Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Ғинуар 2023, 15:11

Даталар артында – исемдәр, исемдәр артында – тарих

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: culture.bashkortostan.ru
Фото:Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: culture.bashkortostan.ru 

Өфөләге Милли музейҙа 1812 йылғы Ватан һуғышының 210 йыллығына арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Унда тарихсылар, музей хеҙмәткәрҙәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, ғалимдар, рәссамдар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Башҡортостан Республикаһы Милли музейының генераль директоры музей хеҙмәткәрҙәре ҡатнашҡан ваҡиғалар, күргәҙмәләр һәм патриотик белем биреү һәм тыуған яҡты өйрәнеү сиктәрендә теманы артабан өйрәнеү һәм үҫ­тереү перспективалары тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлашты.

– Бындай түңәрәк өҫтәлдәр һуғыш тураһында тарихи иҫтә­лекте һаҡлап ҡалырға, 1812 йылғы Ватан һуғышы тарихын пропаган­далауға һәм популярлаштырыуға булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, ә йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү эшенә лә ҙур өлөш индерә, — тине Рөстәм Исхаҡов.

Хәрби-тарихи йәмғиәттең республика бүлексәһе рәйесе, тарих фәндәре кандидаты Рәмил Рә­химов “Ырымбур өлкәһенең иррегуляр ғәскәрҙәре Наполеон һуғышында. Тарих һәм тарихи хә­тер” тигән доклад менән сығыш яһап, ғаилә тарихы кимәлендә тә­рән өйрәнеү кәрәклеген билдә­ләне. Быға Марат Аҡбирҙиндың 1812 йылғы Ватан һуғышы ветерандары, шул иҫәптән Сәлтә­шев­тәр ғаиләһе вәкилдәренән торған фотоһүрәттәр буйынса тикшереү үткәргән доклады миҫал булып тора. Ентекле ғилми-тик­шеренеү эштәрен башҡарып, беренсел тасуирламалағы хата­ларҙы һәм етешһеҙлектәрҙе төҙә­теп, ул үҙ ғаиләһе вәкилдәре тура­һында бик күп ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һөйләне.

Өфө ҡалаһының 17-се балалар дауаханаһы китапханаһынан ҡала тарихы буйынса белгес Андрей Янкин үҙенең “Даталар артында – исемдәр, исемдәр артында – тарих. Надежда Дурова һәм Денис Давыдов Өфө тарихында” докладында ил тарихындағы мөһим ваҡиғаларҙы айырып күрһәтте, уларҙы ҡалабыҙ тарихы менән бәйләп, батыр ҡатнашыусыларға айырым иғтибар бирҙе.

С.Т. Аксаковтың мемориаль йорт-музейының өлкән ғилми хеҙ­мәткәре Галина Иванова үҙенең докладында 2022 йылдың йәйендә С.Т. Аксаковтың Мемориаль йорт-музейында үткән 1812 йылғы Ватан һуғышының 210 йыллығына арналған күргәҙмә һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Илдар Шәйәх­мәтов “1-се “Любизар” башҡорт кавалерия полкы” төбәк йәмәғәт ойошмаһының “Бородино көнө-2022” халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашыуы тураһында һөйләне. 1812 йылдағы Ватан һуғышының 210 йыллығына арналған, шул уҡ ваҡытта үҙенсәлекле күсмә күргәҙмәне күрһәтеп, музейға бер нисә экспонат бүләк итте.

Темәс ауылындағы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры, Башҡортостандың атҡа­ҙанған уҡытыусыһы, “Төньяҡ амур” хәрби-тарихи клубы вәкиле Айҙар Мәжитов немец ҡалаһы Шварцта иҫтәлекле уҡ тарихы һәм республикала уҡ атыу үҫеше тураһында һөйләне.

Бөтә донъя башҡорттары ҡо­рол­тайы (Конгресы) вәкиле, Өфө дәүләт нефть техник универси­тетының тарих, археология һәм этнология кафедраһы доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев “Республикала 1812 йылдағы Ватан һуғышы геройҙарын мәңге­ләштереү” темаһын яҡтыртты.

Башҡортостан Республикаһы Милли музейының ойоштороу-методик бүлегенең ғилми хеҙмәткәре Илдар Шәрипов “Тарихи йырҙарҙа 1812 йылдағы Ватан һуғышы са­ғылышы” тигән ғилми эше менән сығыш яһап, бер нисә тарихи йыр башҡарып, уларҙы халыҡ герой­ҙары менән бәйләне.

“Амантай” ижади үҙәге” ойош­маһы вәкиле, тарих фәндәре кандидаты Юлай Әбсәләмов “Төньяҡ амур” президент гранты проекты буйынса эшмәкәрлек һөҙөмтәләре тураһында һөйләне.

Республика Хәрби дан музейы директоры Илшат Үтәев ошо йүнә­лештә музей эшмәкәрлегенә анализ яһаны һәм музей сығанаҡ­тарын файҙаланып, хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы.

Түңәрәк өҫтәл модераторы – республиканың төп музейының тыуған яҡ тарихы кафедраһы мөдире, тарих фәндәре кандидаты Вера Макарова үҙенең хеҙмәт­тәштәрен музейҙың 1812 йылдағы Ватан һуғышының тарихи иҫтә­леген һаҡлауҙағы эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.    

– Тарихи хәтер – Ватаныбыҙ тарихының ҡаһарманлыҡ ваҡи­ғалары тураһындағы хикәйәттәр генә түгел, ә йәмәғәт аңын, граж­данлыҡ позицияһын һәм илһөйәр­лекте нығытыуға булыш­лыҡ иткән иҫтәлекле урын. Бындай осра­шыуҙар бәйләнештәрҙе һаҡлау, берлектәге үҫеш планын әҙерләү һәм мөһим белем биреү шарты булараҡ тарихты популярлаштырыу өлгөләрен камиллаштырыу өсөн кәрәк, – тип билдәләне ул.

- Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: