китап сығарып, “Димкәй” уңғандары күмәкләп  был ижад емешенең Исем туйын уҙғарған. 

Ғөмүмән, ауылдағы бер сара ла уларҙан тыш үтмәй. Тирә-яҡты таҙартыу буйынса өмә булһынмы, ирекмәнлек эшеме, спорт уйындарымы, береһенән дә ситтә ҡалмайҙар. Шулай уҡ балалар баҡсаһына һәм мәктәпкә лә юлдары өҙөлмәй. Халыҡ араһында айыҡ тормош, сәләмәт йәшәү рәүешен пропаган­далауға ла үҙ өлөшөн индерәләр. “Димкәй”­ҙәрҙең  һәр береһе скандинав таяҡтарында, саңғыла йөрөй. Әлеге көндә  ауыл музейы өсөн, киләсәк быуынға иҫтәлек ҡалдырыу маҡсатында  “Һуғыш балалары” тип аталған олатай-өләсәйҙәре  тормошона арналған   тарихи материалдар йыялар.

“Димкәй”ҙәр “Башҡортостан” гәзитенә лә дәррәү яҙылыуҙары менән һоҡландырҙы. Бар яҡлап уңған, яңылыҡҡа ынтылған  заман­даш­тарыбыҙға тик уңыштар теләйбеҙ. Үҙҙә­ренең булмышы менән артабан да ауылда­рының ҡотон, бәрәкәтен арттырһындар. 

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Читайте нас: