Фәриҙә Сәлимйәнова районда ғына түгел, тирә-яҡ төбәктә ҡул эштәре оҫтаһы булып танылған. Ғүмере буйы ауылдаштарының сәләмәтлеге һағында торған ханым - 40 йылға яҡын фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан хөрмәтле хеҙмәт ветераны. Әйткәндәй, ул Башҡортостандың халыҡ артисы Вәхит Хызыровтың бер туған апайы ла.
Фәриҙә Ғәлебай ҡыҙы ҡул эштәренә йәштән маһир була, әммә һөнәре генә был шөғөлгә тотонорға ваҡыт ҡалдырмай. Балалары бер аҙ үҫә төшкәс, ҡыҙҙарын суҡтай кейендерергә теләп, уларға матур-матур күлдәктәр тегә, улына ла салбарҙар тегеп кейҙерә.
Ҡыҙҙары кейәүгә сығыр мәл яҡынлаша башлағас, үҙ ҡулдары менән уларға бирнә әҙерләү теләге менән яна. Ҡорама ҡырҡып, уларға заманса биҙәктәр өҫтәп, күңел йылыһын һалып арҡыры-буй юрғандар эшләй, диван, карауат япмалары, мендәр тыштары, ултырғыс ябыуҙары әҙерләй, хатта юрғанды ла үҙ ҡулдары менән күбеп ҡуя. Өс ҡыҙын да, үҙе эшләгән ҡорамалары менән хан ҡыҙҙарындай итеп, кейәү йортона оҙата, улы Айсыуаҡҡа ла йылы һәм сифатлы юрған, джинсыларҙан торған заманса диван япмаһы әҙерләп ҡуйған.
Ул шулай уҡ баҡса үҫтерергә ярата, сәскәләрҙең ниндәй төрҙәре генә юҡ! Аш-һыуға ла оҫта, бәйләм, сигеү, тегеү, ҡорама ҡорау тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Оҫта ҡуллы ханым тураһында тулы мәҡәлә менән яҡын арала гәзитебеҙ биттәрендә таныштырырбыҙ.
Автор фотолары.