

Зәбих Исҡужин – башҡорт ғалимы, публицист һәм әҙәби тәнҡитсе. Бер нисә йыл элек әле уның исеме халыҡҡа бөтөнләй билдәһеҙ ине. Ғалим тураһында беренсе тапҡыр филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Саламатова яҙып сыҡты. Ул Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының Ғ. Ибраһимов исемендәге Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институтының Яҙма һәм музыкаль мираҫ үҙәге архивтарында Зәбих Исҡужин тураһында материалдар, уның хеҙмәттәрен таба. Улар араһында Шәйехзада Бабичтың "Башҡорт халҡына" шиғыры ла була.
– Был шиғыр бығаса бер ҡайҙа ла баҫылмаған. Уны Ш. Бабич үлгәндән һуң 102 йыл үткәс, Зәбих Исҡужин арҡылы таптыҡ, – тип һөйләй Гөлсәсәк Саламатова. – 1936 йылда Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылы кешеһе Сафа Фәйзуллин Ҡазанға З. Исҡужинға хат яҙа. Уның үтенесе буйынса таныштары һәм дуҫтары араһында Бабичтың шиғырҙарын эҙләүе хаҡында хәбәр итә. Ул шулай уҡ Ш.Бабичтың “Башҡорт халҡына” шиғырын ебәреүе, был шиғырҙы ауылдашы Ғүмәр Бикҡужин дәфтәренән ятлап алыуы тураһында яҙа.
Шиғыр З. Исҡужиндың архивында табылманы. 2020 йылда, бәхетле осраҡлыҡ арҡаһында ғына, "Башҡорт халҡына" шиғыры Нәҡи Иҫәнбәттең йорт архивында, "З. Исҡужин материалдары" тип яҙылған папкала табылды, – ти ғалимә.
Зәбих Исҡужин ни бары 25 йыл ғына йәшәп ҡалған. Әммә замандаштарының талантлы йәш ғалим тураһындағы хәтирәләре, беҙҙең көндәрҙә лә актуаль булған хеҙмәттәре һаҡланып ҡалған. Ул милли шиғриәтте, музыканы өйрәнгән, хатта татар радиоһында "Артист Йылайыр" псевдонимы аҫтында тапшырыу ҙа алып барған.
Был факттарҙың барыһы ла Г.Саламатованың "Зәбих Исҡужин: Иҙел ярында Һаҡмар егете” китабында һүрәтләнә. Ошо китап буйынса телефильм төшөрөлә. Авторҙар Зәбих Исҡужиндың образын һәм холҡо һыҙаттарын тергеҙергә, уның ижади мираҫы тураһында һөйләргә тырыша. Ролде М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәлмәнов башҡара. Фильмда Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, Татарстандың халыҡ шағиры Рәдиф Ғаташ, ғалимдар Миңлеғәли Нәҙерғолов, Рәмил Исламов, Миләүшә Хәбетдинова ҡатнашҡан. Фильм Өфө, Ҡазан ҡалаларында, Зәбих Исҡужиндың тыуған яғы – Йылайыр районында төшөрөлгән.
– Зәбих Исҡужиндың тормош тарихы ныҡ ҡапма-ҡаршылыҡлы, фажиғәле, унда асыҡлайһы нәмәләр күп әле, – ти сценарийҙың авторҙашы һәм фильмдың режиссеры Рәйсә Абдуллина. – Фильмда ҡатнашыусылар менән бергә уҙған быуаттың 30-сы йылдарындағы ваҡиғаларҙың сәбәптәрен һәм эҙемтәләрен аңларға тырыштыҡ. Минеңсә, күңелгә үтерлек, һабаҡ алырлыҡ тарих килеп сыҡты. Патриот, шағир, тикшеренеүсе тарихы, – ти ул.
Башҡортостан тарихында билдәһеҙ биттәр күп. Бәхеткә күрә, һуңғы йылдарҙа республика халҡы онотолған исемдәрҙең ҡайтарылыуына шаһит була. Башҡортостан Башлығының шәхси булышлығы аша Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры – генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде, һәйкәл ҡуйылды. Шулай уҡ Арктиканы өйрәнеүсе В. Альбанов музейы булдырылды, уның тураһында ла Башҡортостан юлдаш телевидениеһында документаль фильм күрһәтелде.
Республика халҡы шулай уҡ “Башҡорт авиалиниялары”ның ҡаһарман экипажы тураһында ла белде – улар двигателе янған самолетты ергә ултыртып, пассажирҙарҙы ҡотҡарыуға ирешкән. Геройҙарға награданы 26 йылдан һуң Башҡортостан Башлығы тапшырҙы.
– “Ҡайтарылған исемдәр” циклы – республика тарихының өйрәнелмәгән биттәре. Исемдәре билдәһеҙ, әммә ҡалдырған мираҫтары тикшереүгә һәм мәңгеләштереүгә лайыҡлы кешеләр тураһында. Әле проект командаһы бер нисә Башҡортостан кешеһенең тормошон һәм эшмәкәрлеген өйрәнә. Бер шәхестең тарихы айырыуса үҙенсәлекле – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугире, талантлы шағир булһа ла, ижады исемһеҙ авторҙыҡы тип билдәле була. Гөлсәсәк Саламатова был серҙе асыуға өлгәшә. Барыһы тураһында ла әйтеп бөтмәйбеҙ, киләһе фильм уның тураһында була, – ти Башҡортостан юлдаш телевидениеһының баш мөхәррире Гүзәл Хәсәнова.
Шағир-фронтовик, тикшеренеүселәрҙең ҡатмарлы эҙләнеүҙәре тураһындағы фильмды телевизор ҡараусылар Еңеү көнө алдынан ҡарай ала.
Рәүилә Ғатауллина