Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
24 Ғинуар 2023, 15:43

Фәндә лә, ижадта ла ҙур уңыштар ҡаҙанды

Күренекле ғалим, прозаик Әнүр Вахитовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға ҡарата.

Башҡорт әҙәбиәт ғилеменең һәм милли прозабыҙҙың үткән быуаттың 60–80-се йылдарын Әнүр Вахитовтың эшмәкәрлегенән тыш күҙ алдына килтереү һис кенә лә мөмкин түгел. Үҙенең төплө ғилми хеҙмәттәре һәм үҙенсәлекле әҙәби әҫәрҙәре менән ул мәҙәниәтебеҙ тарихында тәрән эҙ ҡалдырҙы.

Әнүр Хисмәт улы Вахитов 1932 йылдың 20 декабрендә Баш­ҡортостандың Ғафури ра­йонындағы Туғай ауылында тыу­ған. 1951 йылда Сәйетбаба урта мәктәбен тамамлағас, Толпар ете йыллыҡ мәктәбендә уҡыта, Өфөләге “Октябрь натискыһы” типографияһында корректор булып эшләй. 1953 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына уҡырға инә һәм, уны тамамлағас, башҡорт әҙәбиәте кафедраһына ассистент итеп эшкә ҡалдырыла. 1962 – 1964 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспирантураһында уҡый. 1965 йылда “Хәҙерге башҡорт романы” тигән темаға диссертация яҡлай һәм филология фәндәре кандидаты тигән ғилми дәрәжәгә лайыҡ була. Шул осорҙан алып ғүмеренең аҙағына тиклем, йәғни 1984 йылдың 24 декабренәсә, ул Тарих, тел һәм әҙәбиәт инс­титутында ғилми хеҙмәткәр булып эшләне.

Совет осорондағы башҡорт прозаһы менән ҡыҙыҡһынған һәр кем иң элек уның хеҙмәттәренә күҙ һалырға тырыша, сөнки нәҡ Әнүр Хисмәт улының китаптарынан сәсмә әҙәбиәтебеҙҙең формалашыу һәм үҫеү тарихы, күренекле прозаиктарҙың ижад донъяһы буйынса төплө фекер­ҙәр, бай мәғлүмәт табырға була. 60-сы йылдарҙа уҡ ғалим даими һәм эҙмә-эҙлекле рәүештә милли прозабыҙҙың жанрҙарын, шул иҫәптән нәҫер, хикәйә, хикәйәт, художестволы очерк, повесть һәм романдарҙы, өйрәнергә тотона. Ошо ныҡышмалы тикше­ренеүҙәренең һөҙөмтәһе була­раҡ, 60–80-се йылдарҙа “Эпик киңлектәрҙә”, “Таланттың асылы”, “Ижади портреттар”, “Башкирский советский роман”, “Офоҡтар киңәйгәндә”, “Зәйнәб Биишева ижады”, “Жанр и стиль в башкирской прозе”, “Әҙәбиәт шоңҡары” тигән береһенән-береһе йөкмәткелерәк китаптары баҫылып сыға. Был хеҙмәттәрҙә совет осорондағы башҡорт прозаһының үҫеше, Зәйнәб Биишева, Динис Исламов, Яныбай Хамматов, Ғәлимов Сәләм кеүек күренекле яҙыусылар ижады буйынса күп яҡлы һәм ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәр яһалды, әҙәби-тарихи һәм теоретик характерҙағы мөһим мәсьәләләр күтәрелде.

Әлбиттә, үҙенең тикшеренеү­ҙәрендә ғалим совет осоро әҙә­биәте менән генә сикләнмәне. Айырым жанрҙарҙың формалашыу тарихын асыҡлар өсөн ул халҡыбыҙҙың революцияға тиклемге әҙәби мираҫын да маҡсатлы рәүештә өйрәнде һәм үҙенең төплө фекерҙәрен әйтте. Был бигерәк тә нәҫер, хикәйәт һәм повесть жанрҙарына бағыш­ланған хеҙмәттәрендә асыҡ күренә.

70-се йылдар аҙағында Әнүр Вахитов “Башҡорт прозаһының жанр-стиль йәһәтенән үҫеше” тигән темаға докторлыҡ диссер­тацияһы яҙырға тотона. Хәтер­ләүемсә, 1983 йылда ул ошо оло эшен тамамлап, авторефератын да әҙерләп, яҡлауға тәҡдим итте. 1985 йылдың март айында Алма-Ата ҡалаһында яҡлау көнө лә билдәләнгәйне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул көндәрҙе күрергә насип булманы – күңел­дәребеҙҙе әсендереп, арабыҙҙан ҡапыл ғына китеп барҙы ағай… Әммә хеҙмәте юҡҡа сыҡманы, 2007 йылда күренекле прозаик Әмир Әминевтең тырышлығы менән был диссертация “Баш­ҡорт прозаһының жанр һәм стиль ҡанундары” тигән исемдә айырым китап булып донъя күрҙе.

Әнүр Хисмәт улы ҡалдырған әҙәби мираҫ – үҙе бер оло донъя. Художестволы ижад менән ул студент йылдарында мауығып китә. Тәүҙә мөхәббәткә, тәбиғәт күренештәренә, атаһы һәләк булған Бөйөк Ватан һуғышына арнап шиғырҙар яҙа, аҙағыраҡ сәсмә әҫәрҙәр ижад итә башлай. “Үрләү” исемле беренсе шиғыры 1955 йылда “Ленинсы” гәзитендә баҫыла. Шунан һуңғы йылдарҙа республика гәзит-журналдарында һәм “Йәш көстәр” альманахында байтаҡ шиғырҙары, хикәйә һәм хикәйәттәре донъя күрә.

Тәүге әҫәрҙәрендә үк автор үҙен тура һүҙле һәм уйсан ижадсы итеп таныта. Был йәһәттән уның “Тамырҙарым”, “Һүҙҙәр”, “Бәхет”, “Урал менән Ағиҙел”, “Һау­мы, тауҙар иле!” кеүек ши­ғырҙары характерлы. Күпселек әҫәрҙәренең үҙәгендә замандаш­тың бай һәм ҡатмарлы рухи донъяһы тора. Шул уҡ ваҡытта айырым ижад емештәрендә, әҙиптең үҙ тәбиғәтенә хас булғанса, төртмә теллелек, шаянлыҡ та ҙур урын алған.

Беҙҙең менән бер үк йылды

Бөттө вузды ветврач…

Һәм ауылға китмәҫ өсөн

Булып ҡалды этврач.

“Этврач” тигән шиғырынан килтерелгән был өҙөк – шундай әҫәрҙәрҙең сағыу үрнәге.

Шулай ҙа, әйткәнебеҙсә, сарказм, юмор Ә. Вахитов ижады­ның төп һыҙаты түгел. Үҙ әҫәрҙә­рендә яҙыусы донъяға һәм кеше яҙмышына тәрән фәлсәфәүи уйланыуҙар аша баҡты, һүрәт­ләгән тормош күренештәренән уҡыусыны үҙе һәм заман тура­һында фекерләүҙәргә, ғибрәт алыуҙарға этәрҙе.

“Салауат күпере” (1963) тигән тәүге китабына ингән хикәйәт­тәрендә автор халыҡ ижадын яҡшы тойоу һәләтен, фольклор традициялары ерлегендә хикә­йәт жанрын үҫтереү мөмкин­лектәрен күрһәтә алды. Ошондай бер нисә әҫәрҙең төп геройы булған Әхмәҙулла бабай образы аша бөгөнгөнөң үткәндәр менән айырылғыһыҙ бәйле булыуын, тарих төпкөлөнән килгән рухи хазиналарыбыҙҙың замандашты һәм бигерәк тә йәш быуынды тәрбиәләүҙә мөһим әһәмиәткә эйәлеген билдәләне.

Артабанғы йылдарҙа баҫы­лып сыҡҡан “Ҡайын суҡтары” (1966), “Шәжәрә” (1969), “Яҡты күңел” (1981) һәм “Сейәлетүбә” (1985) исемле китаптары уны ысын мәғәнәһендәге ҡәләм оҫтаһы итеп танытты. Уларға тупланған хикәйә һәм повестар заманындағы милли прозаның иң аҫыл үрнәктәренән һана­лырҙай. Әйтергә кәрәк, шундай­ҙарҙан “Яҡты күңел”, “Самауыр төҙәтеүсе” һәм “Ынйы сәскәһе” әҫәрҙәре киләсәктә донъя күрә­сәк “Башҡорт әҙәбиәте антоло­гияһы”ның 5-се томына индерелде.

Зирәк уҡыусы әҫәрҙәрҙең ҡайһы бер геройҙары йөҙөндә авторҙың үҙен дә сырамыта ала. Мәҫәлән, “Партизандар”,  “Скрипкасы Ғайса”, “Әнүәрә” кеүек хикәйәләрҙәге төп геройҙар үҙ холоҡ-ҡылыҡтары менән уға бик яҡындар, ә “Сейәлетүбә” һәм “Ағиҙелгә ҡоя шишмәләр” повес­тарындағы профессор Әнүәр Заһитов бар булмышы менән авторҙы хәтерләтеп тора. Был герой һәм персонаждар, Әнүр Хисмәт улы кеүек үк, тура һүҙле, намыҫсан һәм кешелекле булып иҫтә ҡала.

Әлбиттә, Әнүр Вахитовтың фәнни һәм ижади эшмәкәрлеген бәләкәй генә мәҡәләлә тулы итеп яҡтыртыу мөмкин түгел. Бында тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы хәтергә алып, ҡайһы бер уй-фекерҙәр генә белдерелде. Уның хеҙмәттәре һәм ижад емештәре хаҡында әйтәһе һүҙ бик күп әле.


Миңлеғәли НӘҘЕРҒОЛОВ

Читайте нас: