Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Ғинуар 2023, 00:30

Уйна, ҡурай, күктән йәм шаулаһын, нур уйнаһын баштар өҫтөндә!

Хәйерле иртә, дуҫтар! Иртәбеҙҙе ҡурай моңо менән йәмләгән Йылайыр егете тураһында - яҙмала.

Уйна, ҡурай, күктән йәм шаулаһын, нур уйнаһын баштар өҫтөндә!
Уйна, ҡурай, күктән йәм шаулаһын, нур уйнаһын баштар өҫтөндә!

Һыҙҙырт, ҡурай, үткән ҡайғыларҙы,

Өҙҙөрт, ҡурай, йөрәккәй ҡылдарын.

Һиҙҙерт, ҡурай, ҡайнар тойғоларҙы,

Һөйҙөрт, һөйләп башҡорт моңдарын.

Һөйлә тарихыңдан, яуҙарыңдан,

Һөйлә ҡанлы башҡорт болаһын.

Һөйлә олатайҙар хәлдәренән

Йөрөш, торош, заңын, йолаһын.

Уйна, ҡурай, күктән йәм шаулаһын,

Нур уйнаһын баштар өҫтөндә!

Йәм яҡтыһы юйһын ҡан шәүләһен,

Гөлдәр үҫһен таштар өҫтөндә!

Динар Абдуллин Йылайыр районы Исҡужа ауылында тыуып үҫкән. 2007 йылда Сибай сәнғәт училищеһын тамамлап, Өфө дәүләт сәнғәт академияһына уҡырға инә. Уҡыу осоронда Ҡариҙел районына эшкә саҡырыла һәм ундағы сәнғәт мәктәбендә өс йыл ҡурай дәрестәре алып бара.

2014 йылда Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһендә ҡурайсы булып эш башлай. Республикала үткән бик күп ҡурайсылар бәйгеһе лауреаты. 2015 йылда – Батырғәле Вахитов, 2018 йылда Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге ҡурайсылар конкурстары еңеүсеһе. Октябрьский ҡалаһында йыл һайын үткәрелеп килгән Ғата Сөләймәнов исемендәге ҡурайсылар бәйгеһе лауреаты була, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдәге конкурстарҙа, фестивалдәрҙә еңеү яулай. Репетуарында “Урал”, “Буранбай”, “Әрме”, “Эскадрон”, “Шарлы урман”, “Кәмәлек”, “Сәҙе буйы” һәм башҡа оҙон көйҙәр бар. Улар менән бер рәттән төрлө заманса композициялар өҫтөндә эшләй.

Фото, видеояҙма Д. Абдуллиндың шәхси архивынан.

Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: