Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Ғинуар 2023, 10:00

"Ырыу ғына түгел, ауыл ауылдыҡынан айырыла ул биҙәүестәр"

Шулай ти Бөрйән районы Аҫҡар ауылы уңғаны Зәлифә Шакирова

"Ырыу ғына түгел, ауыл ауылдыҡынан айырыла ул биҙәүестәр"
"Ырыу ғына түгел, ауыл ауылдыҡынан айырыла ул биҙәүестәр"

Ҡул эштәренә бәләкәйҙән маһир Зәлифә. Хеҙмәт дәрестәрендә уҡытыусы өлгөһө буйынса ҡулъяулыҡ сигеү, энә, ырғаҡ менән төрлө биҙәктәр өйрәнеү, ҡағыҙҙан һындар яһау, ҡул аҫтындағы сеймалдан: ағас ботағы, япраҡ, сәтләүек, тубырсыҡтан һ.б. уйынсыҡтар эшләү - иң яратҡан шөғөлө була уның. Аҙаҡ уҡытыусы булып эшләгәндә лә был ҡыҙыҡһыныуы ныҡ ярҙам итә, үҙе белгәнде балаларға ла ихлас өйрәтә. "Был һәләтем әсәйемдән күскән тип уйлайым. Ул да башҡа эштән бушаған саҡтарында бәйләмәй-сикмәй ултыра алмай", ти Зәлифә.

Белорет педагогия училищеһын, аҙаҡ Өфөләге Башҡорт педагогия институтын тамамлап, тыуған ауылына эшкә ҡайтҡас, башланғыс кластар менән бергә хеҙмәт дәресен дә уға ышанып тапшыралар. Шул ваҡытта Зәлифә үҙҙәрендәге, яҡын-тирәләге башҡа ауылдарҙағы оло йәштәге инәйҙәрҙән ошо ерлектәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың элекке кейем өлгөләре, һаҡал, селтәрҙәрҙең нисек эшләнелеүе менән ҡыҙыҡһына, үҙенсәлектәрен өйрәнә, ҙур ғына материал туплай. Улар буйынса эшләп ҡарарға йөрьәт итә һәм был шөғөлгә мөкиббән киткәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Үҙ ауылының ҡатын-ҡыҙҙарында ғына осраған һаҡалды эшләү байтаҡ ваҡытты алһа ла, һөҙөмтәһен күреү уның күңелен үҫтерә, яңы эштәргә тотонорға дәртләндерә, тәжрибә туплауын дауам итә. Яңыраҡ ул Йылайыр районы Юлдыбай башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының һаҡалын эшләп бөткән. "Һәр ырыуҙыҡы ғына түгел, ауыл ауыл менән айырыла ул биҙәүес әйберҙәр", ти ул.

Уларҙың өйө үҙе бер оҫтахана кеүек. Бында - үҙ ҡулдары менән тегелгән ҡурсаҡтар, әкиәт геройҙары, төрлө ҡул эштәре, таҡыялар, бәйләнгән, сигелгән әйберҙәр, төрлө биҙәүес әйберҙәре... Стеналағы картиналар ҙа - оҫта хужабикә тыуҙырған ижад емеше.

Зәлифә быларҙың барыһын да һатыр өсөн түгел, ә күңел талабы буйынса эшләй. Әҙер әйберҙәрен төрлө конкурстарға, байрам-сараларҙы биҙәргә алып торалар, ҡайһыларын бүләк итеп тә биреп ебәрә.

"Хәҙер үҫешер өсөн интернет бар. Зауығыңа ҡарап, теләгәнеңде башҡарырға була. Минең дә өйрәнәһе, эшләйһе эштәрем күп әле", ти булдыҡлы, һәр яҡлап та оҫта, мөғжизәне үҙ ҡулдары менән тыуҙыра белгән Зәлифә Шакирова.


Фото: З. Шакированың "Бәйләнештә" социаль битенән.

"Ырыу ғына түгел, ауыл ауылдыҡынан айырыла ул биҙәүестәр"
"Ырыу ғына түгел, ауыл ауылдыҡынан айырыла ул биҙәүестәр"
"Ырыу ғына түгел, ауыл ауылдыҡынан айырыла ул биҙәүестәр"
"Ырыу ғына түгел, ауыл ауылдыҡынан айырыла ул биҙәүестәр"
"Ырыу ғына түгел, ауыл ауылдыҡынан айырыла ул биҙәүестәр"
"Ырыу ғына түгел, ауыл ауылдыҡынан айырыла ул биҙәүестәр"
"Ырыу ғына түгел, ауыл ауылдыҡынан айырыла ул биҙәүестәр"
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: