Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Ғинуар 2023, 23:00

Айһылыу Ғарифуллина күңел байрамына йыйҙы

"Журналист һөнәренән дә шәп шөғөл юҡ бит ул Ер шарында, тик аҡсаһы ғына аҙыраҡ, тип уйлап алам. Ябай халыҡтың сағыу донъяһында үҙ кеше булып йөрөүгә ни етә?!"

Айһылыу Ғарифуллина күңел байрамына йыйҙы
Айһылыу Ғарифуллина күңел байрамына йыйҙы

Бөрйәндә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, райондың Самат Ғәбиҙуллин исемендәге әҙәби премияһы лауреаты, һутлы ижады менән күптәрҙе һоҡландырған билдәле шағирә, талантлы журналист Айһылыу Ғарифуллина күптән түгел 55 йәшен билдәләне.

Кисә район үҙәгендә Бөрйәндең аҫыл ҡыҙы һәм шағирәһе Айһылыу Ғарифуллинаның ижад кисәһе үтте. Юбилярҙы ҡотларға “Башҡортостан ҡыҙы” журналы мөхәррире, шағирә Гөлназ Ҡотоева, яҙыусы, “Һәнәк” журналы мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманова, “Шоңҡар” журналының яуаплы сәркәтибе, яҙыусы Венер Исхаҡов килде. Сарала шулай уҡ шағирәнең дуҫтары, уның ижадын яратыусылар, ағинәйҙәр ҡатнашты.

Бөрйән районының Мәһәҙей ауылында туғыҙ балалы ғаиләлә етенсе булып донъяға килгән Айһылыу Ғарифуллина бәләкәйҙән ижадҡа ғашиҡ булып үҫә.

"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әхмәт Шоғаев әҙә­биәт дәресен күбеһенсә мәктәп программаһына инмәгән шиғырҙар уҡып, шуларға беҙҙән баһа бирҙертеүҙән башлар ине. Рәми Ғарипов шиғырҙарын даими уҡыныҡ. Алтынсы класта Фәрхәнә Йәғәфәрова етәкселегендәге “Йәйғор нурҙары” түңәрәгенә йөрөй башланым. Ул беҙҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытмаһа ла, яҙышыуға һәләтегеҙ бар, тип түңәрәккә ағза итеп алды, тарихты һәйбәт белгән әбей-бабайҙарға ер-һыу атамаларының тарихтарын яҙып алырға йөрөттө.

Шул йылда “Аҡтырнаҡ“ тигән шиғыр яҙып, “Пионер” журналына ебәрҙем. Баҫылып сыҡҡас, шатлығымдың сиге булманы. Шунан дәртләнеп яҙышыу китте – мәктәптең “Комсомол прожекторы” тигән ҡулъяҙма-гәзиттә, интернатта “Ҡармаҡ” тигән гәзиттә шиғырҙарым даими баҫыла ине.

Ә журналистикаға уҡытыусы булып эшләгән саҡта “Таң” гәзитенә мәҡәләләр ебәреп килдем. Алдан күрә белгән мөхәрриребеҙ Юлай Манапов мине әллә нисә тапҡыр эшкә саҡырҙы, хат та яҙҙы. Тәҡдир үҙенекен итте – 11 йыл Ҡолғана мәктәбендә уҡытҡас, 2002 йылда “Таң” ға эшкә килдем һәм әле булһа ­­шундамын. Һөнәремде яратам. Миңә кеше араһында йөрөү, берауыҡ ситтәрҙең тормошо менән йәшәп алыу оҡшай. Журналист һөнәренән дә шәп шөғөл юҡ бит ул Ер шарында, тик аҡсаһы ғына аҙыраҡ, тип уйлап алам. Башта күпме мәғлүмәт, фекер, күңелдә тәьҫораттар йөрөй. Кешенең матур йәшәгәненә ҡыуанып, һәйбәт геройҙарҙан ыңғай энергия алып, телебеҙҙең һутлы солғанышына башкөллө сумып, ябай халыҡтың сағыу донъяһында үҙ кеше булып йөрөүгә ни етә?!"- ти Айһылыу Ғарифуллина.

"Таң" гәзитенең иң шәп журналистарының береһен, халыҡсан шиғырҙары менән күптәрҙең күңелен яулаған талантлы шағирәне күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар, һаулыҡ-сәләмәтлек теләйбеҙ!

Фото: "Таң" гәзитенән. 

Айһылыу Ғарифуллина күңел байрамына йыйҙы
Айһылыу Ғарифуллина күңел байрамына йыйҙы
Айһылыу Ғарифуллина күңел байрамына йыйҙы
Айһылыу Ғарифуллина күңел байрамына йыйҙы
Айһылыу Ғарифуллина күңел байрамына йыйҙы
Айһылыу Ғарифуллина күңел байрамына йыйҙы
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: