Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Ғинуар 2023, 09:13

Ишембайҙың “Ете ҡыҙ”ы

Улар милли кейемдәребеҙҙе тергеҙә.

Һуңғы йылдарҙа милли кейемдәребеҙ яңырыу осоро кисерә. Интернет селтәрендә даими сағылыш алған ваҡиғалар теҙмәһе быға асыҡ дәлил. Иң мөһиме, кешелә ҡыҙыҡһыныу ғына артмай, ә оҫталар мәктәбенә ихтыяж уяна. Ишембай ҡалаһының “Ете ҡыҙ” милли кейемдәр тергеҙеү төркөмө менән һеҙҙе лә таныштырып үтмәксебеҙ.

 

Өләсәйҙәрҙән ҡалған аманат

 

Яңыраҡ ҡына ойошторолоу­ҙарына ҡарамаҫтан, Стәрлетамаҡ районында үткәрелгән “Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра” башҡорт халыҡ-тарихи йырҙары конкурс-фестива­лендә икенсе урын яулай улар. Эштәрен “Тамға” халыҡ-ара башҡорт милли кейемдәре конкурсына ла алып сығалар. Оҫтабикә Сәриә Ғәбитова эшләгән Юрматы ырыуы ҡатын-ҡыҙҙарының һаҡалы 500 эш араһында өсөнсө урын ала.

– Социаль селтәрҙәге “Бәйлә­нештә” сайтында ойошторолған “Хан ҡыҙы” марафоны ҡышын башланды. Ошо һәм башҡа мәсьәлә­ләрҙе хәл итеү маҡсатында бер көн шулай музейға инеп сығырға булдым. Музей хеҙмәткәре Гөлназ апай Ишкинина көләс йылмайып ҡаршы алды. Марафон тураһында һөйләштек. “Музейҙар төнө була, килегеҙ” тигән саҡырыу алып, ҡанатланып йүгереп ҡайттым да ошоғаса онлайн ғына таныш булған апайҙарыма, “осрашайыҡ” тип яҙа башланым. “Әйҙәгеҙ ҙә әйҙәгеҙ” тип ныҡ торҙом, йыйылып танышыу, күрешеү ине ниәт. Етмәһә, иҙеүҙәр тегеү буйынса марафон башланды, мин уны нисек тегергә лә аңлап етмәйем. Флорид Вәхи­тов­тан уҡа ғына (позумент) алып өлгөргәйнем.

Шулай итеп, май айынан башлап сәғәт киске биштән һуң йыйыла башланыҡ. Тора-бара етәү булып киттек. Әлеге уҡаиҙеүҙе лә тегергә өйрәндем. Уҡаиҙеүемдең алһыу таҫмаһын Сәриә апай матур итеп йыйып, эләктереп сыҡты, урталағы ҡара таҫманы Гөлнара апай Нурғәлина бүләк итте. Бына шулай тәүге танышҡанда ук берләшеү уйы килгән ине. Шөкөр, бөгөнгө көндә кәңәшләшеп, бергә өйрәнеп, бер-беребеҙгә таяныс булып ихлас ижад итәбеҙ, хаталар булһа төҙә­теп тә ебәрәбеҙ, – тип үҙҙәренең берләшмәһе менән таныштырҙы Гөлгөнә Мәмбәтова.

Әйткәндәй, Гөлгөнә Мәмбәтова сығышы менән Хәйбулла районы­ның Мәмбәт ауылынан. Өс бала әсәһе, хужабикә. Белеме буйынса уҡытыусы. Мәсеттә ғәрәп теленән уҡыта. 2019 йылдан стилләш­те­релгән түш биҙәүестәре менән ҡы­ҙыҡһына. Гөлсөм Хөсәйенова ме­нән онлайн танышып, ул етәкләгән марафондарҙа ҡатнашып, беренсе урын алып, традицион башҡорт биҙәүестәрен эшләй башлай.

Ете ҡыҙ бер-беребеҙҙе дәртлән­дереп, һәр яҡтан да ярҙам ҡулы һу­ҙып, бер ғаилә кеүек йәшәй­беҙ. Ҡанда барҙыр инде ул ҡул эшенә һөйөү, өләсәйҙәремдән киләлер. Ҙур әниемдең дә һәр бер күлдәгенә айырым яулыҡ тап килтереп, күркәм, бөхтә итеп тегеп, кейенеп йөрөгәнен иҫләйем. Әсә­йем дә тегенсе. Өләсәйемдең бер туған апайҙары ла тегенсе булған. Күлдәк­тәренә мотлаҡ сигеү һалып тегәләр ине. Ҡул эше күңелде тынысландыра ла, матур эштәр һөҙөмтәһе һөйөндөрә лә. Һәр бер тегеү аҙымын доғалар уҡып, бисмиллаһ әйтеп тегеүе үҙе бер йән аҙығы, – ти Гөлгөнә ханым.

 

“Әсәйемдең хыялы ине”

 

“Ете ҡыҙ”ҙар араһында төрлө һө­нәр эйәләре бар. Шуларҙың береһе – Ишембай ҡалаһынан Сәриә Ғәбитова. Урындағы нефть техникумын тамамлап, 33 йыл “Ишембайнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығында эшләгән­дән һуң, хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡул эштәре менән мауыға башлай. Башҡорт милли кейемдәре менән ҡыҙыҡһыныуын әсәһенең ҙур һандығы менән бәйләй.

– Әсәйем һандығын үҙе генә аса торғайны. Унда боронғо ситек, селтәр, француз яулығы, еләне бар ине. Уларҙы әсәйем кейәүгә сығып, оҙатылып килгәндә алып килгән. Милли кейемдәрен һигеҙ балаһының да туйына кейеп, ҡунаҡтарҙы ҡаршылай торғайны. Ул олоғайғас уның милли кейемдәрен апайҙарым кейеп бейене, – тип хәтерләй Сәриә апай.       

Гөлнара Толомбаева етенсе быуын тегенсе, педагог, ике юғары бе­лемле. Милли кейемгә ҡыҙыҡ­һыныу диплом эшенән башлана. Әлеге ваҡытта уның эше Өфө фән һәм технологиялар университе­тының Стәрлетамаҡ филиалы музейында һаҡлана. Уның эшен Рәсәй ҡалалары буйлап күрһәткән­дәр, грамоталар һәм дипломдар менән бүләкләнгән. Институтты тамамлағандан һуң, 2014 йылда башҡорт милли кейемен йыйып ҡа­рарға була. Ҡаланан сығыу мөм­кинлеге булмағанлыҡтан, музейҙар буйлап видеоэкскурсиялар ҡарай, электрон варианттарҙа китаптар уҡый. Төрлө китаптар һатып ала. 2016 йылдан башлап аҡрынлап костюмдарҙы тәшкил иткән тәңкәләр, сулпылар, көмбәҙҙәр туплай. Онлайн марафондарҙа ҡатнашып, яҡташтары менән танышып, төркөм булдыралар.

– Әсәйем башҡорт ҡыҙҙарының тулы костюмын күп кенә таныштарында, күршеләрендә һәм әхирәт­тәрендә күреп, үҙе лә кейергә теләгәне иҫемдә. Уларҙың кейем­дәре һәм ҡайһы бер әйберҙәре әсәйемдең һүрәтләүе буйынса хәтерҙә ҡалған: ситек, ҡушъяулыҡ, эре биҙәкле ебәк суҡлы шәл, йөн һәм мамыҡ яулыҡтар, бер нисә һырға, – ти Гөлнара Толомбаева.

Люция Кононова (Ибәтуллина) Ишембай ҡалаһы мәктәбендә һынлы сәнғәт, һыҙма һәм технология уҡытыусыһы булып эшләй.

– Башҡорт халыҡ костюмы ме­нән мауығыуым 2020 йылда, уҡыу­сылар менән ижади проекттар өсөн тема эҙләгәндә башланды. Тәүге эштәрем башҡорттарҙың стилләш­терелгән күкрәк биҙәүестәре ине. Төрлө сығанаҡтарҙы өйрәнеү барышында башҡорт ҡатын-ҡыҙының традицион түшелдереген эшләү теләге тыуҙы. Шулай итеп, Өфө ҡалаһы оҫталары үткәргән марафондарға эләктем. Башҡорт халыҡ костюмы менән мауыҡҡан башҡа ҡатын-ҡыҙҙар менән таныштым. Әммә “Ете ҡыҙ” төркөмөнөң ойошторолоуы башҡорт кейеме элементтарын өйрәнеү һәм әҙерләү өсөн ҙур этәргес булды. Минең шөғөлөм ике ҡыҙымдың да күңеленә хуш килде. Улар милли кейем әҙерләүҙә ҙур теләк менән ярҙам күрһәтә, музейҙарға, күргәҙмәләргә йөрөй һәм төрлө сараларҙа ҡатнаша.

“Ете ҡыҙ” төркөмөнөң сираттағы ағзаһы – Гөлнара Нурғәлина. Өләсәһенең ҙур йәшел һандығында һаҡланған күлдәктәрен, селтәр, көмөш биҙәүестәрен күреп үҫкән ҡыҙҙың, йылдар үтеү менән, үҙе шундай кейем тегеп ҡарау теләге уяна. Ишембай үҙәк район дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләгән Гөлнара апай беренсе ҡашмау һәм түш биҙәүесен 2006-2007 йылдарҙа тегә.

Ҡайһы ваҡыт ауылдарҙан да оҫтабикәләр ҡушыла. Көҙән ауылынан Гөлдәр Камалова иптәше менән өс бала үҫтерәләр. Инглиз теле уҡытыусыһы, сығышы менән Әбйәлил районынан. Әсәһе уға матур итеп оҙон селтәр тегеп биргән, ваҡ сәйлән менән эшләнгән эш. Башҡорт түш биҙәүестәрен ихласлап тегергә өйрәнә. Балалары барыһы ла инглиз телендә иркен һөйләшә, матур татыу ғаилә булып йәшәйҙәр.

Ғәлиә Солтанбаева иптәше Кәрим ағай менән күркәм ғаилә булып, матур, аҡыллы балалар үҫтерәләр. Иҫән ауылынан, умарта тоталар. Ишембайҙа технология уҡытыу­сыһы булып эшләй, башҡорт традицион күлдәктәрен, камзул, еләнде тегергә ихласлап өйрәнә.

“Ете ҡыҙ” милли кейемдәрҙе тергеҙеүгә һәм үҫтереүгә ҙур көс һала. Һәр бер сарала тиерлек күргәҙмә ойошторалар. Боронғо өлгө буйынса эшләнгән биҙәүес­тәре, ҡомартҡы булып, ҡулдан-ҡулға күсеп йөрөрлөк сифатлы итеп эшләнгән. Ҡатын-ҡыҙ элек-электән ғаилә усағын, милләт ҡотон һаҡлаусы булып һаналған. Халҡы­быҙҙың күркәм сифаттары, ғөрөф-ғәҙәте сағылған милли кейемдә­ре­беҙҙе тергеҙеүсе “Ете ҡыҙ” төркөмө ҡыҙҙарына эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

- Рүзилә ИҪӘНБАЕВА

Читайте нас