21 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Гомель өлкәһе башҡарма комитеты рәйесе Иван Крупко һәм республиканың рәсми делегацияһы вәкилдәре менән бергә Гомель һарай-парк ансамблендә булды. Был - илдең иң боронғо музей учреждениеларының береһе.
Комплексҡа XVIII–XIX быуат архитектура ҡомартҡыларына ҡараған алты музей объекты инә. Улар араһында Румянцевтар, Паскевичтар һарайы, кенәз Паскевичтарҙың сиркәү-кәшәнәһе, административ бина, "Ҡышҡы баҡса" һәм күҙәтеү башняһы бар. Сәфәр барышында Радий Хәбиров архитектура комплексының Почетлы ҡунаҡтар китабында автограф ҡалдырҙы.
Делегация комплекс биләмәһендә урынлашҡан Изге Петр һәм Павелдың кафедраль соборында булды. Гомель соборы өлгөргән классицизмдың күренекле архитектура ҡомартҡыһы булып тора.
- Белоруссияла тулы ике көн эшләнек. Улар бик йөкмәткеле булды - күп һөйләшеүҙәр, файҙалы һәм конструктив осрашыуҙар үтте. Бөгөн бер аҙ мәҙәни пауза яһарға булдыҡ - Гомель ҡалаһындағы һарай-парк комплексын барып ҡараныҡ, - тине Радий Хәбиров. - Ул Белоруссияның иң яҡшы парктарының береһе. Парктарыбыҙ, ял итеү зоналары менән беҙ ҙә әүҙем шөғөлләнәбеҙ. Ә бында беҙҙә ҡулланырға мөмкин булған идеялар бар.
Мәғлүмәт, фото: glavarb.ru