Кем ул Ишмөхәмәт сәсән? Ғөмүмән, сәсән кем була? Ошо һорау әҙәбиәт һөйөүселәрҙе ҡыҙыҡһындырмай ҡалмайҙыр. Йор һүҙле, ҡыйыу, иң киҫкен, хәл иткес мәлдәрҙә һүҙен туп-тура итеп әйтә алған, һәр фекере тәрән аҡылды сағылдырған, үҙе артынан әйҙәр шәхес күҙ алдына баҫа.
Билдәле яҙыусы Мәүлит Ямалетдиндың “Ишмөхәмәт сәсән” тип аталған роман-эссеһында ошо һорауға тулы яуап алырға була. Бында башҡорт халҡының XIX быуаттағы көнкүреше, шул осорҙоң тарихи ваҡиғалары яҡтыртыла. Төп герой Ишмөхәмәттең сәсән булараҡ формалашыуы, уның яҙмышы башҡорт халҡының шул дәүер солғанышында һүрәтләнә.
Роман халыҡсан тел менән яҙылған. Әҫәрҙә атаҡлы сәсәнде биргән күбәләк-табын ырыуына ғына хас диалект, онотолоп барған һүҙҙәр, мәҡәл-әйтемдәр урын алған.
Мәүлит Ямалетдин үҙе роман-эссеһы хаҡында бына нимә тигән: “Башҡорт халҡының рухи донъяһында айырым урын биләп торған Ишмөхәмәт сәсән тураһында ҙурыраҡ күләмле әҫәр яҙырға күптән хыялланһам да, был ниәтте тормошҡа ашырыу юлдары ярайһы уҡ ҡатмарлы булып сыҡты. Мәғлүм ки: ҡыҫҡа ғына бер мәҡәлә яҙыу өсөн дә һүрәтләнәсәк ваҡиға йәки күренеш хаҡында энәһенән ебенә ҡәҙәр барыһын да белеү шарт. Шул йәһәттән ҡарағанда, мин тасуирларға батырсылыҡ иткән герой хаҡында мәғлүмәттәр өҙөк-һурыҡ ҡына һаҡланған. Улары ла яҙма сығанаҡ түгел, ә телдән-телгә, ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа күсеп, беҙҙең көндәргә килеп еткән һәм хәҙер инде риүәйәткә әүерелгән айырым хәтирәләр. Ишмөхәмәт сәсән тураһында әҙәби әҫәр тыуҙырырға тырышыуҙың төп ауырлығы шуға ҡайтып ҡала...”
Илзидә ЙОСОПОВА