Бынан 70 йыл элек Белорет районының юлы ла булмаған Йөйәк ауылында Ғәйшә һәм Абдрахман Исмәғилевтәрҙең ишле ғаиләһендә ир бала донъяға ауаз һала. Ата-әсә уға яратып Рәйес тип исем ҡуша. Был исеме уның барлыҡ тормош юлына фатиха була – ул ғүмере буйы яуаплы һәм етәксе урындарҙа эшләй.
Беҙҙең бөгөнгө ҡунағыбыҙ – Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең Журналистар һәм Кинематографсылар союздары ағзаһы, билдәле режиссёр, мәҙәниәт өлкәһе эшмәкәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ.
– Рәйес Абдрахман улы, бөгөн, ошо олпат йәшкә еткәс, нимәләр тураһында йышыраҡ уйланаһығыҙ?
– Юбилей кешенең тормошонда бер этап тип уйлайым, сөнки 70 йәшкә еткәс, үҙеңдең үткән юлыңа йомғаҡ яһайһың, уның нисек үткәнлеге тураһында уйланаһың, ниндәйҙер һығымталар яһайһың. Йәш саҡта оло кешеләр һөйләгәне һиңә ҡағылмаҫ төҫлө, ә бит бер көн килеп һин шул хәлдә ҡалаһың.
Беҙҙең Йөйәк ауылында күсмә кинофильмдар күрһәтә торғайнылар, шул киноны ҡарарға ярата инем. Ул ваҡытта бер кинофильм биш тин торҙо. Инәйемдең (ҡатайҙар әсәйҙе “инәй” тип йөрөтә) бөтә ҡушҡан эштәрен башҡарып, аҡса һорап алам. Кино ҡарағандан һуң: “Эх, беҙҙең ғүмер шул кинолағы кеүек үтһен ине”, – тип уйлайым. Ысынлап та, тормош та кино кеүек үтә лә китә икән.
– Һеҙ тормошоғоҙҙан ҡәнәғәтһегеҙме?
– Ҡәнәғәт, Аллаға шөкөр. Донъя бөтөн, балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр имен-һау. 94 йәшлек әсәйем Ғәйшә Яҡуп ҡыҙы иҫән-һау. Беҙ алты бала үҫтек, биш малай һәм бер ҡыҙ. Бөтәбеҙ ҙә юғары белем алдыҡ, лайыҡлы тормош юлы үтеп, барыбыҙ ҙа имен тормош юлын үттек.
– Һеҙ 68 йәшкә тиклем яуаплы вазифаларҙа эшләп, республикалағы ваҡиғалар уртаһында ҡайнап йәшәнегеҙ...
– Сәнғәт интститутының IV курсында уҡығанда Әмир Абдразаҡов телевидениеға режиссер ассистенты итеп эшкә саҡырҙы, ә мин Сибай театрына режиссер булып китергә тейеш инем. Шулай итеп, Өфөлә төпләндем. Был, һис шикһеҙ, яҙмыш бүләге, бер ваҡытта ла телевидениела эшләрмен тип уйламағайным. Бер нисә йылдан һуң баш режиссер итеп тәғәйенләнеләр. Шулай итеп, 1986 йылға тиклем унда эшләнем. 1982 йылда тәүге документаль фильмымды төшөрҙөм – Социалистик Хеҙмәт Геройы Риза Яхин тураһында ине ул. Ул заманда фильмдар Мәскәү үҙәк телевидениеһының заказы менән төшөрөлдө һәм Советтар Союзында күрһәтелде.
Элек беҙ тапшырыуҙар әҙерләһәк, Мәскәүгә, Королев урамындағы 12-се йортта урынлашҡан Үҙәк телевидениеға, артистарҙы, сюжет геройҙарын, данлыҡлы колхозсыларҙы, эшселәрҙе алып барып, тура эфирға сыға торғайныҡ. Эшләүе еңелдән булманы.
– Яңы йыл тапшырыуҙарын, мәҫәлән, “Голубой огонек”ты нисек әҙерләй инегеҙ?
– Яңы йылға ноябрҙә үк әҙерлек башлай инек, ул бик мөһим сара тип иҫәпләнде. Мотлаҡ тура эфирҙа эшләйбеҙ, Яңы йыл төнөндә телевидениеның бөтә хеҙмәткәрҙәре лә эштә. Беҙ һайлап алған артистар ҙа килә, улар ихлас ризалаша, сөнки был тапшырыу бөтә республикаға күренеп ҡалыу мөмкинлеген бирә.
Ул заманда техник ҡорамалдар ауыр, сифаты ла икенсе ине. Хәҙерге заман телевидениеһының мөмкинлектәре әкиәттәге кеүек. Әгәр мин яңынан тыуһам, бер һүҙһеҙ тағы ла ошо һөнәремде һайлар инем. Беҙҙең халыҡ иҫ киткес һәләтле – ошо хаҡта әллә күпме фильмдар төшөрөргә мөмкин.
– Һеҙҙең тормош юлығыҙҙа Әмир Абдразаҡов хәл иткес роль уйнаған. Ул ниндәй кеше булып иҫегеҙҙә ҡалды?
– Әмир ағай менән бик татыу эшләнек. Уның йоғонтоһонда кино сәнғәтенә ынтылыш, һөйөү тыуҙы. Уның ассистенты булғанда, 1975 йылда, “Килен килә” тигән фильм төшөрҙөк.
Әмир Ғәбделмән улы иҫ киткес бай күңелле, изгелекле, һәләтле режиссер булды. Ғаиләләр менән дуҫлаштыҡ. Уның ҡатыны Тәскирә еңгәй шул тиклем сибәр, аҡыллы ҡатын ине. Илдар менән ҡыҙым Айгөл бер класта уҡынылар. Асҡарҙы Яңы йыл малайы итеп иңемә ултыртып йөрөгәнем әле лә иҫтә.
– Һеҙҙең тормош “Башҡортостан” киностудияһы менән дә айырылғыһыҙ. Ул йылдарҙың иҫтә ҡалған мәлдәре...
– “Башҡортостан” киностудияһы халыҡҡа шул тиклем кәрәк, сөнки ул беҙҙең кешеләрҙе, булған хәлдәрҙе тере тарих итеп теркәп бара. Нәфис фильмдар, йәнһүрәттәр халыҡты тәрбиәләү өсөн мөһим. Кино сәнғәте – республика өсөн, халыҡ өсөн, һис шикһеҙ, бик әһәмиәтле мәҙәниәт тармағы.
1997 йылда киностудия директоры булып килгәндә, ул Р. Зорге урамындағы балалар баҡсаһының өстән бер өлөшөн генә алып тора ине. Был хәлде ғәрлек итеп ҡабул иттем, сөнки мин телевидениела эшләгәндә үк “Свердловск”, “Мосфильм” кеүек киностудияларҙы күргәнем бар ине, уларҙың ҙур-ҙур биналар биләп торғанын белгәс, “Башҡортостан” киностудияһы өсөн оят ине. Шуға ла Өфөлә киностудияға бина эҙләй башланым, һәм Өфө хакимиәте ихлас ярҙам итте. Киров исемендәге заводтың бинаһын биргәйнеләр, беҙ унда матур итеп ремонт эшләп, кино төшөрөү техникаһын, йыһаздар алып, фильмдар төшөрә башланыҡ.
Был эштә ярҙам иткән тәүге Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа, ул саҡтағы Премьер-министр Рафаэль Ибраһим улы Байдәүләтовҡа айырыуса рәхмәтлемен. Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы “Башҡортостан” киностудияһына нисек ярҙам итергә” тигән темаға коллегия үткәрҙе. “Мосфильм”, Максим Горький исемендәге киностудия, “Союзмультфильм”, Документаль фильмдарҙың үҙәк киностудияһы беҙгә кино төшөрөү техникаһын бирҙе.
Быға тиклем кинотаҫмаларҙы эшкәртергә, монтажларға Свердловск өлкәһенә, “Беларусьфильм”ға, Мәскәүгә һәм башҡа студияларға йөрөй торғайныҡ. Үҙебеҙҙә шарттар булдырылғас, был мәсьәлә хәл ителде. Бынан һуң беҙгә Ҡазандан, Удмуртиянан килеп, фильмдар эшләй башланылар.
– Һеҙ республикабыҙҙың төп театрында ла директор булдығыҙ...
– Эйе, был вазифаға Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында реконструкция эштәре барған осорҙа тәғәйенләндем, шуға ла минең алда уны еренә еткереп, дөрөҫ итеп тамамлап ҡуйыу маҡсаты ҡуйылды. Илебеҙҙең төрлө театрҙарын күргәс, был йәһәттән тәжрибәм бар ине.
Театрҙың эшен ойошторғанда артистарға фатир алыуға, маҡтаулы исемдәр юллауға, эш урынында шарттар тыуҙырыуға, гастролдәргә сығыуға ныҡлы иғтибар бирҙек. Артистар өсөн сит илдәргә гастролдәргә сығыу бик мөһим тип, Ҡытайға, Беларусь, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан кеүек республикаларға гастролдәр ойошторолдо, шулай уҡ башҡа театрҙарҙы ла үҙебеҙгә саҡырҙыҡ. Ғөмүмән, театрҙа эшләгән йылдар тик матур иҫтәлектәр ҡалдырҙы.
– Нефтекама дәүләт филармонияһында эшләгән йылдарығыҙ ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы?
– Нефтекама ҡалаһын алдан күргәнем бар ине, шуға ла тәҡдим булғас, ризалаштым. Нефтекама филармонияһында ла уның матди хәлен нығытыу тәүге бурыстарҙан булды. Унда тамаша залындағы иҫкергән креслоларҙы яңыртыу мәсьәләһен хәл иттек. Яңы костюмдар тектерҙек, музыка ҡоралдары алдыҡ, репетиция залдарын ремонтланыҡ. Мин эшләгән йылдарҙа фатирһыҙ бер артист та булманы. Ҡала хакимиәте бар яҡлап та ихлас ярҙам итте, беҙ ҙә ҡала тормошондағы барлыҡ ваҡиғаларҙа ла ҡатнаштыҡ. Филармония һәр саҡ планды үтәп торҙо. Нефтекама дәүләт филармонияһы ижади яҡтан ныҡ көслө. Был ҡалала йәшәп киткәнемә, эшләгәнемә бер ҙә үкенмәйем. Матур йылдар булды.
– Һеҙ бөгөн дә өйҙә генә ултырмайһығыҙ...
– Хаҡлы ялдамын тип ҡул ҡаушырып ултырып булмай. Республиканың мәҙәни тормошон күҙәтеп барам, концерт һәм спектаклдәргә йөрөйөм. Киләсәктә, донъялар тынысланғас, документаль фильмдар, фильм-портреттар эшләргә уйлайым. Белорет районының Өфөлә йәшәгән яҡташтар ойошмаһы етәксеһемен. Былтыр йәй “Атайсал” проекты сиктәрендә Йөйәк ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” һәм Ҡатай йәштәренең йыйынын үткәрҙек. Ғөмүмән, пландар күп.
– Рәйес Абдрахман улы, юбилейығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм ижади уңыштар теләйбеҙ.
- Рәмилә МУСИНА